Ҡалтасы районы гербы
Ҡалтасы районы гербы | |
Герб | |
Административ-территориаль берәмек | Ҡалтасы районы |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 17 июль 2006 |
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Ҡалтасы районы |
Ҡалтасы районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2986, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 022 һаны менән теркәлгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы муниципаль район советының 2006 йылдың 17 июлендәге 145-се ҡарары менән раҫлана. Авторы — Руслан Шәйнуров.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алтын ерлеккә ике ситенән йәшел һыҙат төшкән гербтың үҙәгендә аҡ ҡойроҡло һәм ҡауырһын аҫтында аҡ мамыҡлы, ҡыҙыл ҡашлы, суҡышына өс алтын башаҡ ҡапҡан ҡара ҡор йәшел япраҡлы имән ботағында ултыра.
Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Райондың тормошо һәм эшмәкәрлеге сағылыш тапҡыр герб ҡыры өс һыҙатҡа бүленгән. Уларҙың вертикаль урынлашыуы тотороҡлолоҡто, ныҡлыҡты аңлата. Алтын ҡыр ҡояшты, йылылыҡты, киң күңеллелекте, асыҡ йөҙлөлөктө һәм ҡунаҡсыллыҡты белдерә.
Йәшел төҫ — тыныслыҡ, даимилыҡ, ер һәм урман символы.
Гербтың төп фигураһы — суҡышына башаҡтар ҡабып имән ботағында ултырған ҡор. Район урмандарында ҡоштар араһында ҡорҙарҙың күп булыуы халыҡ тарафынан һаҡланған һәм быуындан-быуынға тапшырылған Ҡалтасы еренең экологик йәһәттән имен булыуын күрһәтә. Был ҡош — халыҡтың эшһөйәрлеге һәм алдына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүҙә ныҡышмал булыуы символы.
Имән ботағы — райондың тәбиғи ресурстарының береһе булған урманды кәүҙәләндерә. Имән — зирәклек, ихтирам, көс, рух ныҡлығы символы. Ботаҡтың диагональ буйынса урынлашыуы алға хәрәкәт итеү тураһында һөйләй.
Ҡор суҡышындағы башаҡтар район халҡының төп шөғөлө булған ер эшкәртеүҙе символлаштыра.