Балаҡатай районы флагы

Балаҡатай районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Балаҡатай районының флагы 2006 йылдың 10 июлендә Балаҡатай районы муниципаль советының 134-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3202, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 011 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов

Тасуирламаһы

Йәшел төҫтәге тура мөйөшлө туҡыма. Киңлегенең оҙонлоғона нисбәте — 2:3. Флаг уртаһында Балаