Сыбаркүл (ҡала)

Сыбаркүл —— ҡала (1951 йылдан). Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының үҙәге, ләкин уның составына инмәй (өлкә әһәмиәтендәге ҡала). 1951 йылдан ҡала статусына эйә. Силәбенән 78 км алыҫлыҡта ята.

Ҡала янында Сыбаркүл күле бар. 2013 йылдың 15 февралендә күлгә метеорит төшә[1]. Метеорит «Силәбе метеориты» тигән исем менән билдәле

Ҡала исеме башҡорт телендәге «сибәр күл», бәлки, сыбар күл тигәнде аңлаталыр.

undefined

Тарихы

Сыбаркүл ҡәлғәһе 1736 йылда башҡорт тарханы Таймаҫ Шәһимов рөхсәте менән һалына[2][3][4].

1739 йылда Ырымбур губернаһының Иҫәт провинцияһы үҙәгенә әйләнә.

Климаты

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса температура, °C −13,6 −13,2 −7,6 3,2 13,0 18,8 19,9 17,3 11,1 3,0 −7,2 −12,9 2,7
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen

Иҡтисады

«Уральская кузница» ААЙ (Мечел составында) ҡалала эшләп сығарылған сәнәғәт тауарҙарының 77 %-н етештерә[5].

Башҡа ойошмалар:

  • Сыбаркүл кран заводы
  • «Сыбаркүл „Союзтеплострой“ заводы» («ЧЗС»)
  • Шлакоблок заводы
  • Сыбаркүл тегеү фабрикаһы («Пеплос»)
  • Йыһаз (мебель) фабрикаһы
  • Урман хужалығы, урман пункты, межлесхоз
  • «Сыбаркүл икмәге»
  • «Сыбаркүл һөт заводы»
  • Кондитер фабрикаһы
  • Балыҡ заводы
  • «Сыбаркүл ҡош-ҡорто» аҙыҡ-түлек сәнәғәте союзы
  • Типография
  • «Южноуралец» гәзите