Дыуан районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дыуан районы гербы
Герб
Coat of Arms of Duvan rayon (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Дыуан районы
Нигеҙләү датаһы 30 июнь 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Дыуан районы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Дыуан районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3211, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 046 һаны менән теркәлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылдың 30 июнендә Дыуан районы советының 70-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәңгәр ерлектә алтын ат саба, уның баш осоноң уң яғында — алтын иген башағы һәм башаҡҡа сатраш ятҡан ҡурай сәсәкәһе, һул яғында — көмөш тулҡын менән ҡаймаланған ике зәңгәр тулҡын өҫтөндә ултырған ике алтын шыршы төшөрөлгән.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дыуан районы элек-электән республиканың йылдам үҫкән эре райондарының береһе.

Гербта төп фигура булып ялын елберләтеп сабып барған алтын ат тора, ул теләһә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы ла еңеүгә әҙерлекте, матурлыҡты, бөйөклөктө, ышаныусанлыҡты һәм сафлыҡты символлаштыра. Шулай уҡ фигура район өсөн йылҡысылыҡтың әһәмиәтле булыуын да күрһәтә.

Герб башында уң яҡта алтын ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы, уның ете сәскәһе халыҡтар берлегенә нигеҙ һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә. Алтын иген башағы — уңдырышлылыҡ һәм ерҙәрҙең байлығы символы. Ҡурай менән башаҡтың киҫелеше райондың хеҙмәт менән берләшкән күп милләтле халҡының берҙәмлеген күрһәтә.

Алтын шыршылар — шатлыҡты, азатлыҡты, һиллекте һәм тыныслыҡты, шулай уҡ райондың урмандарға бай булыуын аңлата Герб фонының зәңгәр төҫө Дыуан еренең матурлығы һәм бөйөклөгө билдәһе, бер үк ваҡытта үҫеш, алға барыу, өмөт һәм хыялдарҙы аңлата. Көмөш тулҡындар — район территорияһынан аҡҡан йылғалар, эскерһеҙлек, киң күңеллелек һәм ихласлыҡ билдәһе.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]