Салауат районы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Салауат районы флагы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 31 октябрь 2006
Юрисдикция таралышы Салауат районы

Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Муниципаль берәмеге флагы — муниципаль берәмектең рәсми символы булып торған танылыу-хоҡуҡ билдәһе.

Флаг 2006 йылдың 31 октябрендә раҫланған[1] һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдик регистрына 3229 номеры менән теркәлгән.

«Тура мөйөшлө ҡыҙыл флаг, оҙонлоғо менән киңлеге нисбәте 2:3, үҙәктә ағасҡа табан сабып барған башҡорт милли кейемендәге аҡ төҫлө һыбайлы. Уның янбашында ян-һаҙаҡ, ә өҫкә күтәрелгән уң ҡулында һары төҫтәге йәйә».

Символиканы нигеҙләү

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат районы Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә боронғо Әйле ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Тәү сиратта, башҡорт халҡының милли батыры, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының легендар етәкселәренең береһе Салауат Юлаевтың тыуған ере булараҡ билдәле. Көмөш һыбайлы — үҙ халҡына яҡтылыҡ һәм изгелек, азатлыҡ биргән, үҙенә яугир — полководец һәм шағир — импровизатор — ихласлыҡ, эскерһеҙлек, намыҫлылыҡ сифаттарын туплаған Салауат образын кәүҙәләндерергә тырыша, ә һыбайлы үҙе яугир ғәйрәтен ҡыйыулығын сағылдыра.

Уң ҡулындағы уҡһыҙ йәйә кереше салауаттарҙың тыныслыҡ һөйөүсәнлеге, ә һул ҡулының асыҡлығы — ихласлыҡ һәм асыҡлыҡ тураһында һөйләй. Флагтың ҡыҙыл төҫө — мөхәббәт, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, киң күңеллелек, шулай уҡ азатлыҡ һәм Ватан өсөн ҡойолған ҡанды символлаштыра. Алға ынтылған башҡорттарҙың тоғро юлдашы ат — батырлыҡ, етеҙлек һәм маҡсатҡа ынтылыш символы булып тора һәм райондың именлеккә, матур тормошҡа ынтылыуын күрһәтә.

һары төҫ (алтын) — байлыҡ, муллыҡ һәм изгелек символы.