Пшеничнюк Анатолий Харитонович
Биографияһы
Анатолий Харитонович Пшеничнюк 1936 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы Литенка ауылында (1970-се йылдарҙа бөткән, ерҙәре хәҙер Әлшәй районына ҡарай) тыуған.
1959 йылда Октябрҙең 40-йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, 2014 йылға тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1978—2006 йылдарҙа бүлек мөдире була.
Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың иртә тимер быуатына, Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә, Савромат мәҙәниәтенә, Сармат мәҙәниәтенә һәм башҡаларға арналған.
Байтаҡ археологик ҡомартҡылар, шул иҫәптән Бикеш ҡурғандарын, Шипов археологик комплексын, Әлмөхәмәт ҡурғандарын аса һәм өйрәнә. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
- Кара-абызская культура (население центральной Башкирии на рубеже нашей эры) // Археология и этнография Башкирии.— Т.5. — Уфа, 1973.
- Культура ранних кочевников Южного Урала. — М., 1983.
- Звериный стиль Филипповских курганов // Южный Урал и сопредельные территории в скифо-сарматское время. — Уфа, 2005.
Әҙәбиәт
- Пшеничнюк Анатолий Харитонович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2019)