Башҡорт уғы

Башҡорт уғы — Германияның Тюрингия ерендә Шварца коммунаһы Изге Лауренция сиркәүенең көмбәҙендәге шарға ҡаҙалған уҡ фигураһы, артефакт.

Тарих

1814 йылдың яҙында, Наполеон һуғыштары тамамланғандан һуң, башҡорт яугирҙары Рус армияһы составында Германия аша Рәсәйгә ҡайта. 1814 йылдың 14 апрелендә империя кенәзе Фридрих Гюнтер I-нең улы, принц Карл Гюнтер саҡырыуы буйынса, башҡорттар Шварца ауылында туҡтап ҡала[1].

Риүәйәт буйынса, Карл Гюнтер башҡорт уҡтарының хәрби һәләтенә шикләнә һәм бәхәскә инә: ул уларға үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә тәҡдим итә, кирха шпиле яғына ҡулын һелтәп күрһәтеп. Башҡорттар был саҡырыуҙы ҡабул итә һәм изге Лауренций кирхаһы шпиле осондағы металл алмаға уҡ менән тейҙерә[2].

Уҡ беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған — ағас уҡ ваҡыт үтеү менән сереп төшә, әммә һуңынан Шварцала уның урынына металл күсермәһен ҡуялар.

Оҙаҡ ваҡыт үткәс, ҡорос уҡ та тутыға һәм сереп төшә, уның ҡалған өлөшө сиркәү архивында һаҡлана. Яныбай Хамматовтың 1813—1814 йылдарҙағы рус армияһының сит ил походына арналған тарихи романы өсөн материалдар әҙерләү барышында башҡорт уғы үҙ урынына ҡағып ҡуялар[3].

2013 йылда Тюрингияның Шварца ҡалаһындағы изге Лауренций кирхаһына немец һәм башҡорт телдәрендә яҙылған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. Сиркәү шпиле алмаһына алтын ялатылған уҡ ҡуйыла[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. SNEG. Башкирская стрела в Европе - SNEG5.com (18 ноябрь 2018). 24 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 Купол церкви в немецком городе Шварца украсила новая башкирская стрела. nazaccent.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2025.
  3. Б. Малородов, И.Шаяхметов Наследие давних лет — башкирские воины в гостях у Гёте. Истоки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2017. Архивировано 5 ғинуар 2017 года.

Әҙәбиәт

  • Рахимов Р. Н. Стрела башкирского воина. Военная история башкир: энциклопедия/ гл. Ред. А. З. Асфандияров. -Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. −432 с.;ил., карты ISBN 978-5-88185-076-0

Һылтанмалар

Категориялар