Башҡорт хан

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт
Заты ир-ат
Вафат булған көнө 1160

Башҡорт (рус. Башкурд, Башкард, тыуған йылы билдәһеҙ — 1184 йылдан һуң вафат була) — рус кенәзлектәренең сәйәси ваҡиғаларында әүҙем ҡатнашҡан, Көньяҡ Буг бассейнындағы 20 меңлек ҡыпсаҡ урҙаһы ханы (XII быуат).

Башҡорт хандың тыуан йылы билдәһеҙ. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, 1151 йылда кенәз Юрий Долгорукий менән Изяслав Мстиславовичтың Рут йылғаһы буйындағы алышында Владимир Черниговский үлтерелә, уның ҡатыны — Всеволод Городенскийҙың ҡыҙы — ҡыпсаҡтарға ҡаса һәм Башҡорт ханға кейәүгә сыға[1].

1159 йылғы йылъяҙмала билдәләнеүенсә, Днестр буйына килгән Звенигород кензәлегенең элекке кенәзе Иван Ростиславович Берладник, Башҡорт менән хәрби союз төҙөп, «Дунай ерҙәренә» бара, уларҙы талай һәм Галицаның Кучелмин һәм Ушице ҡалаларына яҡынлап, балыҡсыларға зыян эшләй. Әммә ул Башҡортҡа был ҡалаларҙы таларға рөхсәт итмәй, һөҙөмтәлә ҡыпсаҡтар асыуланып, Иванды ташлап китә. Башҡорт ҡамалған Белгородтан Юрьевҡа сигенгән кенәз Изяслав Давыдович яғына сыға.

1184 йыл тирәһендә Орель йылғаһы эргәһендәге алыштан һуң әсирлеккә эләккән хандар араһында Башкарт булараҡ телгә алына, әммә тап ул булыуы билдәһеҙ[2].

  1. ПСРЛ. — Т. 2. — Стб. 501; ПСРЛ. — Т. 25. — Стб. 65.
  2. В. Н. Татищев История Российская. Часть 2 Архивная копия от 3 октябрь 2021 на Wayback Machine
  • В. А. Иванов. Башҡорт хан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Башҡортостан археологияһы һәм этнографияһы. Өфө, 1971. IV т.248, 325-се биттәр;
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., 1974. 154, 456-сы биттәр;
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Быуаттар тауышы. Өфө, 1984. 194—196-сы биттәр;
  • Баскаков Н. А. Тюркская лексика в «Слове о полку Игореве». М., 1985. 71—72-се биттәр;
  • Бикбулатов Н. В. «Башҡорт» этнонимы. Өфө, 1987. 41-се бит;
  • Плетнева С. А. Половцы. М., 1990. 104, 106, 115-се биттәр;
  • Күсемов И., Күсемова Л. Башҡорттар һәм Боронғо Русь // Башҡортостан. 1992. 27 октябрь;
  • Күсемов И.Ҡыпсаҡ ханы Башҡорт. Ағиҙел. 1993. № 4.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт хан // Бельские просторы. — 2023.
  • Славянская энциклопедия. Киевская Русь—Московия: в 2 т. / Автор-составитель В. В. Богуславский. — Т. 1.— М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2002. — С. 65.— ISBN 5-224-02249-5