Ҡара Абыҙ мәҙәниәте
Ҡара Абыҙ мәҙәниәте — иртә тимер быуаттың археологик ҡомартҡыһы.
Тарихы
Беҙҙең дәүергә тиклемге IV — беҙҙең дәүерҙең III быуатына ҡарай. Атамаһы 1770 йылда Н. П. Рычков тарафынан асылған Ҡара Абыҙ ҡаласығы исеменән алынған[1]. Башҡортостанда ошо мәҙәниәт ҡомартҡылары Ағиҙел йылғаһының үҙәк ағымы бассейнында тупланған. Улар — Биктимер археологик комплексы, Бөрө ҡаласығы, Нуғай ҡаласыҡтары, Охлебинин археологик комплексы, Өфө ҡәберлеге, Табын ҡаласығы, Шайтан ҡаласығы, Шипов археологик комплексы һәм башҡалар — барлығы ҡаласыҡтарҙан һәм тораҡтарҙан торған 30-ға яҡын объект.
Ҡомартҡылар нигеҙҙә төрлөсә биҙәлгән керамика һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡурғанһыҙ һәм ҡурған аҫты ҡәберлектәренән шулай уҡ һауыт-һаба, ҡорал, ат егеү кәрәк-ярағы, биҙәүестәр табыла. Тикшеренүҙәр асыҡлауынса, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте өс этапта үҫешә[1]. Һуңғыһында унда Биктимер, Өфө, Шипово, Охлебинино ҡаласыҡтарында йәшәгән ҡәбиләләрҙең ҡеүәтле берләшмәһе барлыҡҡа килеүе күренә. Уның дөйөм этносы һаны 3-3,5 меңгә етә[1].
Ҡара Абыҙ ҡәбиләләренең төп шөғөлө булып ярымкүсмә малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ тора, шулай уҡ ер эшкәртеү булыуы ла ихтимал. Нигеҙҙә, һарыҡ һәм ат үрсетәләр, ҡырағай хайуандарға һунар итәләр. Ҡиммәтле йәнлектәр тиреһе ялан ҡәбиләләре менән сауҙа сараһы булып тора[1].
Ҡара Абыҙ мәҙәниәтен өйрәнеүселәр
Иртә тимер быуатҡа ҡараған Ҡара Абыҙ мәҙәниәтен тарихсылар И. М. Аҡбулатов, В. В. Гольмстен, Һ. В. Йосопов. В. В. Овсянников, А. Х. Пшеничнюк, А. В. Шмидт өйрәнә.
Сығанаҡ
- Ҡара Абыҙ мәҙәниәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
- Население кара-абызской культуры Южного Приуралья по данным одонтологии
- КАРА-АБЫЗСКАЯ КУЛЬТУРА
- Место кара-абызских материалов среди культур раннего железного века Приуралья: историографический аспект
- НЕКОТОРЫЕ ИТОГИ ИЗУЧЕНИЯ КАРА-АБЫЗСКОГО ГОРОДИЩА (ПО МАТЕРИАЛАМ РЕКОГНОСЦИРОВОЧНЫХ РАБОТ 2015 Г.)
- ПРОИСХОЖДЕНИЕ КЕРАМИЧЕСКИХ ИМПОРТОВ КАРА-АБЫЗСКОЙ КУЛЬТУРЫ ЛЕСОСТЕПИ ЮЖНОГО ПРИУРАЛЬЯ (IV—III ВЕКА ДО Н. Э.).
- Типология элементов убранства костюма кара-абызской культуры эпохи раннего железа: IV в. до н. э. — IV в. н. э.
- КАРА-АБЫЗСКАЯ КУЛЬТУРА