Арыҫлан

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Арыҫлан
Арыҫлан
Лев
Луисвилл зоопаргында арыҫлан
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Panthera leo Linnaeus, 1758

Бүлендек таксондар
]
Ареал
изображение
     Урта быуаттарҙа йәшәү ареалы      Хәҙерге ареал
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 VU ru.svgen:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : 15951
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  183803
NCBI  9689
EOL  328672

Арыҫлан (лат. Panthera leo) — ҙур һөтимәр йыртҡыс төрө, пантералар төркөмөнөң ҙур бесәйҙәр ярым ғаиләһенә ҡарай. Арыҫландар башлыса Африкала йәшәй. Шулай уҡ боронғо арыҫландар Азияла көн итә. Юлбарыҫ менән бер рәттән әлеге көндә йәшәүсе иң ҙур бесәй булып тора, ҡайһы бер ата арыҫландарҙың ауырлығы 250 кг тәшкил итә.

Борон арыҫландарҙың таралыу өлкәһе күпкә киңерәк булған. Урта быуаттар башында арыҫлан Африканың бөтә территорияһында , Яҡын Көнсығышта, Иранда һәм хатта Европаның көньяғында ла осраған. Төньяҡ һәм Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостанда ул ғәҙәти йыртҡыс булған. Әммә кешенең эҙәрлекләүе һәм йәшәү мөхите тарайыу арҡаһында хәҙер Африкала Сахаранан көньяҡҡараҡ ҡына һаҡланып ҡалған. Азияла бәләкәй генә популяция Һиндостандың Гуджарат штатындағы Гир урманында бар.

Һуңғы плейстоценға тиклем, яҡынса 10 000 йыл элек, арыҫландар ерҙәге иң киң таралған эре имеҙеүселәр булған[1]. Уларҙың ҡаҙылма ҡалдыҡтары Африканың күпселек өлөшөндә, Евразия территорияһында Көнбайыш Европанан Һиндостанға тиклем һәм Төньяҡ Америкала Юкондан Перуға тиклем табылған[2]. Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр буйынса билдәле европа мәмерйә арыҫланы, күрәһең, хәҙерге арыҫландың аҫтөрө булған.


  1. Львы Архивная копия от 13 май 2011 на Wayback Machine // Семейство кошек. (Тикшерелеү көнө: 9 март 2011)
  2. Harington, CR. Pleistocene remains of the lion-like cat (Panthera atrox) from the Yukon Territory and northern Alaska (инг.) // Canadian Journal Earth Sciences. — 1969. — Vol. 6, no. 5. — P. 1277—1288.