Шишмә районы флагы
Шишмә районы флагы | |
---|---|
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Дәүләт | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 17 июль 2006 |
Юрисдикция таралышы | Шишмә районы |
Шишмә районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Шишмә районының флагы 2006 йылдың 17 июлендә Шишмә районы муниципаль советының 57-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3249, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 063 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өҫтән аҫҡа табан зәңгәр, аҡ, зәңгәр, аҡ, зәңгәр, аҡ, йәшел тулҡынлы һыҙаттарҙан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Өҫкә зәңгәр һыҙаттан башҡа тар аҡ һәм зәңгәр һыҙаттар флаг иңенең 1/20 өлөшөнә тиң, йәшел һыҙат уның 1/9 өлөшөн алып тора. Өҫтәге зәңгәр ерлектә, флаг һабы эргәһендә — һары диск, уның өҫтөнән ҡыҙыл суҡышлы осоп барған аҡ торна һүрәтләнгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шишмә районы флагы райондың тарихи, мәҙәни, иҡтисади үҙенсәлектәрен иҫпкә алып, быуындар күсәгилешлеген, тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа ихтирамды, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау тураһында хәстәрлекте һәм уларҙы аҡыллы ҡулланыуҙы сағылдырып эшләнгән герб ингеҙендә булдырыла. Район территорияһында үҙенсәлекле тарихи һәйкәлдәр бар: боронғо тораҡтар, ҡурғандар, Турахан кәшәнәһе. Башҡорттар араһында Ислам дине тәғлимәтселәренең тәүгеләренең береһе булған хажи Хөсәйенбәк ҡәберенә 1344 йылда ҡуйылған кәшәнә Рәсәйҙән ситтә лә киң билдәле.
Төп фигура булып күккә үрләгән, алға барыуҙы символлаштырған торна тора. Уның киң йәйелгән ҡанаттары ышанысты, азатлыҡ һөйөүҙе, бойондороҡһоҙлоҡто, шулай уҡ киң күңеллелекте һәм ҡунаҡсыллыҡты аңлата. Өҫкә, үргә күтәрелгән суҡышы үҙен дә, башҡаларҙы ла яҡлай алыу һәләте тураһында һөйләй.
Төп төҫтәр — зәңгәр, йәшел һәм аҡ — Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы төҫтәре — Шишмә районының территорияһы буйынса Башҡортостанға ҡарауын белдерә.
Зәңгәр төҫ халыҡтың юғары рухиәтен, бай тарихын һәм бөгөнгө ижади хеҙмәтен, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим данлаған Шишмә еренең матурлығын һәм дәрәжәһен символлаштыра.
Һары диск — ерҙәге барлыҡ тереклеккә юл күрһәткән һәм йылытҡан ҡояш. Шулай уҡ һары төҫ байлыҡты һәм дәрәжәне, ғәҙеллекте һәм шәфҡәтлелекте аңлата.
Зәңгәр һәм йәшел ерлекте айырып торған аҡ тулҡынлы һыҙат аша крайҙың тәбиғәт байлыҡтары — Шиңгәккәүл ялан дендропаркы, Аҡманай күле, Шиңгәккүл, Коряжное күле, Дим йылғаһы, шулай уҡ муллыҡ, яландарҙың уңдырышлылығы бирелгән. Аҡ төҫ — иман, киң күңеллелек, ниәттәрҙең һәм уйҙарҙың изге булыуы символы ла.