Әшә (ҡала)

Әшә — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә Әшә районында урынлашҡан ҡала. Әшә районы административ үҙәге[2].

Ҡаланы барлыҡҡа килтергән предприятие: Әшә металлургия заводы[3].

Географияһы

Ҡала өлкәнең көбайышындағы иң ситке өлөшөндә, Башҡортостан Республикаһы сигендә нигеҙләнгән. Ул Ҡаратау итәгендә, Эҫем йылғаһы буйында (Ағиҙелгә ҡойған йылға), Силәбе ҡалаһынан 377 км көнбайыштараҡ урынлашҡан. Ошо урында Эҫемгә Әшә йылғаһы килеп ҡушыла.

Куйбышев тимер юлының Мәскәү — Силәбе һыҙатында урынлашҡан Әшә станцияһы.

Этимологияһы

Атамаһы буйынса ике фараз йәшәй. Береһе топонимды «аша» һүҙе менән бәйләй, йәнәһе, тауҙар аша аҡҡан йылғаға Аша (Әшә) атамаһы бирелгән[4]. Икенсе фараз атаманы шулай уҡ башҡорт һүҙе — асы (әсе) менән бәйләй, йылға башта документтарҙа Асы тип яҙып алынған булған.

Тарихы

Ҡала 1898 йылда Әшә-Балашово суйын иретеү заводы төҙөү айҡанлы барлыҡҡа килә, 1933 йылдың 20 июненән — ҡала, 1963 йылдың 1 февраленән — өлкәгә буйһоноулы ҡала. Ҡала көнө июлдең өсөнсө шәмбеһендә үткәрелә. 1998 йылда ҡаланың 100 йыллығын билдәләнеләр.

2012 йылда ҡала янында Уралда тәүге тапҡыр дикобраз теше табылған, уны яҡынса 120 мең йыл элек йәшәгән тип иҫәпләп сығарғандар. Элек бында ул йәнлек бер ҡасан да йәшәмәгән тип һаналған[5].

Халҡы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала урында[6] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[7]).

Климаты

Уртаса климат. Йылына уртаса 577 мм яуым-төшөм була. Иң йылы ай — июль, уртаса температураһы 19,3 °C, иң һалҡыны — ғинуар, уртаса температураһы −13,7 °C.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 5,8 9,2 14,3 30,9 36,2 38,3 38,6 38,5 33,4 26,8 14,7 5,0 38,6
Уртаса максимум, °C −9,5 −7,7 −0,4 11,0 20,1 24,6 25,5 22,8 16,8 7,7 −1,7 −6,7 8,6
Уртаса температура, °C −13,7 −12,6 −5,8 5,2 13,1 18,0 19,3 16,5 10,9 3,6 −4,8 −10,4 3,4
Уртаса минимум, °C −18,5 −17,8 −11,2 0,2 6,6 11,8 13,5 11,0 6,2 0,3 −8,1 −14,6 −1,6
Абсолют минимум, °C −48,5 −43,5 −34,4 −29,7 −9,7 −1,2 1,4 −0,6 −6,8 −25,6 −35,1 −45 −48,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 45 37 26 34 37 58 61 60 53 62 53 51 577
Сығанаҡ: Погода и климат

Иҡтисады

Әшә заводтары: Әшә металлургия заводы, яҡтылыҡ техникаһы (электроарматура), урман-химия комбинаты (1932 йылда төҙөлгән), төҙөлөш материалдары етештерелә. Леспромхоз 2004 йылда ябылған.

1990-сы йылдарға тиклем тар колеялы тимер юл эшләп килгән, ул ағас сығарыуға тәғәйенләнгән булған[8].

Мәҙәниәте

undefined
undefined

Ҡалала индустриаль техникум, Көньяҡ-Урал дәүләт университеты филиалы, тәбиғәт музейы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм музей-күргәҙмә үҙәге бар[9].

«Металлург» футбол клубы эшләй. Әшәнән йыраҡ түгел Атъегәрҙәк тау курорты урынлашҡан, Йүкәле Тау — Силәбе өлкәһенең ҡурсыулы тәбиғәт объекты тип иғлан ителгән

Киң мәғлүмәт саралары

Телевидение (эфир)

  • Россия 1 — 4 ТВК
  • Первый канал (Россия) — 9 ТВК
  • РЕН ТВ — 12 ТВК
  • НТВ — 23 ТВК
  • Матч ТВ — 26 ТВК
  • Пятый канал (Россия) — 28 ТВК
  • ОТВ (Силәбе) — 38 ТВК

Радио тапшырыуҙары (FM)

  • 99,8 FM — Радио Дача
  • 101,8 FM — Love Radio
  • 103,2 FM — Авторадио

Пресса

Әшәлә 1930 йылдың 3 октябренән «Стальная искра», 2000 йылдан «Заводская газета», 1991 йылдың 18 апреленән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Пёстрый мир» гәзиттәре сығып килә.

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Распоряжение Правительства РФ от 29 июля 2014 года № 1398-р «Об утверждении перечня моногородов»
  3. Башҡортостан энциклопедияһы — Әшә-Балашов заводы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2019)
  4. Неизвестная Әшә 2012 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
  5. На Урале найден зуб древнего дикобраза, которому более 120 тысяч лет. Вечерняя Москва (12 ғинуар 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2013. Архивировано из оригинала 15 ғинуар 2013 года. 2013 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған.
  6. с учётом городов Крыма
  7. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
  8. Узкоколейные железные дороги Челябинской области(недоступная ссылка) // infojd.ru
  9. г. Әшә Ашинский муниципальный район Силәбе и города Силәбеой области 2012 йылдың 25 июль көнөндә архивланған. // chelindustry.ru  (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2009)

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә