Пьяный Бор мәҙәниәте
Пьянобор мәҙәниәте (берләшмә) — Түбәнге Кама һәм Вятка йылғалары буйҙарындағы иртә тимер быуатҡа йәғни беҙҙең эраға тиклем II быуаттан алып беҙҙең эраның II/IV быуаттарына тиклемге осорға ҡараған археологик мәҙәниәт (мәҙәни-тарихи берләшмә). Тарҡалған ананьин мәҙәни-тарихи берләшмәһе нигеҙендә формалаша[1].
Беҙҙең эраға тиклемге II быуат аҙағы — беҙҙең эраға тиклем I быуатҡа ҡараған Көшөл һәм Юлдаш ҡәберлектәре иртә осорға, беҙҙең эраның II—III быуаттары менән билдәләнгән Серёнькин, Кәкрекүл һәм Камышинка ҡаласыҡтары һуң осорға бүленеп тикшерелә. Хәҙерге Татарстан Республикаһының элекке Пьяный Бор (хәҙер Әгерже районының Красный Бор ауылы) исеме менән аталған. Бында 1880 йылда Пасынков тәүге ике ҡәберекте аса.[2].
Тарихы
Беҙҙең эраға тиклем II быуат — беҙҙең эраның II быуатына ҡараған Пьянобор ҡомартҡылары Каманың уң ярында, Ағиҙел йылғаһы тамағына ҡаршы, 90 километр оҙонлоҡта һәм Каманың һул ярындағы Башҡортостан территорияһында Ағиҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйлап яҡынса шулай 90 километр арауыҡта тупланған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың һаны 175-кә етә. Был ҡомартҡыларҙың тығыҙ төркөмөн В. Ф. Генинг «Чеганда мәҙәниәте» тип атарға тәҡдим итә. III—V быуаттарҙағы Пьяноборск ҡомартҡыларын ул Түбәнге Кама буйындағы «Мазунин мәҙәниәте» һәм Вятка бассейнындағы «Азелин мәҙәниәте» тип бүлә. Р. Д. Голдина Вятка һәм Пижмалағы һуңғы Пьянобор ҡомартҡыларын «Худяков мәҙәниәте»нә индерә[3].
Ҡаласыҡтар ике типта булған: мәҙәниәт ситендә бәләкәй ҡәлғә-ҡурсаулыҡтар урынлашһа, үҙәк районда — ҙурҙары табылған.
Халыҡ һунарсылыҡ, малсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ һәм игенселекте берләштергән комплекслы хужалыҡ алып барған. Тимерҙең роле һиҙелерлек артыуы күҙәтелә, ваҡыт үтеү менән тимерселек кәсебе киң тарала: Беүәҡаласығын ҡаҙығанда 186 тимер кельт (балтаға йә тәпкегә оҡшаш ҡорал) табыла. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡәберлектәре бронза биҙәүестәрҙең күплеге менән айырылып тора (бер кешелә дөйөм ауырлығы 2 килограмға тиклем). Мәҙәниәттең тағы бер үҙенсәлеге — киң ҡайыштарҙың бронза эполет рәүешендәге йоҙаҡтары.
Тағы ла сауҙа бәйләнештәренең үҫеүе тураһында ла әйтергә була. Пьянобор биҙәүестәре Окаға һәм Көнбайыш Себергә барып етә, шул уҡ ваҡытта Пьянобор ҡәберлектәрендә Мысыр зәңгәр фаянсынан арыҫлан һәм ҡуңғыҙ фигуралары, Боспор батшалығында эшләнгән эләктергестәр, Римдә яһалған быяла кәсә ярсыҡтары, сарматтарҙың бронза көҙгөләре табыла[4].
Пьянобор мәҙәниәте вәкилдәренең ҡиәфәтендә танау һөйәктәренең бер аҙ көсһөҙләнеүе күҙәтелгән европеоид мезоморф долихокранлы уртаса киң битле морфологик тип өҫтөнлөк итә[5][6].
Уларҙың матди мәҙәниәте удмурттарҙың ата-бабаларыныҡылар менән ныҡ оҡшаш[7].
Пьянобор мәҙәниәте өлгөләре Башҡортостанда
Башҡортостан Республикаһында Пьянобор мәҙәниәтенең 96 ҡомартҡыһы (26 ҡаласыҡ, 49 тораҡ һәм 21 ҡәберлек) асылған, улар Каманың ҡушылдығы булған Ыҡ йылғаһының урта ағымы буйында табылған. Пьянобор мәҙәниәте ҡаласыҡтары йылғаларҙың һыу баҫмай торған киртләстәрендә урынлашҡан, ур һәм соҡорҙар менән нығытылған. Майҙаны 40—60 квадрат метр булған 1—2 усаҡлы ер өҫтөндәге тура мөйөшлө бүрәнә ҡаралтылар торлаҡ булып хеҙмәт иткән[8].
