Рус-төрөк һуғыштары
Тасуирламаһы
Һуғыштар башта Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйын һәм Төньяҡ Кавказды, һуңыраҡ — Көньяҡ Кавказды контролдә тотоу, Ҡара диңгеҙ боғаҙҙарында судноларҙың йөрөүе хоҡуғы, Ғосман империяһы сиктәрендә христиан хоҡуҡтары һәм уның урыҫ монархын яҡлау хоҡуғы, ә XIX быуаттың икенсе яртыһында уларҙы ғосман хакимлығынан азат итеү һәм Рәсәй йоғонтоһона индереү өсөн алып барыла (Көнсығыш мәсьәләһе); Беренсе донъя һуғышы барышында урыҫ хөкүмәте тарафынан Константинополгә һәм боғаҙҙарға эйә булыу мөмкинлектәре ҡарала[1][2].
Дөйөм алғанда, рус-төрөк һуғыштары үҙ эсенә 351 йыллыҡ осорҙо ала (1568—1918 йылдар). Ошо осор эсендә Рәсәй һәм Төркиә 69 йыл һуғыш хәлендә була. Уртаса алғанда, урыҫ-төрөк һуғыштарын бер-береһенән барыһы 25 йыл айырып торған.
Был Европа тарихында иң оҙайлы хәрби низағ була[3]. 1711 йылғы Прут кампанияһын һәм, бик йыш айырым ваҡиға итеп ҡаралған Ҡырым һуғышын иҫәпкә алмағанда, низағтар торғонлоҡтағы Ғосман империяһы өсөн һәләкәтле тамамлана; киреһенсә, улар 18-се быуат башында Бөйөк Пётрҙың яңырыш буйынса тырышлығынан һуң, Рәсәйҙең Европа державаһы булараҡ өҫтөнлөгөн күрһәтә[4].
| Йыл | Исеме | Еңеүсе |
|---|---|---|
| 1568-1570 | Рус-төрөк һуғышы | Рәсәй |
| 1672-1681 | Рус-төрөк һуғышы | Билдәһеҙ |
| 1686-1700 | Рус-төрөк һуғышы | Рәсәй |
| 1710-1713 | Рус-төрөк һуғышы | Төркиә |
| 1735-1739 | Рус-төрөк һуғышы | Билдәһеҙ |
| 1768-1774 | Рус-төрөк һуғышы | Рәсәй |
| 1787-1791 | Рус-төрөк һуғышы | Рәсәй |
| 1806-1812 | Рус-төрөк һуғышы | Рәсәй |
| 1828-1829 | Рус-төрөк һуғышы | Рәсәй |
| 1853-1856 | Ҡырым һуғышы | Төркиә |
| 1877-1878 | Рус-төрөк һуғышы | Рәсәй |
| 1914-1918 | Кавказ фронты (Беренсе донъя һуғышы) | Төркиә |
Низағ башы
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Рус-ҡырым һуғыштары
Рәсәй менән Төркиә араһында мөнәсәбәттәр Төркиәнең 1475 йылда Ҡырымды (Ҡырым ханлығы һәм Генуя ҡалаһы Кафа) яулап алыуынан башлана. Мөнәсәбәттәр Аҙауҙа һәм Кафала төрөктәр урыҫ сауҙагәрҙәрен ҡыҫырыҡлай башлағас киҫкенләшә[5]
Артабан, XVI−XVII быуаттарҙа урыҫ-төрөк мөнәсәбәттәре ярайһы уҡ көсөргәнешле була. Төркиә Ҡырым ханын даими рәүештә яҡлап, рәсәйгә ауырлыҡтар тыуҙырыуҙан тыш, яңы ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килә: Мәскәү подданныйҙары булып һаналған Дон казактары Аҙау казактарына, нуғайҙарға һөжүм итеп, уларҙы борсой. Нуғайҙарҙы солтан үҙенең подданныйҙары тип һанай. 1637 йылда Дон һәм Запорожье казактары Аҙауҙы баҫып ала һәм 1643 йылға тиклем тотоп тора[5].
Урыҫтарҙың төрөктәр менән тәүге ҡораллы бәрелеше 1541 йылда була, ул ваҡытта ҡырымлылар Сәхиб Гәрәй I етәкселегендә Мәскәүгә юллана, улар менән бергә төрөктәр ҙә була[5].
1553 йылда Рус батшалығы Әстерхан ханлығына, союздаш Ҡырымға һәм Төркиәгә ҡаршы хәрби ғәмәлдәр башлай. 1556 йылда ханлыҡ яулап алына.
1556 йылда Ҡырым ханы Мәскәүгә ҡаршы сыға. Батша Иван Грозный уға ҡаршы Матвей Иванович Ржевскийҙы (ҡушаматы «Дьяк») ебәрә, Ржевский ҡырымлыларҙы ҡыуыу ғына түгел, Днепрҙың түбәнге ағымына, Очаковҡа тиклем барып етә һәм унда төрөктәрҙе ҡыйрата. Әлеге походта Ржевскийға Запорожье казактары ярҙам итә. 1558 йылда ҡырымлылар менән яңы бәрелештә Днепр тамағына Данило Адашев бара, ул Ҡырымды бөлгөнлөккә төшөрә һәм ике төрөк карабын тартып ала[5].
