Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте — мең йылдан ашыу дауам иткән һәм Башҡортостан ингән дәүләттәрҙә булған башҡорттарҙың хәрби бурысы.

X быуаттың беренсе яртыһында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, IX быуаттың беренсе яртыһында) башҡорт ырыуҙары башлығы Башгирд (баш.)баш. ике мең һыбайлыһы менән Хазар ҡағанаты армияһында Ҡыймаҡ ҡағанлығы менән сиктә хеҙмәт иткән. Башҡорт яугирҙәренең һөңгө йәки һөңгө сәпсе, ҡылыс, уҡ-һаҙаҡ, кисән, төрлө формалағы ҡалҡандар, һуңыраҡ утлы ҡоралдары булған. Ҡайһы бер яугирҙәр һуғышҡа йәүшән һәм һайман кейеп ингән. Башҡорт ғәскәре меңлек, йөҙлек, иллелек һәм унлыҡ бүлектәренә бүленгән, һәр бүлектең үҙ командиры булған. Башҡорттарҙың хәрби тактикаһы атлы ғәскәр өҫтөнлөгөнә нигеҙләнгән һәм күрше күсмә халыҡтар менән даими бәрелештәрҙә камиллашҡан.

XIII быуаттан Башҡортостан Монгол империяһы составына инә. 1229 йылдың яҙында 30 меңлек татар-монгол ғәскәре Көнбайышҡа юллана һәм көҙгә Яйыҡ һәм Итил далаларына барып етә, бында башҡорттар һәм уларҙың союздаштары булған болғарҙар уларға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. 1232 йылда татар-монголдар Волга Болғарияһының баш ҡалаһы — Биләрҙы баҫып алырға ниәтләй, ләкин уларҙы Оло Черемшан һәм Ҡондорса йылғалары буйындағы төп оборона сигендә туҡтаталар[1]. Әммә һуңғы походтарҙа татар-монголдар башҡорттарҙы һәм болғарҙарҙы буйһондора. Рәшит әд-Дин хәбәр итеүенсә, 1236 йылдың көҙөндә монголдар «боларҙарға һәм башҡорттарға ҡаршы походҡа сығып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, ҙур ҡыйынлыҡһыҙ уларҙы буйһондора». Болғар һәм башҡорт ерҙәре яулап алынһа ла, урындағы халыҡ «ҡайтанан ихтилал күтәрә»[2]. Башҡорт отрядтары[3] Монгол империяһы армияһы сафын тулыландыра, XIII—XVI быуаттарҙа улар Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы һәм Себер ханлығы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

|Жалованные грамоталар, шәжәрәләр һәм башҡа тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының шарттарының береһе була.

Урядник һәм штаб-офицер башҡорт кантондары. 1838—1845 йй.

XVII быуаттан башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте дәүләт акттары (батша, император, Бояр думаһы, Хөкүмәт сенаты, Ҡазан һарайы фарманы, Хәрби коллегия, Хәрби министрлыҡ) нигеҙендә ойошторола һәм урындағы идаралыҡтың юғары вазифалы кешеләре (воевода, губернатор, хәрби губернатор, генерал-губернатор) контроле аҫтында була. Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтен ойоштороу менән старшиналар, тархандар, батырҙар, XVIII быуат уртаһынан обер — коменданттар, коменданттар, гарнизон начальниктары, старшиналар, есаулдәр, хорунжийҙар, йөҙбашылар, Ә XIX быуатта Шулай уҡ Башҡорт ғәскәре командующийы, кантон һәм дистанция начальниктары, йорт һәм поход старшиналары, башҡорт полктары командирҙары һәм башҡалар шөғөлләнә.

Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте:

  • тышҡы хеҙмәт — Европалағы сик буйҙарын һаҡлау һәм һуғыштарҙа ҡатнашыу;
  • эске хеҙмәт — Рәсәй империяһының көньяҡ-көнсығышындағы сик буйы нығытмаларын һаҡлау (линейка хеҙмәте);
  • этап хеҙмәте — хөкөм ителгәндәрҙе Себер тракты буйлап, Өфөнән Силәбегә тиклем оҙатыу;
  • ҡарауыл һәм полиция хеҙмәте — Ҡазанда, Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта, Ырымбурҙа һәм башҡа ҡалаларҙа юлдарҙы һаҡлау, йәрминкәләр ваҡытында юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.

1744 йылдан башлап башҡорттар Ырымбур һыҙығын һаҡларға бурыслы була (1744 йылда — 1,5 мең кеше, 1769 йылда — 2,2 мең, 1798 йылдан — 5—6 мең кеше). 1760 йылдан башлап башҡорт командалары Себер һыҙығында хеҙмәт итә (хеҙмәт итеү ваҡыты 1 йыл, 1769 йылдан — 2 йыл, 1800 йылда был бурыс этап хеҙмәте менән алмаштырыла). Йәйге хеҙмәт 15 майҙан 16 ноябргә тиклем, ҡышҡы (унда өс тапҡырға аҙыраҡ кеше йәлеп ителгән) — 16 ноябрҙән 15 майға тиклем дауам иткән. Походҡа сыҡҡан башҡорт полкы үҙен аҙыҡ-түлек һәм фураж менән тәьмин итергә тейеш булған. 1797 йылдан башлап йәйге хеҙмәт ваҡытында һәр хеҙмәт иткән кешегә айына 1 һум аҡса бирелгән[4].

10 (21) апрель 1798 йылдағы Указға ярашлы Башҡорт казак ғәскәре ойошторола[5]. Кантон идара итеү системаһы Башҡортостанда 1798—1863 йылдарҙа эшләй. 1847 йылда 30 йыллыҡ хеҙмәт ваҡыты раҫлана. Һәр 100 хеҙмәт иткән кешене поход есаулы, поход йөҙбашы һәм хорунжий етәкләй, 250 кешенән торған бүлек — поход старшинаһы, йөҙбашы йәки есаул тарафынан етәкләнә. Ваҡыт үтеү менән һыҙыҡ буйы хеҙмәте тик һыҙыҡ буйындағы (т. н. «хеҙмәт иткән») кантондар башҡорттары өсөн мотлаҡ була.

XIX быуат уртаһында башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте эш һәм транспорт хеҙмәте менән алмаштырыла башлай.

1830—1850 йылдарҙа хәрби хеҙмәт үткән башҡорттарҙың һаны 70%-тан 24 %-ҡа тиклем кәмей. 1863 йылға 28 кантондың 9-ында башҡорттар эшсе командаларҙа хеҙмәт итә, ҡалғандарҙың хеҙмәте аҡса йыйымы менән алмаштырыла.

Һуғыштарҙа һәм ихтилалдарҙа ҡатнашыу

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәтле кешеләр отрядтары составында йәки Яйыҡ казактары менән бергә башҡорттар 1558—1581 йылдарҙағы Ливон һуғышында, Себер татарҙары һәм Ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә баҫҡынсылыҡтары ваҡытында (XVI—XVII быуаттар), XVII быуат башында Рәсәйҙе поляк интервенттарынан азат итеүҙә, 1643—1644 йылдарҙа Ҡалмыҡ походында, 1687 һәм 1689 йылдарҙағы Ҡырым походтарында, 1695 һәм 1696 йылдарҙағы Азов походтарында ҡатнаша. 1771 йылда башҡорттарға Рәсәйҙең подданныйҙары булған, Джунгарияға ҡасҡан ҡалмыҡтарҙы кире ҡайтарыу бурыс итеп йөкмәтелә[6].

Башҡорт командалары һәм полктары 1700—1721 йылдарҙағы Төньяҡ һуғышында (1 мең кеше; Балтик буйында), 1756—1763 йылдарҙағы Ете йыллыҡ һуғышта (1,5 мең кеше; генерал-фельдмаршал П. А. Румянцев-Задунайский армияһы составында 4 башҡорт атлы полкы[7]; Көнсығыш Пруссияла), 1789—1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында (4 полк; Финляндияла), 1806—1807 йылдарҙағы рус-прус-француз һуғышында (10 мең кеше; Көнсығыш Пруссияла), 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы рус армияһының сит ил походтарында (28 полк) ҡатнаша.

