Ҡалтасы районы флагы
Ҡалтасы районы флагы — Башҡортостан Республикаһы районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Ҡалтасы районының флагы 2006 йылдың 17 июлендә районы муниципаль советының 146-сы ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3219, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 022 һаны менән теркәлә. Авторы — Руслан Шәйнуров.
Һары ерлеккә ике ситенән һәр ҡайһыһы флаг иңенең 1/5 өлөшөнә тиң йәшел һыҙат төшкән, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыманың уртаһында аҡ ҡойроҡло һәм ҡауырһын аҫтында аҡ мамыҡлы, ҡыҙыл ҡашлы, суҡышына өс һары башаҡ ҡапҡан ҡара ҡор йәшел япраҡлы имән ботағында ултыра.
Ҡалтасы районы флагы райондың тормошо һәм эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан герб нигеҙендә булдырылған. Һары ерлек ҡояшты, йылылыҡты, киң күңеллелекте, асыҡ йөҙлөлөктө һәм ҡунаҡсыллыҡты белдерә.
Йәшел төҫ — тыныслыҡ, даимилыҡ, ер һәм урман символы.
Төп фигура — суҡышына башаҡтар ҡабып имән ботағында ултырған ҡор. Район урмандарында ҡоштар араһында ҡорҙарҙың күп булыуы халыҡ тарафынан һаҡланған һәм быуындан-быуынға тапшырылған Ҡалтасы еренең экологик йәһәттән имен булыуын күрһәтә. Был ҡош — халыҡтың эшһөйәрлеге һәм алдына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүҙә ныҡышмал булыуы символы.
Имән ботағы — райондың тәбиғи ресурстарының береһе булған урманды кәүҙәләндерә. Имән — зирәклек, ихтирам, көс, рух ныҡлығы символы. Ботаҡтың диагональ буйынса урынлашыуы алға хәрәкәт итеү тураһында һөйләй.
Ҡор суҡышындағы башаҡтар район халҡының төп шөғөлө булған игенселекте символлаштыра.