XVI быуат
1568—1570 йылдар
Башҡа эштәр менән мәшғүл булған төрөк солтаны Сөләймән I Мәскәү ғәскәрҙәренең яулауҙарын иғтибарһыҙ ҡалдыра. Ниһайәт, 1563 йылда ул Әстерханды кире ҡайтарыу ниәте менән, походҡа йыйына. Ҡырым ханы солтанды был ниәтенән баш тартырға өгөтләп ҡарай, сөнки ул да уның Ҡара диңгеҙҙә позицияларын нығытыуынан ҡурҡа. Ҡырым ханы төрөк походын 1569 йылға тиклем кисектереп торуға өлгәшә[5].
Сөләймән I 1566 йылда вафат була. Уның вариҫы Сәлим II походты ойоштороуҙы Кафа пашаһы Ҡасимға йөкмәтә[5].
1569 йылдың йәйендә Әстерханде ҡамау һәм Волга һәм Дон йылғаларын тоташтырыусы каналдың төҙөлөшөн башлар өсөн Ҡасим паша етәкселегендәге 15 мең яңысарҙан, ике мең сипаһтан, бер нисә мең аҙаптан һәм аҡынсыларҙан торған ҙур ғәскәр ебәрелә. Оттоман флоты Аҙау тирәһендә торған саҡта, Әстерханға ҡырым хандың ғәскәре лә килеп етә[5].
Әммә Әстерханды азат итеү өсөн ебәрелгән кенәз Петр Семенович Серебряный-Оболенский етәкселегендәге ғәскәр һәм гарнизондың көтөлмәгән һөжүме дошман ҡамауын алып ташларға мәжбүр итә[6], 15 мең кешенән торған ғәскәр канал төҙөүселәрҙе ҡыуып ебәрә һәм уларға ярҙамға ебәрелгән 50 меңлек ҡырым татарҙары ғәскәрен еңә. Ошо уҡ ваҡытта Оттоман флотын диңгеҙҙәге көслө шторм юҡҡа сығара. Сигенеүсе төрөк армияһы далала аслыҡтан һәм һыуыҡтан тулыһынса һәләк була
1572 йылда рус ғәскәрҙәре Молодя эргәһендәге алышта татар-төрөк армияһын ҡыйратып, Волга буйын үҙенеке итеп нығытып ҡуя.
XVII быуат
1672—1681 йылдар
Ғосман империяһының урыҫ-поляҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәренә ҡыҫылырға һәм Уң ярҙағы Украинаны контролдә тоторға маташыуы һуғыш башланыуға сәбәпсе була. 1669 йылда Уң ярҙағы Украина гетманы Пётр Дорошенко Ғосман империяһының вассалы булып китә.
Яңы союзға таянып, солтан Мәхмәт IV 1672 йылда Польша менән һуғыш башлай, һөҙөмтәлә Подолияны үҙ контроленә ала. Төрөктәрҙең уңыштары Мәскәүҙә паника тыуҙыра, унда Мәскәү контролендә булған Һул ярҙағы Украинаға төрөктәрҙең баҫып инеүенән ҡурҡалар[5]. Рәсәй хөкүмәте Ғосман империяһына һәм Ҡырым ханлығына һуғыш иғлан итә. Дон казактары, Алексей Михайлович ҡушыуы буйынса, төрөктәрҙең Дон тамағындағы һәм Ҡырым яры буйындағф биләмәләренә һөжүм итә.
1673 йылда дума дворянины И. С. Хитрово етәкселегендәге рус отряды Дон казактары менән берлектә көньяҡта төрөк ҡалаһы Аҙауға ҡаршы хәрби хәрәкәтен дауам итә. 1673 йылдан алып, төрөктәрҙең баҫып алыуын көтмәй, кенәз Ромодановскийҙың һәм һул ярҙағы гетман Иван Самойловичтың командованиеһында рус ғәскәрҙәре Уң ярҙағы Украинаға төрөк вассалы гетман Дорошенкоға ҡаршы походтар ойоштора башлай. Һөҙөмтәлә 1676 йылдың сентябрендә Чигирин ҡалаһы бирелә һәм Дорошенко капитуляциялана[5].
Уң ярҙағы Украинаны үҙенең вассалы тип һанап, төрөк солтаны Дорошенко урынына гетман тип Юрий Хмельницкийҙы иғлан итә һәм Чигиринға походын башлай[5].
1677 йылда төрөк ғәскәрҙәренең Чигиринды ҡамап маташыуы уңышһыҙ тамамлана һәм улар, Бужин эргәһендә еңелеп, сигенергә мәжбүр була[5].
1678 йылда төрөктәр Чигиринды ҡайтарып алыуға өлгәшә, ә рус ғәскәрҙәре Һул яҡ ярҙағы Украинаға сигенә[5].
1679—1680 йылдарҙа әүҙем хәрби хәрәкәттәр алып барылмай һәм һуғыш 1681 йылдың ғинуарында Баҡсаһарай солох килешеүе[ru]нә ҡул ҡуйыу менән тамамлана[5].
1686—1700 йылдар
1683 йылда Үҙәк Европала Бөйөк төрөк һуғышы башлана. Поляк короле Ян III Собеский етәкселегендәге союздаш Польша-Австрия-Германия ғәскәрҙәре Вена эргәһендә төрөк армияһын ҡыйратыуға һәм ғосман ҡамауынан ҡотолоуға өлгәшә. Киләһе йылда Ғосман империяһына ҡаршы Европа христиан дәүләттәре Изге лигаһы булдырыла. Төрөктәргә ҡаршы союзға Изге Рим империяһы (Габсбургтар Австрияһы), Речь Посполитая һәм Венеция республикаһы инә[7].
