Ростов өлкәһе башҡорттары
Ростов өлкәһе башҡорттары | |
Дәүләт | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ростов өлкәһе |
Ростов башҡорттары — Ростов өлкәһе территорияһында йәшәүсе башҡорттар диаспораһы. Был төбәккә улар төрлө йылдарҙа күсеп килгәндәр, автохтон халыҡ иҫәбенә инмәйҙәр.
Өлкәлә башҡорттар һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарына ярашлы 2002 йылға ҡарата башҡорттар һаны Рәсәй Федерацияһы субъекттары исемлегенә ингән, 2008 йылдың 1 мартына ҡарата административ-территориаль бүленештәге үҙгәрештәр иҫәпкә алынған.
Был мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә 1 673 389 башҡорт, йәғни бөтә халыҡтың 1,15 проценты, йәшәй. Шуларҙың 1142 вәкиле Ростов өлкәһендә көн итә[1]
Төбәк | Башҡорттарҙың дөйөм һаны | Башҡорттарҙың проценты |
---|---|---|
Ростов өлкәһе | 1142 | 0,03 |
Башҡорт диаспораһы йәмғиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ростов өлкәһе башҡорттары күпләп йәшәгән этник төркөмдәр иҫәбенә инмәһә лә, йәмәғәт башланғысында милләттәштәрҙең данлы үткәндәрен барлау буйынса ҙур эшмәкәрлек алып баралар. Дондағы Ростов өлкәһенең башҡорт диаспораһы йәмғиәте рәйесе Мәхмүт Сәлимов былай ти:
Үҙем өсөн башҡорт йәштәрен патриотик рухта тәрбиәләүҙең өс ҡағиҙәһен астым. Беренсеһе - Тыуған илгә хеҙмәт итеү, тыуған илде яратыу, икенсеһе - ата-әсәңде хөрмәт итеү, өсөнсөһө - башҡорт халҡының тарихын, уның үткәнен белеү. Ошо ябай ғына өс ҡағиҙә нигеҙендә бик һөҙөмтәле эш алып барырға мөмкин[2]
Өлкәлә башҡорт яугирҙары иҫтәлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһы Ростов өлкәһенең бик күп тораҡ пункттарын һаҡлап фашистар менән алыш алып барған һәм ҡаһармандарса һуғышҡан.
Ростов өлкәһендә Атаевка тип аталған ҡасаба бар. Атама Советтар Союзы Геройы башҡорт эскадрон командиры Анҡылыс Атаев иҫтәлегенә бирелгән. Ул үҙенең утыҙ яуҙашы менән 79.9 бейеклегендә батырҙарса һәләк булған. Хәҙер был урын «Ҡаһармандар бейеклеге» тип атала [3]. Улар сигенмәй һәләк була, әммә хәрби бурысын үтәй. Алыш тынғас, 300-ҙән ашыу фашисты юҡ ителгәне, 3 танк һәм бронетранспортер ҡыйратылғаны асыҡлана.
Белая Калитва ҡалаһы урамдарының береһенә дивизия командиры милли ҡаһарманыбыҙ Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы исеме бирелгән.
Өлкә башҡорттарының йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәгән башҡорттар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлдары буйлап бер нисә йыл инде хәтер сәфәре ойоштора. 2017 йылда иҫтәлекле акцияны һәм автоуҙышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, “Башҡортостан” гәзите һәм Ростов өлкәһенең “Яҡташтар” башҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәге ойоштора [4]
Был хаҡта “Башҡортостан” гәзитенең ул саҡтағы баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев яҙып сыға:
Былтыр көҙгөһөн Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәүсе отставкалағы подполковник, яҙыусы, яҡташыбыҙ Мәхмүт Сәлимовтан Обливская станицаһында 1942 йылда ҡаты алыштар булыуы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһынан беҙҙең яҡташтарҙың ерләнеүе тураһында хат килеп төштө. Шулай итеп, Мәхмүт Бакир улы менән бәйләнеш башланды. Унан һуң инде “әйҙә, 9 майға автосәйәхәт ойошторайыҡ” тигән тәҡдим барлыҡҡа килде. Ярты йыл буйы һөйләшеүҙән – һүҙгә, һүҙҙән эшкә күстек. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты был идеяны хупланы.[4]
Ростов башҡорттары Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын ғилми сара – «Рәсәй тарихында башҡорт халҡының хәрби тарихы биттәре. 1798-2019 йылдар» тип аталған төбәк-ара түңәрәк өҫтәл үткәреп билдәләне.
Сара 2019 йылдың 14 мартында Дондағы Ростов ҡалаһында үткәрелә. Унда Башҡортостандың кантонлыҡ системаһынан алып Наполеонға ҡаршы көрәш, Граждандар һуғышы, 112-се Башкавдивизия һәм хәҙерге заманда хәрби хеҙмәтен үтәгән йәш быуын темаһы ҡарала [5].
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
- Ростов өлкәһе
- Рәсәй Федерацияһы субъекттары буйынса башҡорттарҙың һаны
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Перепись населения 2002. Том4 — «Национальный состав и владение языками, гражданство». 3. Население по национальности и владению русским языком по субъектам Российской Федерации 2007 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ ИЛҺӨЙӘРЛЕК... һүҙҙә түгел, күҙҙә сағыла
- ↑ Ростовские башкиры отметили 75-летие легендарной 112-й Башкавдивизии
- ↑ 4,0 4,1 Һис онотолмаҫ башҡорт яугирының исеме!(недоступная ссылка)
- ↑ Ростовта башҡорттарҙың шанлы үткәнен барлайҙар
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Век Республики Башкортостан казаки и башкиры отмечают вместе [1]
- Дорогами прошлых войн мы идем к будущему миру [2] 2019 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған.