Ағиҙел мәҙәниәте
Ағиҙел мәҙәниәте — археологик ҡомартҡы. Көньяҡ Урал алды, Волга-Урал аралығының һуңғы неолит һәм энеолит археологик мәҙәниәте, беҙҙең эраға тиклем V—III мең йыллыҡҡа ҡарай. Ағиҙел йылғаһы исеме менән аталған[1].
Дөйөм ҡылыҡһырлама
Археологик мәҙәниәт ҡомартҡыларының күпселеге Башҡортостандың урман һәм далалы өлөшөндә, Ағиҙел, Дим һәм Ыҡ йылғалары бассейны буйында табылған. Иртә осор ҡомартҡыларына III Мулла, III Дәүләкән, I Ағиҙел; һуңғы осорға — IV Мулла, III Сауз, II Ғүмәр торамалары инә[1].
Ағиҙел мәҙәниәте тораҡтары һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәрҙә урынлашҡан, нығытмалары юҡ. Торлаҡ булып ер өҫтөндәге дүрт мөйөшлө, бүрәнәнән эшләнгән ҡоролмалар хеҙмәт иткән тип фаразлана.
Иртә осорҙағы керамика һауыттар түңәрәк төплө, һирәгерәк осло төплө, муйын сите яғалатып эшләнгән күп тажлы, һуңғы осорҙа — тигеҙ тышлы, эре тешле ҡалып баҫып төшөрөлгән арҡыры һыҙыҡтар һәм буй кәкерсәктәр менән. Һауыттар онталған ҡабырсаҡ ҡушылып яһалған.
Саҡматаштан шымартып яһылған буй һәм арҡыры балталар, ураҡтар, һөйәктән яһалған хәнйәрҙәр, уҡ-һөңгө остары, игенҡырғыс кеүек ҡоралдар йышыраҡ осрай.
Йорт хайуандарынан ат, эре һәм ваҡ мөгөҙлө мал (35 % тиклем) һөйәктәре табылған.
Ағиҙел мәҙәниәте халҡы башлыса Башҡортостандың Ыҡ-Дим йылғалары араһында һәм Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында йәшәгән. Һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Көнбайыштан Һамар мәҙәниәте, Көньяҡ-көнсығышта Урал аръяғы (суртанды) мәҙәниәте менән сиктәш[1][2][3].
Өйрәнеүсе ғалимдар
Ағиҙел мәҙәниәтен өйрәнеүселәр[1]:
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Г.Н.Матюшин, Ә.Н.Аҡбутина. Ағиҙел мәҙәниәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Археологическое общество Республики Башкортостан. Энолит. Археологическое общество Республики Башкортостан.
- ↑ Доисторические времена Зауралья. Наш Урал.
Әҙәбиәт
- Матюшин Г. Н. Археологический словарь. — М.: Просвещение, 1996. — 304 с. — ISBN 5-09-004958-0.
- Матюшин Г. Н. Энеолит Южного Урала: Лесостепь и степь. М., 1982.
- Матюшин Г. Н. Неолит Южного Урала. Предуралье. М., 1996.
Һылтанмалар
- Г.Н.Матюшин, Ә.Н.Аҡбутина. Ағиҙел мәҙәниәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.