Башҡорттарҙың рус әрмеһе походтарында ҡатнашыуы
Викидата элементы тултырылмаған |
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуҙың бер шарты булып хәрби хеҙмәт итеү була. XVI быуат урталарынан уҡ башҡорт яугирҙары рус ғәскәрҙәренең төрлө походтарында ҡатнаша башлайҙар. 1558—1583 йылдарҙа — Ливония һуғышында, 1570—1583 йылдарҙа Ҡырым ханлығы менән һуғышта, 1604—1610 йылдарҙа Польша һәм Швеция баҫып инеүенә ҡаршы һуғышта башҡорт полктары әүҙем ҡатнаша. 1608—1610 йылдарҙа батша Василий Шуйский саҡырыуы буйынса башҡорттар хөкүмәт ғәскәре сафында, батшаға ҡаршы булған һәм Ялған Дмитрий II көстәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашып, нижегород воеводаһы А. С. Алабьев командалығында Түбәнге Новгород, Муром, Владимир, Балахной һәм Ҡасим ҡалаларын азат итеп, 1610 йылдың мартында Мәскәүгә инәләр. Ошонан һуң башҡорттарҙы өйҙәренә ҡайтаралар.
1610 йылдың 26 июнендә поляк гетманы Жолкевский Клушино янындағы алышта батша Василий Шуйский ғәскәрен ҡыйрата һәм Мәскәү йәнә ситтәр ҡулына эләгә. Башҡорттар тағын да тыуған илде яҡлаусылар сафына саҡырылалар һәм 1611—1612 йылдарҙа тәүҙә кенәз Д. Т. Трубецкойҙың Беренсе ополчениеһы составына инәләр, ә һуңынан кенәз Д. М. Пожарскийҙың Икенсе ополчениеһы сафында Мәскәүҙе азат итеүҙә ҡатнашалар.
1633, 1635, 1643—1645 йылдарҙа башҡорттар Өфө хәрби хеҙмәт итеүселәре менән бергә ҡалмыҡтарға ҡаршы һуғышалар. Башҡорттар 70 йыллап, 1710-сы йылдарға тиклем, үҙҙәренең ерҙәрен яҡлап, ҡалмыҡтар менән һуғышалар. 1675 йылда кенәз К. М. Черкасский командалығында Ҡырым походына баралар. 1695—1696 йылдарҙа Петр I-нең Азов походында ҡатнашалар, ошо походта генераль штурм алдынан Бөрйән улусынан Алдар тархан Иҫәкәев милләте менән черкес булған, төрөк яугирына ҡаршы алышҡа сығып, уны үлтереп, еңеүгә өлгәшә һәм беҙҙең ғәскәрҙең еңеүенә юл аса.
1701 йылда мең кешелек башҡорт отряды шведтарға ҡаршы һуғышҡа китә. Оҙаҡҡа һуҙылған Төньяҡ һуғышында, Башҡортостанда Алдар-Күсем ихтилалдары барыуға ҡарамаҫтан, башҡорттар 1701—1705 һәм 1708—1710 йылдарҙағы ике һуғыш кампанияларында ҡатнашалар.
1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары баҫтырылғандан һәм Ырымбур губернаһы барлыҡҡа килгәндән һуң Себерҙә һәм ҡаҙаҡ далаларындағы сиктәрҙе һаҡлауға башҡорттарҙы һәм мишәрҙәрҙе системалы рәүештә йәлеп итеү башлана. XVIII быуаттың 40-сы йылдарында уҡ башҡорт ғәскәри ойошмаһы барлыҡҡа килә, документтарҙа «Башҡорт-мишәр ғәскәре» тигән аңлатма ҡулланыла башлай.
Башҡорттар Рәсәйҙең тышҡы дошмандарына ҡаршы бик күп һуғыштарында ҡатнашалар. Уларҙың 1757 йылда Пруссияға ҡаршы һуғышта ҡатнашыуҙары билдәле. Ете йыллыҡ һуғыш (1756—1763) башланыу сәбәпле Елизавета Петровна хөкүмәте һуғыш кампанияһында ҡатнашыу өсөн Башҡортостан территорияһында бер башҡорт һәм бер мишәр полктарын мобилизациялау тураһында ҡарар ҡабул итә. 1756 йылдың 8 октябрендә Ҡаршын-Шәрип ауылынан (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Шәрип ауылы) 1000 кешелек ҡатнаш башҡорт-мишәр отряды подполковник Боргентрейх командалығында Пруссияға юллана. Башҡорт-мишәр атлылары Пруссия ғәскәрҙәре менән бик күп авангард бәрелештәрҙә үҙҙәренең өҫтөнлөктәрен күрһәтәләр. 1757 йылдың 19 авгусында 531 башҡорттан, 519 мишәрҙән, 516 ҡалмыҡтан һәм 500 Ҡазан татарҙарынан торған «Дүрт төрлө халыҡ» тип йөрөтөлгән команда, Ете йыллыҡ һуғышта мөһим булған тип иҫәпләнгән, Гросс-Егердорф эргәһендәге киң билдәле алышта ҡатнашалар һәм ошо алышта Фридрих II еңелеүгә дусар була.
Пруссия походында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш волостарының төрлө вәкилдәренән торған Шайтан-Көҙөй улусы старшинаһы Әсән Муллаҡаев етәкселегендә ҙур команда ҡатнаша. Мәҫәлән, Дыуан улусынан Ибраш Булатов (Мишәр ауылы), Әлмисаҡ Аҡбулатов, Исаҡ Рәмғолов, Сөңкә Нурҡаев, Муса Мостафин, Күҫәк Илсембәтов, Сураш Мостафин (Мәсетле ауылы),Салауат Юлаевтың атаһы Юлай Аҙналин. Ошолай уҡ хәҙерге Туймазы районы Балтай ауылынан башҡорттар Тамҡа Иҫәнәев, Алдияр Әҙилев, хәҙерге Кушнаренко районы Талбаҙы ауылынан башҡорттар Рахманғол Йыһанов, Дәүләт Тимеров, Ғүмәр Хөсәйенов, Морат Солтанғолов.
Өс меңлек башҡорт корпусы 1771—1773 йылдарҙа Польша походында була. 1768 йылда Екатерина II ҡуйған Станислав Понятовский идара иткән Польшала барған ихтилалды баҫтырыу өсөн рус ғәскәре ташлана. Илдә башланған партизан хәрәкәтенә ҡаршы көрәшеү өсөн регуляр булмаған атлылар кәрәк була. Шуның өсөн дә башҡорттарҙы мобилизовать итеү тураһында ҡарар ҡылына. Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорп 1771 йылдың 13 ноябрендә батшабикә исеменән поляктарға ҡаршы һуғышҡа барырға өс мең кешелек отряд төҙөү тәҡдиме менән башҡорттарға мөрәжәғәт итә. Был башҡорт корпусы 300-шәр кавалеристан торған 10 партияға бүленә. Әйле улусы башҡорттары (28 кеше) 1-се һәм 2-се партияға, түбәләҫтәр (17 кеше) 2-се партияға, тырнаҡлылар (45 кеше) һәм мырҙалар башҡорттары Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Юлай Аҙналин командалыҡ иткән 6-сы партияға ингәндәр. 2-се партия менән Һарт улусы старшинаһы Өмәтәй Ураҙымбәтов һәм 3-се партия менән Ҡазан юлы поход старшинаһы Миңлекәй Әбделғәзизов командалыҡ иткәндәр. Дыуанай улусы старшинаһы командаһы, 2 кеше 3-се партияла һәм 27 кеше 2-се партияла, бөтәһе 29 кешенән торған. Дыуан улусы старшиналары Аллағужа Баҡынов һәм Миндияр Арҡаевтарҙың командаһы ингән 2-се партияның 62 кешелек исемлектә хәҙерге Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылынан яҫауыл Монас Биктуғанов, сотник Илсекәй Биктуғанов, хорунжий Тәҡей Мишәров, хәҙерге Ҡыйғы районы Мәсәк ауылына нигеҙ һалыусының улы казак Ғүмәр Мәсәковтар бар. Ошо Польша походында ҡатнашҡан бөтә волость старшиналары ла 1773—1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр ихтилалдарында баш күтәреүселәр сафына баҫалар, бары тик өс мең кешелек башҡорт ғәскәре менән командалыҡ иткән Ҡолой Балтасов ҡына батшабикәгә тоғро булып ҡала.
1786—1790 йылдарҙағы Швецияға ҡаршы өс башҡорт полкы яугирҙары (1500 кеше) рус ғәскәре сафында генерал-майор И. Михельсон командалығында Финляндиялағы алыштарҙа айырылып торалар. Фин походында ҡатнашыусыларҙың бер нисәһенең генә исемдәре билдәле, шулар араһынан документтарҙа Әйле улусы башҡорто, илле башы, өлкән сержант Туҡтағол Ҡонбаев сағылған.
1805—1807 йылдарҙа Наполеонға ҡаршы Дүртенсе коалиция һуғышында бөтәһе 10 мең кеше булған 20 башҡорт полкы Пруссия ерендәге алыштарҙа ҡатнашҡан.
1806—1829 йылдарҙа башҡорт полктары бер туҡтап, бер яңынан тергеҙелгән рус-төрөк һуғыштарындағы походтарҙа рус ғәскәренә ярҙам иткәндәр.
1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы сит илгә походында 10 мең кешелек 20 атлы башҡорт полкы ҡатнашҡан. Һәр бер полк 500 яугирҙан торған, командирҙар составына 30 кеше ингән (полк командиры, башҡорт командиры старшина, 5 есаул, 5 йөҙ башы, 5 хорунжий, 1 квартирмейстр, 1 мулла, 1-2 писарь һәм 10 илле башы). Француздарға ҡаршы һуғышыусы полктарҙан тыш, 12 мең башҡорт Рәсәйҙең көнсығыш сигендә хеҙмәт итә — һыҙыҡ һағы хеҙмәтен үтәй. 1812 йылғы Ватан һуғышында 1,2,3,4,5 башҡорт полктары ҡатнашҡан, ә ҡалғандары Рәсәй ғәскәренең 1813—1814 йылдарҙағы сит илгә походына ҡушылған. 1-се, 4-се, 5-се, 9-сы һәм 14-се башҡорт полктары Лейпциг эргәһендәге «Халыҡтар һуғышында» ҡатнаша. Парижға еңеү менән ингән 1-се, 2-се, 9-сы, 4-се һәм 5-се полктарҙың айырым командалары яугирҙары «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» тигән көмөш миҙал менән бүләкләнә. Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан бөтә яугирҙарға ла «1812-1814 йылдар һуғышы иҫтәлеге» тигән көмөш миҙал тапшырыла. Айырыуса батырлыҡтар күрһәткән күп кенә башҡорт яугирҙары ордендар менән наградлана. Һуғышта ҡатнашҡан 2-се, 3-сө, 4-се, 7-се, 9-сы, 10-сы, 11-се, 19-сы һәм 20-се полктар Ырымбурға 1814 йылдың декабрендә ҡайтып еткәндәр. 6-сы полк 1815 йылдың ғинуарында, 1-се, 5-се, 8-се, 12-се, 13-сө һәм 16-сы башҡорт полктары Ырымбурға саҡ 1815 йылдың февралендә килеп еткәндәр. Ырымбурҙа полктарҙы тарҡатып, яугирҙарын ауылдарына ҡайтарып ебәргәндәр.
1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышынан һуң башҡорт атлылары өс Европа кампанияларында ҡатнашалар: 1828—1829 йылдарҙа рус-төрөк һуғышында, 1830—1831 йылдарҙа рус-польша һуғышында һәм 1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышында. Бынан тыш башҡорттар ҡаҙаҡ сыуалыштарын тынысландырыу буйынса бик күп һандағы дала походтарында, Ырымбур губернаторы Перовский ойошторған уңышһыҙ булған 1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походында һәм 1852—1857 йылдарҙағы Урта Азияны баҫып алыу походтарында ҡатнашҡандар.
1865 йылда Башҡорт ғәскәре бөтөрөлә һәм ошонан һуң башҡорттар рус әрмеһенең частарында дөйөм нигеҙҙә хеҙмәт итә башлай.
Рәсәй алып барған һуғыштарҙа башҡорттарҙың ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1877—1878 йылдарҙа — рус-төрөк һуғышында; 1900—1901 йылдарҙа — Ҡытайҙағы сыуалыштарҙы тынысландырыу кампанияһында; 1904—1905 йылдарҙа — рус-япон һуғышында; 1914—1918 йылдарҙа — Беренсе донъя һуғышында; 1917—1922 йылдарҙағы граждандар һуғышында; 1919—1921 йылдарҙағы Совет-поляк һуғышында; 20 быуаттың 30-сы йылдарҙа — Урта Азияла баҫмасыларға ҡаршы һуғыштарҙа 1939—1940 йылдарҙа — Совет-фин һуғышында; 1941—1945 йылдарҙа — Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияға ҡаршы; 1945 йылдың авгусында — Японияға ҡаршы һуғышта.
Башҡорт егеттәре Әрме сафында хеҙмәт иткән мәлдәрендә Венгрия (1956), Чехословакия (1968), Афғанстан (1979—1989), Чечня һәм башҡа локаль бәрелеш һуғыштарында ҡатнаша.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- История башкирских родов. Дуван. Том 16- Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Китап, 2016-стр. 41-45.
- История башкирских родов. Кудей, Мурзалар, Каратавлы. Том-23- Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Китап, 2017- стр. 109—113.
- История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25, Часть 1 — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Китап, 2017 — стр. 130—135.
- Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте. Өфө — 1997, 33-сө, 223—224 се биттәр.
- А. З. Асфандияров «Любезные вы мои …» Уфа, Китап — 1992.
- Ә. Әсфәндиәров «Олатайҙарҙың бар тарихы», Өфө, Китап — 1996. « Парижды ла күрҙек беҙ …», 117—132 биттәр.
- Ә. Йыһанғәлин. «Беренсе Ватан һуғышы ҡасан тамамланған?». Ватандаш журналы 2014 № 4, 70-71-се биттәр.