Ырымбур хәрби губернаторы Г. С. Волконский 12-се башҡорт кантоны начальнигы Нагайбаковҡа башҡорт халҡын хәрби әҙерлеккә килтереү тураһында бойороҡ бирә, унда былай тип әйтелә:

«Башҡорттарға, хеҙмәт иткән һәм хеҙмәт итмәгән барса ир-атҡа, ҡорал тоторлоҡ һәр кемгә, шунда уҡ Ватанын һәм үҙ йортон һаҡлау өсөн әҙер булырға ҡушырға, һәр саҡ кәм тигәндә бер ат тотоу мөһим, уны ауыр эштәрҙә файҙаланмаҫҡа, хәлһеҙләндермәҫкә, дошманға ҡаршы сығырға кәрәк булған осраҡта ҡулланыу өсөн әҙер тоторға. Һәр башҡортта 4 аршиндан кәм булмаған һөңгө, өс яҡлы ҡылыс, ҡамғаҡ, уҡ-һаҙаҡ, ә кемдә бар — мылтыҡ һәм пистолеттар тейешле хәлдә булырға тейеш…»

Выскочков Л. В. «Война теперь не обыкновенная, а национальная»: Народы России в Отечественной войне 1812 года.

Шулай уҡ башҡорт полктары 1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында (0,5 мең кеше, Ырымбур казактары менән бергә; Ҡара диңгеҙҙең көнбайыш ярында), 1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походында, 1852 һәм 1853 йылдарҙағы Коканд походтарында, 1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышында (4 полк; Балтик буйында) ҡатнаша.

1792 йылда ике башҡорт полкы Балтик буйында Рәсәй-Польша сиктәрен һаҡлаған, ә 1828—1833 йылдарҙа ике полк Бессарабияла сик буйы хеҙмәтен башҡарған. Рәсәй хөкүмәтенә «туғыҙ» башҡорт отрядтары 1704—1711 йылдарҙағы ихтилалды, 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙы, 1747 йылдағы ихтилалды, 1755—1756 йылдарҙағы ихтилалды, 1835 йылдағы ихтилалды баҫтырыуҙа, шулай уҡ 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ихтилалсыларҙың ҡораллы отрядтарын тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан.

1768—1772 йылдарҙа Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын юҡ итеүҙә 3 меңдән ашыу башҡорт, 1830—1831 йылдарҙағы Поляк ихтилалы ҡатнашыусыларын һаҡ аҫтында оҙатыуҙа 2,5 мең башҡорт йәлеп ителгән. Башҡорт отрядтары батша хөкүмәте тарафынан Урал казактары (1805), Кәҫле заводы һәм Ҡыштым заводтары эшселәренең (1823), Силәбе өйәҙе крәҫтиәндәренең (1843) һәм XIX быуаттағы ҡаҙаҡ ихтилалдарының күтәрелештәрен баҫтырыу өсөн саҡырылған.

1863 йылдың 14 майында раҫланған «Башҡорттар тураһында Положение»ға ярашлы, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте бөтөрөлә, башҡорттар ирекле ауыл халҡы ҡатламына күсерелә[8]. 1865 йылда Башҡорт-мишәр ғәскәре тарҡатыла.

1882 йылдан башҡорттар дөйөм хәрби бурыс нигеҙендә хәрби хеҙмәткә саҡырылған.

1874—1882 йылдарҙа Верхнеурал, Ырымбур һәм Силәбе өйәҙҙәре башҡорттары Ырымбур губернаһында Башҡорт атлы полкында хәрби хеҙмәт үткән.

