Белорет районы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Белорет районы флагы
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 6 июль 2006
Нигеҙендә эшләнгән Белорет районы гербы
Юрисдикция таралышы Белорет районы

Белорет районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Белорет районының флагы 2006 йылдың 6 июлендә Белорет районы муниципаль советының 103-сө ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3203, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 012 һаны менән теркәлә. Авторы — Камил Хөбөтдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Ике горизонталь һыҙаттар тора: өҫкө зәңгәр һыҙат туҡыма киңлегенең 4/5 өлөшөнә тиң, аҫҡы өлөш — аҡ төҫтә. Үрге һыҙаттың уртаһында флаг һабына ҡарап һары төҫтәге бөркөт ултыра.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорет районы флагы йөкмәткеһе буйынса бер бөтөн һәм гармониялы, белорет халҡының рухи байлығын һәм юғары намыҫлылығын, тыуған яҡтың гүзәллеген, географик, тарихи, рухи-мәҙәни һәм милли үҙенсәлектәрен күрһәткән район гербы нигеҙендә эшләнгән.

Иҙелбашы төбәгендә Көньяҡ Уралдың иң бейек тауҙары, атап әйткәндә Ирәмәл менән Ямантау урынлашҡан. Белорет районы республиканың урманға бай территорияһы һанала. Көньяҡ-Урал Дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тәүге биш иң ҙур Рәсәй ҡурсаулыҡ территориялары рәтендә килә. Ямантау, Ирәмәл, Арский ташы, Ҡоткор тамағы, Ҡыҙыляр мәмерйәһе Рәсәйҙең тәбиғәт һәйкәлдәре булып һанала. «Ҡоштар батшаһы» бөркөттөң — төп фигура — йәшәү урыны ла тап Белорет ерендә. Халыҡтың ҡыйыу рухын, ирек һөйөүсәнлеген, яңы бейеклектәр яулау көсөн символлаштырған бейек тауҙар ҡошо бөркөт бары Иҙелбашы төбәгендә генә йәшәй. Был ерҙәрҙә тамьян һәм ҡатай ырыуы вәкилдәре йәшәй, улар борон-борондан үҙҙәренең ҡыйыулығы, сыҙамлылығы, ғорурлығы менән дан алған халыҡ. Тамъян ырыуын уның арҙаҡлы улдары Башҡортостанды Рус дәүләтенә ҡушыу мәсьәләһе менән Ҡазан ҡалаһына илселек составында барған Шәғәле Шаҡман һәм башҡорт классик музыкаһына нигеҙ һалыусы Заһир Исмәғилев данланы. Белорет ере бик күп батыр йөрәкле бөркөт ир-егеттәрен тәрбиәләгән: 13 Советтар Союзы Геройы, 2 Рәсәй Федерацияһы Геройы, «Хәрби дан» орденының кавалеры, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, 4 Социалистик Хеҙмәт Геройы, «Хеҙмәт Даны» орденының 2 тулы кавалеры.

Бөгөнгәсә батыр йөрәкле ата-бабаларының изге исеменә тап төшөрмәй үҙ ҡанаттарын киң йәйгән Белорет бөркөттәре Иҙелбашы төбәгенә дан йырлай. Йәшел ҡаяла ултырған алтын бөркөт майҙаны буйынса ҙур райондың гүзәл тәбиғәт ҡосағында йәшәүсе ғорур һәм ҡөҙрәтле белорет халҡының киң күңел һәм бойондороҡһоҙлоҡ, көс һәм зирәклек, энергия һәм ихтыяр, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу сифаттарын һынландыра.

Бөркөттөң алтын төҫө һәм йәшел ҡаяның алтын юлаҡтары райондың файҙалы ҡаҙылмаларына бай булыуын, байлыҡ, үҙ аллылыҡ, ғәҙеллек, баҫалҡылыҡ, мәрхәмәтлекте геральдик символикаһында һынландыра. Йәшел төҫ бәхет, өмөт, азатлыҡ, тыныслыҡ һәм именлекте символлаштыра. Был шулай уҡ тәбиғәт, яҙ, тормоштоң мәңгеллеге һәм өмөттәрҙең аҡланыу төҫө ул. Зәңгәрһыу ялан — мөһабәтлек, гүзәллек, ышаныс, тоғролоҡ, тыныслыҡ, хыялдар символы, шулай уҡ белореттарҙың үҙ гүзәл тәбиғәтен һаҡларға тырышыуын аңлата.

Көмөш төҫ — Ағиҙел йылғаһы, геральдикала иһә таҙалыҡ, ышаныс, ихласлыҡ, юғары намыҫлылыҡ, эскерһеҙлек символы булып тора.

Белорет районы гербы