Башҡортостан Себер ханлығы составында

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте


Башҡортостан Себер ханлығы составында — башҡорттар төпләнеп йәшәгән территорияның — Себер ханлығы составында булған Тарихы Башҡортостандың бер өлөшөнөң тарихы.

Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң Тарихи Башҡортостан территорияһы Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙан һәм Себер ханлыҡтары составына инә.

Батый (Саин-хан) Алтын Урҙаны өс улусҡа бүлә: Урҙа, Батый һәм Шибан. Батый һәм Шибан улустары араһындағы сик үҙенең үрге һәм урта ағымы менән Башҡорт улусын Шибан улусынан айырған Яйыҡ йылғаһының түбәнге ағымы буйлап үтә. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар өлөштәр һәм дисәтинә системаһы буйынса бүленмәгән була, шуға күрә Урал аръяғы башҡорттарының ерҙәре туранан-тура Шибан улусы составына инмәй. Ерҙәргә урындағы башҡорт бейҙәре — Шибанидтар ҡуйған вассалдар, шулай уҡ Алтын Урҙа чиновниктары вәкилдәре идара итә[1]. Ҡошсо, һалйот, мең, түбәләҫ һәм башҡа башҡорт ырыуҙары Шибанидтар ханлығында мөһим роль уйнай[2].

1310-сы йылдарҙа инглиз Вильгельм менән бергә Башҡортостанда «6 йыл рәттән йәшәгән» Иоганка Венгр орден генералына яҙған хатында (хатына 1320 йыл тигән дата ҡуйылған) «Бөтә Баскардия батшаһы (государь) Себер иле (Sibur) менән дипломатик бәйләнеш урынлаштырған. Себерҙәр Тайбугиндар идара иткән Тайбугин йортона ҡарайҙыр». Хатта шулай уҡ башҡорт батшаһының лояллеген һәм һалымдарҙың ваҡытында йыйылыуын күҙәткән наместник-баскак — «татар судьяһы» атап үтелә[3].

Әкренләп Башҡортостанда власть тулыһынса Шибаниҙар ҡулына күсә, һуңыраҡ осорҙа яҙылған сығанаҡтарҙа уларҙың биләмәләре «Тора вилайәте» тип атала. Әл-Ғүмәр яҙмалары буйынса, Себер ҡалалары Башҡортостанға буйһондоролған була[4]. Ғалимдарҙың фекеренсә, хандарҙың төп йорто хәҙерге Өфө (Өфө-II ҡаласығы) һәм Ырымбур (Аҡтүбә ҡаласығы) сиктәрендә урынлашҡан була[5]. Бынан тыш Әхмәтзәки Вәлиди Хажи мәсете янындағы «Хан тауына» һәм Стәрлетамаҡ эргәһендәге Торатау тауына күрһәтә[4]. Әбү-әл-ғәзи[6], яҙмаларына ярашлы Шибан улусы хакимдарының хронологияһы түбәндәгесә булырға тейеш:

  • Шибан (1243 йылдан)
  • Баһадир-уғлан (1266—1280)
  • Джучи-Буҡа (1280—1310)
  • Баҙағол-уғлан (1310 йылдан һуң)
  • Меңге-Тимер (1359 йылға тиклем)
  • Булат-Тимер (1359—1367)
  • бергәләп Ибраһим менән Арабша
  • Тоғлоҡ-хажый
  • Тимер-шәйех
  • Йәҙгәр

1495 йылға тиклем Көнбайыш Себерҙә хакимлыҡ иткән Шибаниҙар хандары башҡорт фольклорында Тура хандар тип аталған. Әхмәтзәки Вәлиди фаразлауынса, 1482 йылда Тура хан кәшәнәһенә Себер ханы Күсемдең ҡарт олатаһы — Мәхмүдек-уғлан ерләнгән. С. У. Таймасов фекеренсә, Себер ханлығында власты Әбүлхәйер хан тартып алғандан һәм Себер ханы Хажи-Мөхәммәттең вафатынан һуң, Хажи-Мөхәммәттең улы — Мәхмүдек Өфө территорияһында йәшәгән[7].