Лейпциг һәм Дрезден ҡалаларында башҡорт һалдаттарына һәйкәлдәр ҡуйылған. Башҡорттар 1813—1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походы барышында Германия территорияһындағы алыштарҙа ҡатнашҡан.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу өсөн, 1941 йылдың декабрендә Өфөлә милли-региональ нигеҙҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары эсендә дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4000 километрҙан ашыу юл үткән. 15 тапҡыр Советтар Союзы Юғары Башкомандующийының хәрби бойороғонда айырыуса ҡаҙаныштары өсөн телгә алынған.

Башҡа дәүләттәрҙә хәрби хеҙмәт

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттарҙың Башҡортостан территорияһындағы хәрби хеҙмәтенән тыш, ҡайһы бер башҡорт бүлексәләре һәм айырым шәхестәр башҡа дәүләттәр яғында ла хәрби хеҙмәттә ҡатнашҡан. Был төрлө сәбәптәр менән аңлатыла, әммә күп осраҡта башҡорттар Рәсәйгә ҡаршы һуғышҡан. Барлыҡ башҡорттар ҙа хөкүмәткә тоғролоҡ идеяһын ҡабул итмәгән.

Башҡорттар Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, Рәсәй яғында ла, Үҙәк державалар яғында ла һуғышҡан. 1916 йылда Азиат батальоны тигән хәрби бүлек ойошторолған, уның составында башҡорттар ҙа булған. Был бүлексә Ираҡ фронтындағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан.


Идел-Урал легионы, Көнсығыш легиондары составына ингән, уның сафында башҡорттар ҙа булған. Улар Көнсығыш фронтында һуғышҡан, һуңыраҡ Икенсе донъя һуғышының Көнбайыш фронтында ҡатнашҡан.

  1. Гагин И. А. Политические и культурные связи Волжской Булгарии и Восточной Руси перед татаро-монгольским нашествием. Дата обращения: 24 март 2014. Архивировано 3 ноябрь 2013 года.
  2. Антонов И. В. Башкиры и Башкортостан в письменных источниках XIII—XIV вв. Дата обращения: 24 март 2014. Архивировано 3 ноябрь 2013 года.
  3. Үҙ аттарында, шәхси ҡорал һәм йыһаз менән.
  4. Был аҡса 2 ат, аҙыҡ-түлек, ҡорал һәм амуниция өсөн киткән сығымдарҙы тулыһынса ҡапламаған.
  5. Указ Императора Павла I. — Именный данный генералу отъ Инфантеріи Барону Игельстрому, съ приложеніемъ примѣчанія на описаніе Оренбургской линіи. Дата обращения: 10 апрель 2016. Архивировано 15 апрель 2017 года.10 (21) апрель 1798 года
  6. Римма Федько. Башкирские воины на службе России. Дата обращения: 24 март 2014. Архивировано 24 март 2014 года.
  7. Калинин С. Е. Башкиро-Мещерякское войско в эпоху Наполеоновских войн. 1806—1814 гг. Дата обращения: 24 март 2014. Архивировано 14 ноябрь 2012 года.
  8. Положение о башкирах”, закон от 14 мая 1863 // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  • Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой пол. XVIII в. Свердловск, 1991.
  • Асфандияров А. З. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865 гг.) — Уфа, 2005.
  • Асфатуллин С. Башкиры в войнах Российской империи 1558—1798 гг.// Исторический журнал. — 2008. — № 10. — С. 70—81.
  • Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
  • Бауман Р. Подвластные народы на военной службе в имперской России на примере башкир. М., 1987.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов. Отв. составитель Р. Н. Рахимов. — Уфа, 2012.
  • Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  • Гумеров Ф. Х. Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептярах и бобылях. Уфа, 1999.
  • Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. Уфа, 1995.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — 476 с.: ил. — ISBN 978-5-02-037008-1. Т. III. — 2011. — ISBN 978-5-7501-1301-9 (т. 3) (в пер.)
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  • Муртазин М. Л. Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну. — М.: Инсан, 2007. — 208 с.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая: В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с.
  • Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Башкирское книжное издательство «Китап», 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1964.