Верхнеурал

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Верхнеурал
Верхнеуральск
St. Nicholas Cathedral in Verhneuralsk.jpg
Флаг Герб
Флаг Герб
53°53′00″ с. ш. 59°13′00″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Силәбе өлкәһе
Муниципаль район Верхнеурал районы
Башлыҡ Колонюк Вячеслав
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән 1734
Тәүге телгә алыу 1734
Ҡала с 1781
Майҙаны
  • 50 км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 412 метр
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +7 35143
Почта индексы 457670
Автомобиль коды 74, 174
ОКАТО коды 75 217 501
ОКТМО коды 75 617 101 001

verhneuralsk.ru
Показать/скрыть карты
Верхнеурал (Рәсәй)
Верхнеурал
Верхнеурал (Силәбе өлкәһе)
Верхнеурал
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары
Герб (1782)
Николай соборы, Верхнеурал

Верхнеурал Cиләбе өлкәһендә ҡала, Верхнеурал районы үҙәге. Яйыҡ ярында урынлашҡан.

1781—1919 йылдарҙа Верхнеурал өйәҙе үҙәге. 1735 йылда нигеҙ һалына.

19 быуаттың 60-сы йылдарынан алып Ырымбур казак ғәскәренең 2-се хәрби бүлеге үҙәге була.

1786 йылда 300 хужалыҡ, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм отставкалағы чиндарға ҡараған — 280, мещан һәм сауҙагәрҙәргә ҡараған 4 хужалыҡ иҫәпләнгән. 1811 йылда 700 кеше йәшәгән, 1897 йылда — 11103 кеше (башҡорттар — 212, мордвалар — 296, татарҙар — 948, урыҫтар — 9471).

Халҡы малсылыҡ, игенселек, сауҙа, һөнәрселек менән шөғөлләнгән.

19 быуат аҙағында 18 һөнәрселек предприятиеһы булған.

Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән. 1866 йылда мәхәллә училищеһы, дауахана, мәсет, 3 сиркәү эшләгән.

1891 йылда ҡалала Николай II булып китә. 1918 йылдың февраль—мартта Граждандар һуғышы барышында унда А. И. Дутов штабы, август—ноябрҙә Башҡортостан автономияһының Тамъян-Ҡатай кантоны башҡарма комитеты урынлашҡан.

1918 йылдың яҙында — 1919 йылдың йәйендә ҡала бер нисә тапҡыр казактар, партизандар, РККА частары ҡулына күсә. 1919 йылдан алып Силәбе губернаһы составында.

Верхнеурал ҡәлғәһе тарихы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Верхнеурал ҡәлғәһе 1735 йылда Таймаҫ Шәимов булышлығында И. К. Кирилов тарафынан Яйыҡ йылғаһы үрге ағымында Себер даруғаһы Ҡара-Табын олоҫы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ырымбур сик һыҙығының хәрби-нығытмалы торамаһы булараҡ нигеҙ һалына. Яйыҡ йылғаһының исеме менән аталған. 18 быуаттың 40‑сы йылдары башына тиклем — Үрге Яйыҡ пристане, 1775 йылға тиклем Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе исеме менән билдәле була. Халҡы башлыса малсылыҡ, игенселек, ваҡ һөнәрселек менән шөғөлләнгән. 50‑се йылдарҙа Верхнеурал ҡәлғәһе аша Екатеринбург — Ырымбур оло юлы үтә. Гарнизон пехота һәм 2 драгун ротаһынан торған. 200‑гә яҡын хужалыҡ, 2 сиркәү булған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында 1773 йылдың декабрендә ҡәлғәгә баш күтәреүселәр һөжүм итә, 1774 йылда хөкүмәт ғәскәрҙәре тупланыу үҙәктәренең береһе була. Өфө наместниклығын ойоштороу тураһындағы 1781 йылғы указы буйынса, өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм Верхнеурал өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.