Керамика — ауыҙ тирәләре соҡорло биҙәк, һирәкләп һырҙар менән биҙәлгән түңәрәк төплө, туҫтаҡ рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт[8].
Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр. Мәйеттәр салҡан һалынып, ҡайһы ваҡытта ҡабыҡҡа төрөп ерләнгән. Ирҙәр ҡәберендә ҡорал (баштары тура һәм балдаҡ рәүешендәге тимер ҡылыстар, бысаҡ, һөңгө осо, һаҙаҡ элмәге, тимер, һөйәк һәм бронза уҡ башаҡтары, ҡылыс һәм хәнйәр ҡындарына бронза пластинкалар), эйәр өпсөн (тимер, ҡайыш, һөйәк һәм мөгөҙ ауыҙлыҡтар), эш ҡоралдары (тимер бысаҡ, цилиндр һәм овал формаһындағы орсоҡбаштар, һөйәк тишкес, ҡалаҡ, тимер беҙ, бронза ҡармаҡ һәм таш иген онтағыстар), бронза тәңкәләр һәм һөйәк ҡаптырмалар менән биҙәлгән бил ҡайыштары, ҡатын ҡыҙҙарҙыҡында — биҙәүестәр (тимер, бронза һәм күн беләҙектәр, бронза муйын ҡулсаһы, муйын сулпыһы, япраҡ, элмәк, һорау билдәһе рәүешендәге сикә сулпылары, быяла, ҡара гәрәбә, Мысыр фаянсынан эшләнгән муйынсаҡтар, айыл, фибулалар, семәрле, хайуан һыны рәүешендәге сулпылар, муйынсаҡ бөртөктәре, йөҙөктәр), кейем биҙәүестәре (бронза һәм һөйәк ҡаптырмалар, тимер һәм бронза айылдар, бил ҡайышы өсөн тәңкәләр) табылған[8].
Пьянобор мәҙәниәте Түбән Кама буйында йәшәгән халыҡтың Ананьин мәҙәниәте һәм Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында көн иткән ҡәбиләләрҙең Ҡара Абыҙ мәҙәниәте нигеҙендә барлыҡҡа килә[8].
Фин-уғыр ҡәбиләләре Пьянобор мәҙәниәте вәкилдәре була. Улар һунарсылыҡ, малсылыҡ, ерҙе тәпкеләп эшкәртеү ҡулланылған игенселек менән шөғөлләнгән. Пьянобор мәҙәниәте ҡәбиләләренең бер өлөшө көнбайышҡа күсеп китһә, ҡалғандары Мазунин мәҙәниәтен барлыҡҡа килтергән компоненттарҙың береһе була. Улар Ҡара Абыҙ мәҙәниәте ҡәбиләләре менән бәйләнеш тотҡан[8].
Пьянобор мәҙәниәте өйрәнеүселәр: Б. Б. Агеев, В. Ф. Генинг, Р. Д. Голдина, А. А. Спицын һәм башҡалар[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Прародина финно-угров: всадницы на волках, жертвоприношения и трудности идентификации (билдәһеҙ). milliard.tatar. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2025.
- ↑ Красный Бор (Пьяный Бор) | Родная Вятка. rodnaya-vyatka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2025.
- ↑ Сберегающая археология разрушающихся памятников пьяноборской культуры (билдәһеҙ). school-science.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2025.
- ↑ Наговицин Л. А., Иванова М. Г. Первобытнообщинный строй на территории Удмуртии // Материалы по истории Удмуртии Архивная копия от 11 ноябрь 2017 на Wayback Machine. Ижевск, 1995. С. 32-34.
- ↑ Ефимова С. Г. Палеоантропология Поволжья и Приуралья Архивная копия от 10 июль 2016 на Wayback Machine. М.: Изд-во МГУ, 1991. С. 14.
- ↑ Акимова М. С. 1961. Антропологический состав населения пьяноборской культуры // Вопросы антропологии, № 8. С. 130—139
- ↑ Бунак В. В. Происхождение и этническая история русского народа. М.: Наука, 1965. С. 263.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. А. Х. Пшеничнюк. ПЬЯНЫЙ БОР МӘҘӘНИӘТЕ (Тикшерелеү көнө: 20 март 2025)
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
- Пьяноборская культура (общность) // Уральская историческая энциклопедия
- Пьяноборская культура // Чувашская энциклопедия