Кәҫле

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Кәҫле
ФлагГерб
Flag of Kasli (Chelyabinsk oblast).pngCoat of Arms of Kaslinsky District (Chelyabinsk oblast).png
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Каслях[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00
Почта индексы 456830–456835
Административ үҙәге Кәҫле районы и Каслинское городское поселение[d][1]
Халыҡ һаны
Административ-территориаль берәмек Каслинское городское поселение[d][1], Екатеринбург өйәҙе, Свердловский округ[d] и Кәҫле районы
Дәүләт
Майҙаны
  • 39,76 км²
Нигеҙләү датаһы 1747
Урындағы телефон коды 35149
Рәсем
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Каслей[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Кәҫле — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә урынлашҡан ҡала, Кәҫле районының административ үҙәге. Эре индустриаль һәм мәҙәни үҙәк, шулай уҡ халыҡ кәсептәре үҙәге, Кәҫле - суйындан ҡойолған сәнғәти әҫәрҙәре менән данлы.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала Силәбе өлкәһенең төньяғында Иртәш, Оло Кәҫле, Кесе Кәҫле, Кирәте һәм Сөнгөл күлдәре араһында, Силәбенән 125 км ( автомобиль юлынан), 90 км (тура юлдан) алыҫлыҡта урынлашҡан.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәҫле атамаһы (башҡ. Кәҫле, диалек. Кәһте) Оло һәм Кесе Кәҫле күлдәре атамаһынан килеп сыҡҡан тип фараз итәләр. (башҡ. Ҡаҙлы тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тигән фекерҙәр ҙә бар [2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәҫле топонимы тураһында тәүге яҙмалар 17-се быуатта уҡ күренә башлай.

1695 йылда Себер слободаларында йәшәүселәр Иван һәм Петр Алексеевич батшаларға ялыу яҙалар, унда «кроме той дороги, которая идёт меж озёр Иртяш и Касли купецким людям проехать негде. Башкиры в той земле для промыслов безденежно не пускают, берут деньги и всякое унижение чинят» тип зарланалар [3]

1747 йылдың 23 майында Кәҫле ҡасабаһы булараҡ нигеҙләнә, бында суйын ҡойоу һәм тимер сығрыу заводы төҙөлә башлай. 1751 йылда заводты Демидов Никита Никитич һатып ала. Суйын Ҡариҙел йылғаһы буйлап Европа яғына оҙатыла[4]. Кәҫлегә тәүгеләр итеп заводчик Яков Коробковҡа Ырымбур губерния канцелярияһы указы менән беркетелгән зат-ырыуын белмәгән, никаһыҙ тыуғандар урынлаштырыла (ведомостең күсермәһе Кәҫле тарихи-художество музейында һаҡлана). Рәсәйҙең үҙәк райондарынан ер эҙләп, ҡасып килеүселәр, иҫке обрядсылар өҫтәлә. Һуңғараҡ заводҡа бөтөнләйгә Тула, Сембер һәм Калуга губерниялары крәҫтәиндәре күсерелә [3]

1899 йылғы Урал буйынса юл күрһәткестә, Кәҫле заводы Екатеринбург өйәҙенең көньяҡ өлөшөн колониялаштырыуҙа бик мөһим роль үтәне, тип әйтелә. Заводҡа Тула һәм Олонец заводтарында иң оҫта һөнәр эйәләре күсенеп килә[3].

1910 йылда Пермь губернияһыЕкатеринбург өйәҙенең Кәҫле заводы төҫлө фотографияларға эләгә.[5] Рәсәй фотографы Сергей Михайлович Прокудин-Горский был сюжеттарҙы тарихҡа теркәп ҡалдыра.

1929 йылдың 25 февралендә Кәҫле ҡала тибындағы ҡасабаға әүерелә, 1942 йылдың 29 июлендә ҡала статусы ала.

1934 йылдың 17 ғинуарында ҡасаба Урал өлкәһенән Силәбе өлкәһенә күсерелә.

