Хәйбулла районы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Хәйбулла районы флагы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 13 июль 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Хәйбулла районы

Хәйбулла районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Хәйбулла районының флагы 2006 йылдың 13 июлендә Хәйбулла районы муниципаль советының Р-12/119 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3024, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 061 һаны менән теркәлә. Авторы — Урал Мәсәлимов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өҫкө яғы флаг иңенең 4/5 киңлегендәге зәңгәр, аҫҡыһы һары төҫтәге, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Зәңгәр ерлектә флаг һабына табан ҡанаттарын йәйеп осҡан аҡ ялан бөркөтө һүрәтләнгән.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәйбулла районы флагы райондың тарихи, мәҙәни, иҡтисади үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдырылған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Йылайыр яйлаһы сигендә урынлашҡан райондың ҙур өлөшөн ҡылғанлы дала алып тора. Шуға ла флагтың үҙәгендә осоп барған дала бөркөтө урын алған. Район фаунаһына хас вәкил булараҡ, бөркөт бер үк ваҡытта геральдикала маҡсатҡа ынтылыш, азатлыҡ һөйөү, дәрәжә, энергия һәм рух символы ла булып тора. Хәйбулла районы боронғо тарих һәйкәлдәре: ҡурғандар, легендар Ҡәнифә юлы, шулай уҡ ҡыҙыҡлы тәбиғәт ландшафттары менән данлыҡлы. Район халҡы тарихи тамырҙарын онотмай, ата-олатайҙар мәҙәниәтенә таяна, крайҙың данлы тарихын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡәҙерләп һаҡлай, уларҙы киләсәк быуындарға тапшыра.

Район баҡыр колчеданы мәғдәненә һәм башҡа файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарға бай.

Һары төҫ файҙалы ҡаҙылмалар запасының күплеген һәм уларҙы эшкәртеүгә райондың артабанғы үҫеше перспективалары һәм халыҡтың тормош кимәле үҫеше бәйле булыуын күрһәтә, уңдырышлылыҡты, именлекте һәм райондың үҫешен символлаштыра.

Зәңгәр төҫ үҫеште, алға барыуҙы белдерә, шул уҡ ваҡытта геральдикала матурлыҡ, бөйөклөк һәм тоғролоҡ символы ла булып тора.

Хәйбулла районы гербы