1686 йылда, рус-поляк һуғышына нөктә ҡуйған Мәңгелек солох төҙөлгәндән һуң, Изге лигаға батша ҡыҙы Софья Алексеевна идаралығында урыҫ хөкүмәте ҡушыла[5].
1687, 1689 йылдарҙағы һуғыш барышында Василий Голицын командованиеһында рус ғәскәрҙәре Запорожье казактары менән берлектә ике тапҡыр Ҡырымға походҡа бара, әммә икеһендә лә нуғай яландарында һыу булмау сәбәпле, кире боролорға мәжбүр була[5].
Софья тәхеттән ҡолатылғандан һуң тәүге мәлдә йәш батша Петр I ҡырымлыларға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙе яңыртарға йыйынмай. Тик 1694 йылда ғына көньяҡҡа походтарҙы ҡабатлау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Әммә был юлы Перекопты түгел, ә Аҙау ҡәлғәһен яулап алыу маҡсаты ҡуйыла[5]. 1695 йылдың яҙында башланған беренсе Аҙау походы шул уҡ йылдың сентябрендә флоттың булмауы һәм рус армияһының тәьминәт базаларынан алыҫта хәрәкәт итә алмауы арҡаһында уңышһыҙлыҡ менән тамамлана[5].
1696 йылда икенсе Аҙау походы башлана, уның барышында Алексей Шеин етәкселегендәге рус армияһы ҡабаттан Аҙауҙы ҡамай. Был юлы рус флотилияһы ҡәлғәне диңгеҙ яғынан бикләй. Һөжүмде көтөп тормайынса, 1696 йылдың 19 июлендә ҡәлғә бирелә[5].
Австрия ғәскәрҙәре лә уңышлы эш итә. Һөҙөмтәлә 1699 йылда австриялылар төрөктәр менән Карловица солохо[ru]н төҙөй. Рус-төрөк һөйләшеүҙәре оҙағыраҡ дауам итә һәм 1700 йылда Константинополь солох килешеүе[ru]нә ҡул ҡуйыу менән тамамлана. Килешеү буйынса Аҙау Рәсәйгә күсә[5].
XVIII быуат
1710—1713 йылдар
Полтава эргәһендә еңелгәндән һуң Ғосман империяһында йәшеренгән швед короле Карл XII, Төркиәләге француз илсеһе Шарль де Феррионың һәм Ҡырым ханының интригалары[8], шулай уҡ Рәсәйҙең Ғосман империяһы сиктәренән швед королен ҡыуып сығарыу буйынса талаптары һуғыш башланыуға сәбәп була. 1710 йылдың 20 ноябрендә Төркиә Рәсәйгә һуғыш иғлан итә[5].
1711 йылдың яҙында Пётр I Рус армияһының Прут походын башлай һәм 1711 йылдың июненә ғәскәрҙәрен Яссы тирәһендә туплай. Бөйөк вәзир Балтаджи пашаның ғосман армияһы (120 меңгә яҡын кеше, 440-тан ашыу орудие) 18 июндә Исакчи янында Дунай аша сыға һәм Пруттың һул ярында Ҡырым ханы Дәүләт Гәрәй II-нең 70 меңлек атлылары менән осраша. 30 июндә Пётр I төп көстәре менән (38 мең рус һалдаты, 114 орудие) Пруттың уң яры буйлап китә һәм 7 июлдә Станилештиға барып етә. Ғосмандар Прут аша Фальчи тирәһендә сыға һәм 8 июлдә Сталинештиҙан көньяҡҡараҡ Рус авангардына һөжүм итә. Рус ғәскәрҙәре 9 июлдә дошман тарафынан ҡамауға алынған Яңы Станилешти янында нығытылған лагерға сигенә. Штурм кире ҡағыла, төрөктәр 8 мең кешеһен юғалта, әммә урыҫ ғәскәрҙәренең хәле, боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек булмау сәбәпле, киҫкенләшә. Һөйләшеүҙәр башлана һәм 1711 йылдың 12 июлендә Прут солох килешеүе[ru]нә ҡул ҡуйыла[9]. Рус армияһы ҡамауҙан сыға һәм хәрби тәртиптә Рәсәйгә ҡайта, әммә алмашына Аҙауҙы Төркиәгә бирергә тура килә.
Солтан яңы талаптар ҡуйыуы, әммә Рәсәйҙең ризалашмауы арҡаһында, һуғыш хәл-торошо 1713 йылға тиклем дауам итә. Адрианополь солохо килешеүе[ru] 1711 йылғы Прут солохо килешеүе шарттарында төҙөлә[5][9].
1735—1739 йылдар
1735—1739 йылдарҙағы һуғыш Ғосман империяһына ҡаршы Рәсәй һәм Австрия империялары берлегендә үтә. Ул поляк мираҫы өсөн һуғыш һөҙөмтәһенә бәйле ҡапма-ҡаршылыҡтар артыуы, шулай уҡ ҡырым татарҙарының көньяҡ урыҫ ерҙәренә туҡталмаған барымтаһына бәйле була. Бынан тыш, һуғыш Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙгә сығыуға эйә булыу буйынса оҙайлы стратегияһына тура килә. Константинополдәге эске сәйәси низағ менән файҙаланып, Рәсәй Төркиә менән һуғыш башлай[5]
1736 йылда 62 мең кешенән торған генерал-фельдмаршал Бурхард Христофор Миних етәселегендәге Рус Днепр армияһы штурм менән Перекоп эргәһендәге ғосман нығытмаларын, ә 17 июндә Ҡырым ханлығының баш ҡалаһы Баҡсаһарайҙы яулай. Әммә аҙыҡ-түлектең етешмәүе, шулай уҡ армияла эпидемиялар йышайыуы Минихты сигенергә мәжбүр итә. Шул уҡ йылда 28 мең кешенән торған генерал-фельдмаршал Петр Ласси етәкселегендәге Дон армияһы Дон флотилияһы ярҙамында Аҙауҙы ала.