1420-се йылдарҙа Шибаниҙар улусы Алтын Урҙанан бөтөнләй айырыла. Шибаниҙар үҙҙәре Алтын Урҙа тәхетенә һәм тарҡалыуға дусар булған Урҙаны берләштереүсе роленә дәғүә итә. 1421 йылда Торала власты Хажи-Мөхәммәт баҫып ала, уның хакимлыҡ итә башлау датаһы Шибанидтар улусының бойондороҡһоҙлоғоноң башы, тип иҫәпләнелә. Үтәмеш хажи яҙмаһына ярашлы, Хажи-Мөхәммәт хан, Торанан башҡа, «Башҡорт, Алатыр, Муҡшы өлкәләрен контролдә тота һәм манғыттарҙың Шәһри Тура атамаһы менән дан алған Шәһри Болғарын баҫып ала һәм бөйөк батша булып таныла». Бында Болғарҙан ситтә ятҡан Тора ҡалаһы, нигеҙҙә, Өфө ҡалаһына тап килергә тейеш. Сөнки бик күп быуаттар буйы тап шул урында төрлө исемдә йөрөтөлгән ҡала була[8].

Мөхәмәт Шәйбани хан Тимериҙәрҙән элек Сығатай улусына ҡараған ерҙәрҙе яулап ала. 1460-сы йылдар аҙағында Ибәк хан һәм Мөхәмәт Шәйбани хан араһында һуғыш башлана, башҡорттарҙың табын ырыуының айырылып сығыуы ла ошо ваҡытҡа тап килә. Урал аръяғы башҡорттарының бер өлөшө, шул иҫәптән табындар, Мөхәмәт Шәйбани хан яғына сыға. Уның ғәскәре составында башҡорттарҙан торған отряд була «…башҡорт Сыңғыҙ-баһадир һәм Салбаш-баһадир». Әммә үҙ-ара низағ һуғышында Ибәк хан еңә, шуға күрә башҡорттарҙың бер өлөшө, шул иҫәптән табындарҙың бер өлөшө Урал алды территорияһына, Ағиҙел буйына күсенеп ултыра. Башҡорт шәжәрәләренә ярашлы, Көнбайыш Себерҙә власть урынлаштырыу өсөн көрәш барышында Ибәк башҡорттарҙың табын ырыуы башлыҡтары Асаҙы бей һәм Шәкәрле бей менән бәрелештәр һөҙөмтәһендә, уларҙы көнбайышҡа Ағиҙел һәм Инйәр йылғалары яғына күсенергә мәжбүр итә[9]. Төмән ханлығы ғәскәренең көнбайышҡа табан походҡа сығыуы Ибәк хан (Ибраһим бин Мәхмүдек) исеме менән бәйле. Ибәк хан Ҡаҙанға походты ойоштороусыларҙың береһе, әммә 1495 йылда урындағы аҡһөйәктәрҙең заговоры һөҙөмтәһендә үлтерелә. Шунан һуң власть Тайбуғалар династияһына күсә[10].

1555 йылда Мәскәүгә Себер кенәзе Тайбуғалар вәкиле Едигер килә һәм үҙ батшаһының Рәсәй дәүләте вассалы булырға һәм уға яһаҡ түләргә теләүе тураһында иғлан итә. Шул уҡ ваҡытта Көнбайыш Себерҙә Тайбугиндарҙың кенәз династияһына ҡаршы Шибанидтар вәкилдәре — Мортаза-хан һәм уның улдары Әхмәт-Гәрәй һәм Күсем һуғыш аса. Себер ханының улы, сыңғыҙи Әхмәт-Гәрәй 1546—1558 йылдарҙа Нуғай Башҡортостанының наместнигы була. Тарихи Башҡортостандың үҙәк өлөшө территорияһы уның йортона инә[11].

1563 йылда Себер ханлығында власть ҡайтанан Шибанидтар династияһына — Мортаза-ханға, унан уның улы Күсемгә, ә Күсем һәләк булғандан һуң — уның улы Ғәлигә күсә. С. У. Таймасов фекеренсә, Себер даруғаһы башҡорттары Ҡаҙан даруғаһы башҡорттары менән бергә 1550-се йылдарҙа Мәскәү кенәзе подданныйлығын ала, әммә Көнбайыш Себерҙә Шибанидтарҙың йоғонтоһо көсәйеүгә бәйле, улар ҡайтанан Себер ханына буйһона башлай. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар Шибанидтарҙың ҡайтанан уларҙың ерҙәренә ҡайтыуына төрлөсә ҡарай. Б. А. Азнабаевтың фаразлауынса, Себер даруғаһы башҡорттарының өс түбәгә — Табын, Ҡатай һәм Әйлегә бүленеүенең нигеҙендә сәйәси сәбәп ята: «Әгәр Табын түбәһе, Күсем хан вариҫтары (Шибанидтар) өсөн таяу булып, үҙҙәре сыңғыҙиҙарҙың империя дәүләт традициялары яҡлы булыуын раҫлаһа, Әйле берекмәһе (түбәһе) Еҙегәй вариҫтарына (Нуғай Урҙаһы хакимдарына) йөҙ тота… Һалйоттар ингән Ҡатай түбәһе Себер кенәздәре (Тайбугиндар) династияһы яҡлы ырыуҙарҙан тора. Рәсәй властарына ҡарата мөнәсәбәт күбеһенсә традицион сәйәси өҫтөнлөктәр менән билдәләнелә. Ҡатайҙар һәм һалйоттар, Күсем вариҫтары власын ҡабул итмәүҙәренә таянып, Рәсәй подданствоһын ирекле рәүештә ҡабул итһә, табындар иһә Күсем вариҫтарының ҡараҡалпаҡтарға киткәненә тиклем сыңғыҙиҙар яҡлы була. Әйле союзының Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәте, Нуғай хакимдарының Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәте кеүек, ҡаршылыҡлы була». Һалйоттар, ҡатайҙар һәм әйлеләр Күсем династияһына ҡаршы була, шул уҡ ваҡытта Ҡатай түбәһенең Һеңрән, Ҡошсо һәм Йәлдәк кеүек ырыуҙары Шибанидтар (Күсем вариҫтары) яҡлы сығыш яһай. XVII быуат башында Табын, Һеңрән һәм Бәкәтин кеүек башҡорт ырыуҙары вәкилдәре эҙмә-эҙлекле рәүештә Шибанидтарҙы хуплай[12]. «Сүкем батыр» эпосында башҡорттарҙың Себер ханы Күсемгә ҡаршы барған милли-азатлыҡ көрәше тураһында бәйән ителә[13].

Строгановтарҙың 1564 йылғы жалованный грамотаһында Себер ханлығы отрядтарының ике тапҡыр Соликамскиҙы талауҙары тураһында әйтеп үтелә. 1572 һәм 1581 йылдарҙа башҡорттар, Строгановтарҙың уларҙың Чусыу йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәренә баҫып инеүҙәренә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, баҫып алып, талау походтарында ҡатнашыуы билдәле[14].

1581—1585 йылдарҙа атаман Ирмәк отрядтары Себер ханы Күсемде еңә. Хандың төп көстәре башҡорттарҙың ханлыҡта айырым урын алып торған Ҡара-табын, Һеңрән һәм Бәкәтин ырыуҙары вәкилдәренән тора. Күсем-хан — Мәхмүдек-хандың («Тора-хандың») бүләһе, шуға күрә лә башҡорттарҙың күпселеге уны традицион сюзерен булараҡ ҡабул итә. Ул һәләк булғандан һуң, 1601 йылда Күсемдең улы Ғәли Себер ханы тип иғлан ителә. XVII быуат башында ҡалмыҡтарҙың 300 меңлек ғәскәре Көньяҡ Себергә баҫып инә һәм Күсем вариҫтары Себер ханлығын тергеҙеү өсөн һуғышта уларға таянырға ҡарар итә. Күсем вариҫтарының ҡалмыҡтар менән берләшеүе башҡорттарҙың күпселегенә оҡшамай, сөнки ҡалмыҡтар башҡорт ерҙәренең бер өлөшөн баҫып ала һәм яһаҡ түләүҙәрен талап итә. Һөҙөмтәлә 1610-сы йылдарға Урал аръяғы башҡорттарының бер өлөшө урыҫ подданствоһын ала. Б. Ә. Аҙнабаев буйынса: «Урал аръяғы башҡорттарының байтаҡ өлөшө XVII быуаттың 30-сы йылдарына тиклем Рәсәй подданствоһын алмай һәм Күсем хандың һәм уның улдарының урыҫтарға ҡаршы хәрәкәтенә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә был башҡорт улустары тәүҙә Өфө өйәҙе составына индерелмәй, һәм уларҙың йәйләүҙәре даими рәүештә казактар һәм себер кешеләре тарафынан талана»[15].