1957 йылдың 29 сентябрендә плутоний-238 сығарыусы "Маяҡ" комбинатындағы Ҡыштым аварияһы арҡаһында, халыҡты күсерә башлайҙар.

1963 йылдың 1 февралендә Кәҫле районы бөтөрөлә, Ҡоншаҡ районы ойошторола, Кәҫле Ҡыштым ҡалаһына инә.

.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1931[6]1939[6]1959[7]1967[6]1970[8]1979[9]1989[10]1992[6]1996[6]
17 50021 30021 83721 00020 67221 16621 53021 20019 700
1998[6]2002[11]2003[6]2005[6]2006[6]2007[6]2008[12]2009[13]2010[14]
19 40019 09119 10018 60018 40018 30017 62417 93216 969
2011[15]2012[16]2013[17]2014[18]2015[19]2016[12]
16 95516 87916 77616 70816 63716 488

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[20] ҡалаһы араһында [21] 375-се урында була

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1901 йылғы «Кавказский пленник» тигән суйын статуэтка
Кәҫлелә ҡойолған декоративрәшәткә. Почта маркаһы

Кәҫле данлыҡлы сәнғәти суйын әйберҙәре менән танылған. Суйын ҡойоу заводына хәҙер «Мечел» ЯСЙ-һы хужа. 265 йыл элек барлыҡҡа килгән машина эшләү заводы Уралда металлургия үҫешенә ҙур өлөш индерә.Кәҫле заводына 1860 һәм 1861 йылдарҙа Санкт-Петербургтағы күргәҙмәлә алтын һәм көмөш миҙалдар бирелә. Был уңыштарын кәҫле оҫталары Парижда, Венала, Филадельфияла, Копенгагенда, Стокгольмда үткәрелгән Бөтә донъя күргәҙмәләрендә раҫлайҙар. Суйын ҡойоу сәнғәте бөгөн дә дауам итә.

Ҡалал йәнә бер завод — ЯСЙ «Радий» ( «Кәҫле радио заводы») бар.

Шулай уҡ балыҡ заоды, тегеү фабрикаһы, тәжрибә урман хужалығы эшләп килә.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сәнғәти суйын ҡойоу музейы;
  • Захарова исем. ҡала мәҙәниәт һарайы;
  • Ике балалар ижады үҙәге ;
  • Үҙәк ҡала китапханаһы.

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кәҫленский сәнәғәт-гуманитар техникумы;
  • Өс дөйөм белем биреү мәктәбе (24, 25 и 27);
  • Музыка һәм художество мәктәптәре.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәҫле аша төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары үтә: Ҡыштым (Ҡыштым — Кәҫле), Красноуфимск (Красноуфимск — Нязепетровск — Үрге Өпәле — Кәҫле). Ул Екатеринбург федераль автоюлына М5 сыға.

Ҡала йәмәғәт транспорты: ике автобус маршруты [22] , шәхси ҡала һәм ҡала яны таксиҙары эшләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Матвеев А. К. «Топонимия Урала». Учебное пособие, Свердловск 1985 г
  3. 3,0 3,1 3,2 Топонимика г. Касли 2019 йылдың 12 март көнөндә архивланған.
  4. История Каслей. Город в чугунном узоре 2016 йылдың 25 март көнөндә архивланған., Статья на официальном сайте муниципального учреждения культуры «Межпоселенческая центральная библиотека Кәҫленского муниципального района».
  5. Российская империя в цвете. Российская империя. Пермская губерния. Екатеринбургский уезд. Кәҫле 2014 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 6,9 Народная энциклопедия «Мой город». Касли
  7. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  9. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  10. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  11. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  12. 12,0 12,1 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010). Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
  13. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  14. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  15. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  18. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  20. с учётом городов Крыма
  21. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  22. Перечень маршрутов городских автобусов Кәҫле. Дата обращения: 7 ноябрь 2016. Архивировано из оригинала 7 ноябрь 2016 года. 2016 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]