1737 йылда Миних армияһы, Днепр флотилияһының килеп етеүен көтмәйенсә, Очаковты ала. Ласси армияһы был ваҡытҡа 40 меңгә тиклем арта һәм бер үк ваҡытта Ҡырымға бәреп инеп, Ҡырым ханының армияһына ҙур зыян килтереп, Ҡараһыубаҙарҙы ҡулға төшөрә. Әммә тәьминәттең етешмәүе уны ла тиҙҙән Ҡырымды ташлап китергә мәжбүр итә.
Рәсәйҙең еңеүҙәре фонында ҡыйыуланып, 1737 йылдың июлендә Австрия Төркиәгә һуғыш иғлан итә, әммә тиҙ арала бер нисә тапҡыр еңелә. Шулай итеп, Австрияның һуғышҡа инеүе союздаштар өсөн хәлдәрҙе ҡатмарлаштыра ғына һәм Төркиәнең позицияларын, киреһенсә, нығыта.
Августа Рәсәй, Австрия һәм Төркиә Немировола солох һөйләшеүҙәрен башлай, әммә улар һөҙөмтәһеҙ була. 1738 йыл дауамында күҙгә күренерлек хәрби хәрәкәттәр күҙәтелмәй, әммә Рус армияһына, тағун ауырыуы эпидемияһы арҡаһында, Очаковты һәм Кинбурнды ҡалдырырға тура килә.
1739 йылда Ставучан алышында төрөк ғәскәрҙәрен ҡыйратып, Рус армияһы Хотин менән Яссыны яулай[5].
1739 йылдың сентябрендә Белград солох килешеүе[ru] төҙөлә. Уға ярашлы, Аҙау Рәсәйгә ҡала, әммә ундағы бөтә нығытмаларҙы ла юҡ итергә йөкләмә ала. Бынан тыш, Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙә флот булдырыу тыйыла, ә сауҙа өсөн төрөк суднолары файҙаланырға тейеш була. Шулай итеп, Ҡара диңгеҙгә сығыу мәсьәләһе хәл ителмәй ҡала.
1768—1774 йылдар
Үҙҙәрен рустар һәм рус хеҙмәтендә тип һанаған колийҙар отрядының поляк боласыларын эҙәрлекләп Ғосман империяһы территорияһында урынлашҡан Балта ҡалаһына инеүенән файҙаланып, солтан Мостафа III солтан 1768 йылдың 25 сентябрендә Рәсәйгә һуғыш иғлан итә.
1769 йылда төрөктәр Днестрҙы аша сыға, әммә уларҙы генерал Голицындың армияһы кире бора. Рус ғәскәрҙәре, Хотинды баҫып алып, 1770 йылдың ҡышына Дунайға сыға.
1770 йылда Урта диңгеҙгә граф Алексей Орлов етәкселегендә Рәсәйҙең Балтик флоты эскадраһы килеп етә. Пелопоннестың баш күтәргән гректарына ярҙам күрһәткәндән һуң, эскадра Чесма алышнда ғосман флотын еңә. Ошо уҡ йылда Рус армияһы Рябая Могила, Ларга һәм Кагула эргәһендәге XVIII быуаттың иң ҙур алышында төрөк армияһын ҡыйрата.
1771 йылда кенәз Василий Долгоруков етәкселегендә Рус армияһы Ҡырым ярымутрауын баҫып ала. Ҡырым ханлығы үҙенең бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан итә һәм Рәсәй империяһы протектораты ҡарамағына күсә.
1772 йыл дауамында һәм 1773 йылдың башында Фокшандарҙа һәм Бухареста солох һөйләшеүҙәре бара, әммә француз илсеһенең ҡотҡоһона бирелеп, Төркиә Ҡырым ханлығының бойондороҡһоҙлоғон танымау сәбәпле, 1773 йылдың яҙында һуғыш ҡабаттан тоҡана.
1773 йылда Рус армияһының Силистрияны алырға маташыуы уңышһыҙ тамамлана, әммә Кайнаржи эргәһендәге алышта төрөктәрҙе ҡыйрата.
1774 йылда Коздуджи эргәһендәге алышта Суворов етәкселегендә Рус армияһының еңеүенән һуң, төрөктәр солох һөйләшеүенә ризалаша һәм 21 июлдә Көсөк-Кайнарджа солох килешеүе[ru]нә ҡул ҡуйыла.
Уға ярашлы, Ҡырым ханлығының Төркиәнән бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Рәсәй Оло һәм Кесе Ҡабарҙа, Аҙау, Керчь, Еникале, Днепр һәм Көньяҡ Буг араһындағы далалы Кинбурнға эйә була.
1787—1791 йылдар
1783 йылда Ҡырым Рәсәй империяһына ҡушыла. 1787 йылда Ғосман империяһы Рәсәйгә һуғыш иғлан итә, әммә төрөктәрҙең һуғышҡа әҙерлекһеҙ булыуы һәм уңайһыҙ ваҡытты һайлай: ошонан алда ғына Рәсәй менән Австрия үҙ-ара хәрби союз булдыра, был хаҡта төрөктәр бик һуң ғына хәбәрҙар була. Төрөктәрҙең Банатта австриялыларҙы еңеүе тиҙ арала Рәсәйгә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙәге уңышһыҙлыҡтар менән алмашына. Фельдмаршал Потемкиндың армияһы бик оҙаҡ ҡамауҙа тотҡандан һуң Очаков ҡолатыла, уның төрөк гарнизоны тулыһынса ҡыйратыла. Был яңылыҡ солтан Абдул-Хәмитте ныҡ тетрәндерә һәм ул апоплексик удар кисереп, дүрт айҙан вафат була.
Төрөк генералдары үҙҙәренең булдыҡһыҙлығын күрһәтәләр, армияла болалар башлана. Төрөктәрҙең Бендерыға һәм Аккерманға походтары уңышһыҙлыҡҡа тарый, Белградты ҡапыл ғына австриялылар баҫып ала. 1789 йылда Суворов командалығында рус-австрия ғәсәкәрҙәре Рымник эргәһендәге генераль алышта төрөк ғәскәрҙәрен ҡыйрата.
Артынса уҡ Суворов — Измаилды, ә Кавказда рус ғәскәрҙәре Анапаны ала, был төрөк еңелеүҙәре серияһының сираттағы звеноһы була.
Төрөк флоты, һан яғынан өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан, контр-адмирал Н. С. Мордвинов етәкселегендәге Ҡара диңгеҙ флотынан — Очаков Лиманы алыштары серияһында һәм контр-адмирал М. И. Войнович етәкселегендәге Фидониси эргәһендәге бәрелештә (1788) еңелә. Флот командующийы итеп адмирал Ф. Ф. Ушаков тәғәйенләнгәндән һуң, 1790 йылда Тендра һәм Каликария эргәһендәге алыштарҙа еңелеү кисерә.
Яңы солтан Сәлим III-гә, Рәсәй менән солох килешеүнә ҡул ҡуйыр алдынан, бер генә булһа ла еңеү менән дәүләтенең абруйын күтәрергә теләй, әммә төрөк армияһының хәле бындай мөмкинлеккә эйә булмай. Һөҙөмтәлә Ғосман империяһы 1791 йылдың декабрендә Яссы солох килешеүе[ru]нә ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Килешеүгә ярашлы, Очаков һәм Ҡырым Рәсәйҙә ҡала, шулай уҡ ике империя араһындағы сиктәр Днестр йылғаһына тиклем күсерелә[1][2][10][11].
Дөйөм баһа
XVIII быуат һуғыштарында Төркиә ҙур юғалтыуҙар кисерә были очень велики. Рәсәй менән һуғыштарҙа төрөктәр рустарға ҡарағанда бер нисә тапҡырға артығыраҡ юғалтыу кисерә; был йөҙ йыллыҡта төрөктәрҙең хәрби техникаһы һәм һуғыш сәнғәте Европа армияларынан ҡалыша. Һөҙөмтәлә 280 меңлек төркмә армияһы иленә еңеү килтермәй. Айырым алыштарҙа улар аяуһыҙ юғалтыу кисерә. 1737 йылда Очаковты штурмлағанда 17 мең төрөк һәләк була, ә рустарҙың юғалтыуы бер нисә тапҡырға кәмерәк. 1770 йылда рустар Кагуль алышында төрөк армияһын ҡыйрата, төрөктәрҙең 20 мең яугиры һәләк була һәм яралана. 1787 йылда Суворов Кинбурн эргәһендә төрөк десантын тар-мар итә: 6 меңлек армияның 700-ө генә иҫән ҡала. 1790 йылда Измаилды алғанда 26 мең төрөк һәләк була. Очаковты штурмлағанда төрөктәрҙең юғалтыуы 10 меңгә етә. Атап үтелгән биш хәрби операцияла 68 мең төрөк һәләк була. Бынан тыш, 34 эре алышта 200 мең яугиры һәләк була һәм яралана. Ошо осор һуғыштары Төркиәгә ҙур юғалтыу килтереүе тураһында уларҙың һуғыштарҙа яулап алынған өлкәләрҙә әсирлеккә алынған әсирҙәрҙе, ҡолдарҙы һуғыштарҙа ҡатнашыурға мәжбүр итеүе лә дәлилләй[12].
XIX быуат
1806—1812 йылдар
1806—1812 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышы Европала Наполеон һуғыштары контексында үтә.
Рәсми рәүештә һуғыш 1805 һәм 1806 йылдар сигендә башлана, тап ошо ваҡытта Ғосман империяһы Рәсәйгә ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булған Төркиә вассалдары Молдавия һәм Валахия господарҙарын вәкәләттәрен һалырға мәжбүр итә. Баштараҡ, Наполеон менән мөнәсәбәттәр аңлайышһыҙ булғанда, Рәсәй, араларҙы яйларға өмөтләнеп, бер ниндәй ҙә хәрби хәрәкәттәр башларға һәм сик буйында ҙур ғәскәрҙәр тупларға йыйынмай. Адмирал Сенявин клмандалығында Рус флоты Эгей диңгеҙендә уңышлы хәрәкәт итә, Ҡара диңгеҙ ҡултыҡтарын бикләй, төркиә флотын дарданелла һәм Афон алыштарында ҡыйрата. Әммә наполеондың Рәсәйгә һөжүме яҡынлашҡан һайын, Рәсәй тиҙ арала көньяҡ сиктәрҙәге проблемаларҙы хәл итергә була. 1811 йылғы кампания барышында рустар төрөктәрҙе Дунайҙағы алшытарҙа тар-мар итә, ахырҙа Төркиә армияһы Слободзея операцияһында ҡамауға алына һәм ҡыйратыла. Рәсәй фельдмаршалы Михаил Илларионович Кутузовтың уңышлы хәрби кампанияһы Рәсәй файҙаһына ғосмандарҙы Бессарабиянан баш тартырға мәжбүр итә. Был 1812 йылда Бухарест договоры[ru] менән нығытыла[1][2][11].
1828—1829 йылдар
1827 йылда Рәсәй, Англия һәм Франция араһында Лондон конвенцияһына ҡул ҡуйыла. Уға ярашлы, Греция тулы автономия ала. Ғосман империяһы конвенцияны таныуҙан баш тарта.
Шул уҡ 1827 йылда Рәсәй, Бөйөк Британия һәм Францияның берләшкән эскадраһы Наварин алышы барышында төрөк флотын ҡыйрата. 1828 йылдың апрелендә император Николай I, Портаның элекке ике яҡлы килешеүҙәрҙе (1826 йылғы Аккерман конвенцияһы) үтәүҙән баш тартыуы сәбәпле, Төркиәгә һуғыш иғлан итә.
Был һуғыш барышында рус ғәскәрҙәре Балкан һыртын үтеп, беренсе тапҡыр Константинополгә етә. Кавказда рус ғәскәрҙәре Карсты һәм Эрзурумды ала, Балканда Кулевчина алышында төрөк ғәскәрҙәрен ҡыйрата, Варна һәм Адрианополде ала.
Рус армияһының Балкандағы һәм Кавказ аръяғындағы уңышлы хәрәкәтенән, һуң 1829 йылдың сентябрендә ике яҡ араһында Адрианополь солохо[ru] төҙөлә, уға ярашлы:
• Төркиә Грецияға автономия биреү тураһындағы 1827 йылғы Лондон конвенцияһын таный.
• Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш ярының күпселек өлөшө (Анапа, Суджук-ҡала, Сухум ҡлаларын да индереп) һәм Днепр дельтаһы бирелә.
• Ғосман империяһы Рәсәйҙең Грузияға һәм хәҙерге Әрмәнстандың ҡайһы бер өлөштәренә хакимлығын таный.
• Сербияға автономия бирелә. Дунай кенәзлектәре автономиялы була.
• Төрөктәр бик ҙур күләмдәге контрибуцияны түләп бөткәнгә тиклем Рәсәйгә Молдавияны һәм Валахияның күпселек өлөшөн биләргә рөхсәт ителә[1][2][11].
Ҡырым һуғышы (1853—1856)
Рәсәйҙең Британия империяһы, Француз империяһы, Ғосман империяһы һәм Сардиния короллеге коалицияһы менән Ғосман мираҫы, Ҡара диңгеҙ бассейнында, Кавказда һәм Балҡанда хакимлыҡ өсөн һуғышы.
Һуғыш башында рус флоты Синоп бухтаһында төрөк флотын еңеүгә өлгәшә. Әммә һуғышҡа союздаштар ҡушылғандан һуң хәл-торош үҙгәрә. Артабанғы хәрби ғәмәлдәрҙә союздаштар Ҡырымға десант корпусын индереүгә һәм Рәсәй армияһының техник яҡтан ҡалышыуы арҡаһында һиҙелерлек зыян килтереүгә өлгәшә һәм бер йыллыҡ ҡамауҙан һуң Ҡара диңгеҙ флотының төп Рәсәй базаһы булған Севастополь ҡалаһын баҫып ала. Шул уҡ ваҡытта союздаштарҙың Камчаткалағы десанты уңышһыҙлыҡҡа тарый. Кавказ фронтында Рәсәй ғәскәрҙәре төрөктәрҙе бер нисә тапҡыр еңә һәм Карс ҡалаһын яулай. Һуғыш барышының Рәсәй өсөн уңышһыҙ булыуы уны тыныс һөйләшеүҙәргә барырға мәжбүр итә. 1856 йылғы Париж солох килешеүе[ru] Рәсәйҙән Ғосман империяһына Көньяҡ Бессарабиян һәм Дунай йылғаһының тамағын биреүҙе талап итә. Ҡара диңгеҙҙең, Босфор һәм Дарданелла боғаҙҙарының нейтраллеге һәм ҡоралһыҙландырыуы иғлан ителә. Рәсәй ҙә, төркиә лә Ҡара диңгеҙҙә флот тотоу хоҡуғынан мәхрүм ителә[1][2][11][13].
1877—1878 йылдар
Бер яҡтан, Рәсәй һәм союздаш Балкан дәүләттәре араһындағы һәм, икенсе яҡтан, Ғосман империяһы менән һуғыш. Сәбәбе — Балкан ярымутрауында милләтселек йүнәлешенең көсәйеүе. Болгариялағы Апрель ихтилалын баҫтырыуҙа күрһәтелгән рәхимһеҙлек Европала һәм бигерәк тә Рәсәйҙә Ғосман империяһындағы христиандар хәленә ҡарата теләктәшлек тойғоһон уята. Христиандарҙың үҙ-ара килешеп, тыныс юл менән хәл итеү теләге бойомға ашмай, сөнки төрөктәр Европа менән компромисҡа барырға теләмәй (Константинополь конференцияһы) һәм 1877 йылдың апрелендә Рәсәй Төркиәгә һуғыш иғлан итә.
Артабанғы хәрби хәрәкәттәрҙә Рус армияһы, төрөктәрҙең һүлпәнлегенән файҙаланып, Дунайҙы аша сыға һәм Шипка артылышын баҫып ала, 5 айлыҡ ҡамауҙан һуң төрөк армияһын Плевнала баш һалырға мәжбүр итә. Артабанғы Балкан аша рейдында Рус армияһы Шейново һәм Пловлив эргәһендә төрөк армияһын ҡыйрата һәм Константинополгә бер нисә километр етмәй туҡтай. Ғосман империяһы Сан-Стефан солох килешеүе[ru] буйынса еңелеүен таный һәм Европалағы барлыҡ территорияһын юғалта. Әммә договор шарттары Бөйөк Британия һәм Австрияла ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра, улар Рәсәйҙең көсәйеүен теләмәй. 1878 йылдың йәйендә үткәрелгән Берлин конгресында Берлин трактаты[ru]на ҡул ҡуйыла, уға ярашлы Бессарабияның көньяҡ өлөшө Рәсәйгә кире ҡайтарыла һәм Карс, Ардаган һәм Батум Рәсәйгә ҡушыла. Болгария кенәзлегенең бойондорҡһоҙлоғо тергеҙелә; Сербия, Черногория һәм Румыния кенәзлектәренең территориялары ҙурая, ә төрөк Боснияһы һәм Герцеговинаны Австро-Венгрия оккупациялай[14][15].
XX быуат
Беренсе донъя һуғышында Кавказ фронты
Беренсе донъя һуғышы барышында Рәсәй һәм Ғосман империялары ҡампа-ҡаршы лагерҙа була. Рәсәй Антантаға инә, Төркиә — Дүртәүле союзына, был дәүләттәр араһындағы низағты асыҡлап ҡуя. 1914 йылдың аҙағында төрөктәр Рәсәй территорияһына һөжүм башлай. Һарығамыш районында (хәҙер Төркиә) рус Кавказ армияһы Рәсәйҙең Кавказ аръяғына һөжүм иткән Әнүәр пашаның 3-сө төрөк армияһын ҡамап ала һәм тулыһынса ҡыйрата. Төрөктәр 90 меңгә яҡын кешеһен һәм 60-тан ашыу орудиеһын юғалта. Кавказ рус армияһы һәләк булғандар, яралылар, ауырыуҙар менән бергә барыһы 20 мең кешеһен юғалта. Урыҫ армияһының артабанғы һөжүме ваҡытында төрөктәр Эрзурум бәрелешендә ҡыйратыла. Рустар Эрзурум менән Трапезундты ала. Төрөктәр юғалтылған территорияларын ҡайтарыу маҡсатында контрһөжүмгә күсә, әммә Эрзинджан тирәһендә еңелелә. 1916 йылдың уртаһында рус ғәскәрҙәре Огнот операцияһында төрөк армияһын ҡыйрата, һуңынан хәрби хәрәкәттәр 1918 йылға тиклем туҡтап тора.
1917 йыл башына, Рус ғәскәрҙәре Ғосман империяһы төпкөлөнә үтеп инә, мөһим һәм эре — Ван, Эрзурум, Трапезунд, Муш, Эрзинджан ҡалаларын ала[16][17][18].
Көнсығыш Төркиәнән тыш рус һәм ғосман ғәскәрҙәре араһында хәрби хәрәкәттәр Персия территорияһында ла алып барыла. 1914—1916 йылдарҙағы Персия кампанияһы барышында рус армияһы Төркиәне еңә һәм төрөк ғәскәрҙәрен Персиянан ҡыҫырыҡлап сығара.
Персия кампанияһы барышында генерал-лейтенант Н. Н. Баратовтың 1-се Кавказ кавалерия корпусы (элекке Экспедиция кавалерия корпусы) Хой, Тебриз, Дильман, Казвин, Хамадан, Исфаган, Ханекин, Керманшах һәм Кум ҡалаларын алып, Сөләймәниә-Керинд һыҙатына сыға[19][20][21][22].
Рәсәй ашығыс рәүештә хәрби ҡеүәтен тергеҙә һәм 1917 йылдың яҙғы-йәйге кампанияһын үткәрергә әҙерләнә[23][24].
Февраль революцияһынан һуң фронт тарҡала башлай. 1918 йылда Рәсәйҙәге революция һөҙөмтәһендә һәм Брест солохонан һуң фронт йәшәүҙән туҡтай. Үҙәк властың көрсөгө арҡаһында Кавказ аръяғы комиссариаты рубеждарҙы тотоп тоа алмай, төрөктәр һәм уларҙың союздашы булған герман ғәскәрҙәре Кавказ аръяғының бер өлөшөн баҫып ала. Шул уҡ ваҡытта Төркиә Әрмәнстан Республикаһы менән солох килешеүе төҙөй. Беренсе донъя һуғышында үҙәк державаларҙың еңелеүенән һуң Кавказ аръяғын Антанта оккупациялай, ә большевиктар Брест килешеүенең ғәмәлдән сығыуы тураһында белдерә. Ғосман империяһы ғәмәлдә тарҡала.
Граждандар һуғышы һәм Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш тамамланғандан һуң 1921 йылда РСФСР һәм Төркиә араһында Мәскәү килешеүе[ru]нә ҡул ҡуйыла. Уға ярашлы Карс, Ардаган ҡалалары һәм Арарат тауы менән бергә Сурмала өлкәһе Төркиәгә бирелә.
Хәтер
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Рәсәй-төрөк мөнәсәбәттәре
- Рәсәй-төрөк мөнәсәбәттәренең тарихы
- Рус-ҡырым һуғыштары
- Рус-фарсы һуғыштары
- Рус дәүләте территорияһының формалашыуы
- Рәсәй империяһы территорияһының формалашыуы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 [ Русско-турецкие войны XVIII—XIX вв.] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ 1 2 3 4 5 Русско-турецкие войны — Кругосвет энциклопедияһынан
- ↑ Ҡалып:Книга: Russia at War
- ↑ Gábor Ágoston, «Military transformation in the Ottoman Empire and Russia, 1500—1800.» Kritika: Explorations in Russian and Eurasian History 12.2 (2011): 281—319.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 Василенко Н. П. Турецкие войны России // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Серебряный-Оболенский, кн. Пётр Семёнович // Ҡалып:Книга:Русский биографический словарь
- ↑ Павел Яновский, Bogumił Szady: Liga Święta (sojusze o charakterze polityczno-wojskowym) — z Cambrai z 1508, z 1511-16, z Cognac z 1526—1529, Encyklopedia Katolicka, Lublin 2004, t. X, kol. 1053—1055.
- ↑ Sutton Robert. The despatches of sir Robert Sutton, ambassador in Constatinople (1710—1714). Ed. by the Royl Historical Society by A.N. Kurat. London, 1951. P. 28 // Sutton — Dartmuth 20 nov. 1710.
- ↑ 1 2 Прутский поход 1711. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2013. Архивировано 22 апрель 2013 года.
- ↑ Петров А. Н. Вторая турецкая война в царствование императрицы Екатерины II − в 2-х тт. — СПб., 1880.
- ↑ 1 2 3 4 Russo-Turkish wars (Russo-Turkish history) (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
- ↑ Урланис Б. Ц. Войны и народонаселение Европы
- ↑ Крымская война 1853-56 // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Русско-турецкая война 1877−1878 гг.: Происхождение войны // Троицкий Н. А. Россия в XIX веке: Курс лекций. — М.: Высш. шк., 1997. — 431 с.
- ↑ Генов Ц. Русско-турецкая война 1877−1878 гг. и подвиг освободителей. / Перевод Кирилла Герасимова. — София: София Пресс, 1979.
- ↑ Арутюнян А.О. Кавказский фронт 1914 - 1917 гг. — Ер.: Айастан, 1971. — С. 249. — 416 с.
- ↑ Михайлов, В.В. Разгром турецкой армии и овладение первоклассной крепостью: Эрзурумская операция 1915-1916 гг // Военно-исторический журнал. — 2006. — № 8. — С. 49—53.
- ↑ Корсун Н. Г. Первая мировая война на Кавказском фронте. — М.: Воениздат НКО СССР, 1946. — 98 с.
- ↑ Корсун Н. Г. Алашкертская и хамаданская операция на Кавказском фронте мировой войны в 1915 году. — М.: Воениздат, 1940. — С. 179. — 200 с.
- ↑ Allen W. E. D., Muratoff P. P. Caucasian Battlefields: A History of the Wars on the Turco-Caucasian Border. 1828—1921 (инг.). — Cambridge: CUP, 1953. — P. 373—374, 430—435. — 614 p. — ISBN 978-1-108-01335-2.
- ↑ Айрапетов О. Р. Участие Российской империи в Первой мировой войне (1914–1917). 1916 год. Сверхнапряжение. — М.: Кучково поле, 2016. — С. 91,98. — 384 с. — ISBN 978-5-9950-0479-0.
- ↑ Масловский Е. В. [coollib.com/b/322750 Мировая война на кавказском фронте, 1914—1917 г.: стратегический очерк]. — М.: Вече, 2015. — С. 207,326. — 543 с. — (Военные мемуары, 1914—1917). — ISBN 978-5-4444-1754-6.
- ↑ Зайончковский А. М. Глава 15. Кампания 1917 года // Мировая война 1914-1918 гг. : общий стратегический очерк. — М.: Гос. воен. изд-во, 1924. — С. 318—343. — 527 с.
- ↑ Зайончковский А. М. 7. Кампания 1917 г. Глава 1 // Стратегический очерк войны 1914-1918. В 7 томах. — М.: Высший военный редакционный совет, 1922. — 207 с.
Әҙәбиәт
- Русско-турецкие войны // Румыния — Сен-Жан-де-Люз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 88—92. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 29). — ISBN 978-5-85270-366-8.
- Русско-турецкие войны // Советская историческая энциклопедия : в 16 т. / под ред. Е. М. Жукова. — М. : Большая российская энциклопедия (издательство), 1961—1976.
- Русско-турецкие войны // Энциклопедия Кругосвет.
- Турецкие войны России // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Russo-Turkish wars // Encyclopædia Britannica.
- Ágoston, Gábor «Military transformation in the Ottoman Empire and Russia, 1500—1800.» Kritika: Explorations in Russian and Eurasian History 12.2 (2011): 281—319.
Һылтанмалар
- Копылов Н. А. Россия и Турция: столетия войны
- 12 русско ― турецких войн // Журнал «Историк»