ХМАО башҡорттары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
ХМАО башҡорттары
Һаны 35 000-дән ашыу
Таралыуы Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Тел башҡорт теле
Дин Сөнни мосолмандар
Төркөмгә ҡарай башҡорттар

ХМАО башҡорттары — Ханты-Манси автономиялы округында йәшәүсе башҡорт диаспораһы. 2010 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Юграның үҙендә 35 мең тирәһе башҡорт йәшәй. Башҡортостан менән Ханты-Манси автономиялы округы араһындағы хеҙмәттәшлек 1997 йылдың июнендә Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһында ҡабул ителгән килешеү нигеҙендә башланып киткән.

ХМАО-ла башҡорттар һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002,2010 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса округта йәшәгән башҡорттар:

Халыҡ 1939 1959 1970 1979 1989 2002 (* 2012 йылдың 26 ғинуар көнөндә архивланған.) 2010 год[1]
Башҡорттар 9 (0,0 %) 91 (0,1 %) 1 244 (0,5 %) 7 522 (1,3 %) 31 151 (2,4 %) 35 807 (2,5 %) 35 428 (2,3 %)

ХМАО-лағы башҡорт ижтимағи ойошмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ханты-Манси автономиялы округында 2003 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмалары Халыҡ-ара берлегенең округ Башҡорт ҡоролтайы эшләп килә. Уның башҡарма комитетының тәүге етәксеһе — Рәүдәт Ҡолманбәтов. Ҡоролтай башҡорт балаларына туған телде өйрәтеүҙе иң төп маҡсаттарының береһе тип һанай.

2005 йылғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Лянторҙа, «Амикаро» һөнәри әҙерлек мәктәбендә башҡорт телен өйрәнеү өсөн айырым кабинет йыһазландырылған; Нефтеюганскиҙа Башҡорт һәм татар мәҙәниәте үҙәгендә башҡорт телен өйрәнеергә шарттар булдырылған.

2003 йылдан «Умырзая» башҡорт мәҙәниәте фестивалдәре үткәрелә. Фестивалдәрҙе Округ ҡоролтайы округ хөкүмәте менән берлектә ойоштора. Фестивалдең еңеүселәре 2004 йылда Өфөгә сәфәр менән бүләкләнә.

Ханты-Манси автономиялы округында бер нисә ижади коллектив эшләп килә. Улар араһынан иң билдәлеләре — «Ағиҙел» эстрада-фольклор ансамбле, Лянтор башҡорт милли мәктәбе янында эшләп килгән «Аманат» ансамбле, ҡумыҙсы балалар ансамбле. Улар менән оҫталыҡ дәрестәрен Башҡортостандан килгән белгестәр үткәрә.

Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыллыҡты өлкәлә бик тантаналы итеп үткәрҙеләр. Ишембайҙан делегация килде. Лянтор ҡалаһындағы бер урам Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Сургут районында йәшәгән 107 мең халыҡтың өс проценттан артығы — башҡорттар, уларҙың күпселеге нефть-газ сығарыу комплексында һәм газ менән конденсат эшкәртеү тармағында эшләй — тап шул тармаҡтар райондың иҡтисади нигеҙен барлыҡҡа килтереп тора. Ишембайҙың шул уҡ йүнәлештә эшләгән предприятиелары менән Килешеү төҙөлдө.

Сургут нефтселәре араһынан Лянтор нефть ятҡылығын асҡан һәм ҡалаға нигеҙ һалған Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы исеме ҙурлап иҫкә алына. Ул Ишембай ҡалаһынан булған. Лянторҙа йыл да уға бағышланған мемориаль саралар үткәрелә, уның исеме бер урамға бирелгән, шулай уҡ Ләлә-Мөхтәр тигән мәсет һалына[2]

2015 йылда ХМАО-ла Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы төҙөлә[3] .

Күренекле башҡорттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған.
  2. Марина Шумилова. Курултай башкир ХМАО стремится не только объединить башкир и возродить их традиции и обычаи, но и сохранить имена известных земляков, участвовавших в освоении нефтяных районов Севера [1]
  3. В Югре появится национально-культурная автономия башкир

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ХМАО башҡорттары. «Герои страны» сайты.