1633—1635 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары осоронда, Себер батшаһы улы Аблайгәрәй (Ишемдең улы һәм Күсем-хандың ейәне), ҡустыһы Тәвкил менән бергә ҡалмыҡ ғәскәре башында 1635 йылда штурм менән Өфөнө алырға тырыша һәм ҡала ситендәге мосолман слободаһын яндыра. Был тораҡ пунктына нигеҙ XVI быуат башында кенәз Шөгөр-Дәүләт Кокузов торғанда Һалйот башҡорттары тарафынан һалынған була. Ҡаланы баҫып ала алмағас, батша улы һәм уның ҡустыһы Ҡариҙел йылғаһының үрге ағымына сигенә, унда тағы ла һуғышалар: Фёдор Каловский командалығындағы 150 уҡсы һәм 350 башҡорт ҡалмыҡтарҙы тар-мар итә һәм Аблайгәрәйҙе һәм уның ҡустыһын әсир итеп ала. Ләкин 1637 йылда Урал аръяғындағы ҡайһы бер башҡорттар Себер ханы улы Дәүләт-Гәрәй яғында һуғыша. 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалының башында Һары Мәргән тора, ул Башҡортостанда һәм Себерҙә Шибанидтар власын тергеҙеү яҡлы була. Ихтилал барышында Себер ханының улы Көсөк (Аблайгәрәйҙең улы) — Башҡортостанда хан тип иғлан ителә. 1663 йылдың көҙөнә баш күтәргән Нуғай, Ҡаҙан һәм Себер даруғаһы башҡорттарының Өфөгә берлектәге походы планлаштырыла, әммә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында Себер даруғаһынан Күсем етәкселегендәге отрядтар билдәләнелгән урынға килмәй (Ағиҙелдең урта ағымы районына), һәм походҡа сығыу планы ғәмәлгә ашмай. Ихтилал тамамланғандан һәм, Көсөктөң ҡараҡалпаҡтарға китеп, унда хаким булғанынан һуң да Башҡортостан ханы титулы Көсөктә ҡала. 1666 йылда билдәле булмаған немец сәйәхәтсеһе, Уралда һәм Себерҙә булып, башҡорттар һәм батша улы Көсөк тураһында түбәндәге яҙмаларҙы ҡалдыра: «Унда башҡорттар (Baskiren) тип аталған ҡырағай һәм уҫал халыҡ бар; улар далала ҡалмыҡтар менән сиктәш, Тубылдан көньяҡ- көнбайышҡа табан йәшәй. Улар урыҫтарҙы яратмай, сөнки Себер элек юғарыла атап үтелгән батша улы Көсөктөң ата-бабаларының ере була; башҡорттар һыбай бик оҫта йөрөй, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланғандар; мәргән уҡсылар… Электән урыҫтар менән дошманлашып йәшәй… Себерҙәге тәүге ҡала (Верхотурье) — ағас бүрәнәләр менән уратып алынған, башҡорттарҙан һаҡланыу өсөн ҡорғандар был ҡойманы… Әлегә батшаның улы [Көсөк] тере, һәм ул урыҫ батшаһы подданныйы булырға теләмәй; ҡалаһы, торлағы юҡ, ҡола яланда хатта йәшеренер урыны ла юҡ уның; үҙе янында бер ни тиклем кешеһе бар, бөтәһе лә башҡорттар, шуға ҡарамаҫтан ураҡ ваҡытында үҙе менән сиктәш йәшәгән халыҡтарға, барымта яуы менән барып, уңыштарын талап ала. Барымта ваҡытында малдарын һәм кешеләрен ҡыуып алып китә. Был батша улы үҙен ошо ерҙәрҙең вариҫы, хужаһы тип иҫәпләй һәм үҙ ирке менән бер ҡасан да баш һалмаясаҡ. Ҡайһы берҙә ул башҡорттарҙы үҙ яғына ауҙара, һәм бынан бик ҙур ғауға күтәрелә»[16].

1681—1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары ваҡытында Ҡаҙан һәм Нуғай даруғалары башҡорттарының бер өлөшө башында Әйүкә-тайша торған ҡалмыҡтарҙы ярҙамға сыҡыра. Улар менән бергә Башҡортостанға Себер батшаһы Дәүләт-Гәрәйҙең улы Әсән дә (Хәсән) килә. Әммә Сәйет Йәғәфәров һәм тархан Ишмөхөммөт Дәүләтбаев етәкселегендәге башҡорттар уларҙың ерҙәренә ҡалмыҡтарҙың инеүенә ҡаршы сыға. 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары ваҡытында тархан Алдар Иҫәкәев һәм уның улы Көсөк Морат Уралда һәм Волга буйында баш ҡалаһы Ҡаҙанда урынлашҡан сыңғыҙиҙар дәүләтен тергеҙеүҙе планлаштыра. 1707 йылда Морат, Истанбулға һәм Ҡырымға барып, Ғосман империяһы һәм Ҡырым ханы менән бәйләнеш урынлаштыра; артабан «Кубанға бара, унан тау кешеләренә: чечендарға, мискистарға, аҡсайҙарға юл ала. Унда үҙен әүлиә һәм башҡорт солтаны тип таныштыра. Тау кешеләре уны үҙҙәренең хакимы тип иғлан итә, артабан уларға ҡумыҡтар, әстерхан казактары, Тер йылғаһы үҙәнендә йәшәүселәр һәм татарҙар ҡушыла. 1708 йылдың 12 февраленлә ошо ғәскәре менән изге солтан Тер крепосына килеп етә, слободаны һәм острогты яндыра». Әммә Морат тиҙҙән урыҫтарға әсиргә эләгә, һорау алғанда, башҡорттар Яйыҡ казактары менән бергә «ҡалмыҡ ере хужаһы Саған ханға» ҡаршы яу асырға йыйынды, тип белдерә. 1709—1710 йылдарҙа тархан Алдар саҡырыуы буйынса Урал аръяғына Ҡарағалпак Урҙаһынан Көсөк хандың ейәндәре — солтандар Хажи (Хазей) һәм Ырыҫ-Мөхәмәт килә, улар элекке Себер ханлығы ерҙәренә тап уларҙың хоҡуҡтары булыуы тураһында иғлан итергә теләй. Хажи башҡорт ханы тип иғлан ителә. Был ихтилал барышында башҡорттар ғәмәлдә крайҙың бойондороҡһоҙлоғон алыуға өлгөшө. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарының һуңғы этабында, 1740 йылдың башында, батша улы Хәсәндең улы Байбулат Хәсәнов Солтан-Гәрәй исеме аҫтында башҡорт ханы тип таныла. Ихтилал бик ҡаты итеп баҫтырылғандан һуң Солтан-Гәрәй ҡаҙаҡ далаларына ҡаса. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары Күсем династияһының байрағы күтәрелгән һуңғы һуғыш хәрәкәте була. Ҡаҙағстандың Рәсәй империяһына ҡушылыуы сыңғыҙиҙар вәкилдәре тидапа иткән дәүләтте тергеҙеъ идеяһына сик ҡуя. Әммә Күсем хан династияһы, башҡорт хандары тураһындағы хәтер, милли-азатлыҡ көрәше символы булараҡ, халыҡ хәтерендә ХХ быуатҡа тиклем йәшәй[17].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гарустович Г. Н., 2015, с. 195
  2. История башкирских родов, 2018, с. 34
  3. История башкирских родов, 2018, с. 29—30
  4. 4,0 4,1 Ахметзаки Валиди Тоган, 2010, с. 38
  5. Башкортостан и Золотая Орда, 2010, с. 43
  6. Абулгази. Часть Осьмая, Содержащая историю о Шейбани-Хане, сыне Чучи-Хановом, и о его потомках, которые государствовали в земле Ма-Уреннерской, в Крыме, и в земле Туране // Родословная история о татарах. — СПб.: Императорская Академия Наук, 1768. — Т. 2. — С. 121—142. — 480 с. — 1,512 экз.
  7. Башкортостан и Золотая Орда, 2010, с. 46
  8. История башкирских родов, 2018, с. 33
  9. Таймаҫов С. У. Башҡортостан Себер ханлығы составында // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. История башкирского народа, 2012, с. 201
  11. Хамидуллин С. И. Ахмет-Гирей // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  12. История башкирских родов, 2018, с. 46—47
  13. Ҡунафин Ғ. С., Иҙелбаев М. Х. Башҡорт әҙәбиәте. 9-сы класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө, Китап, 2017. — 296 б. ISBN 978-5-295-06768-6.
  14. История башкирских родов, 2018, с. 48
  15. История башкирских родов, 2018, с. 51—52
  16. История башкирских родов, 2018, с. 59—60
  17. История башкирских родов, 2018, с. 95—96

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]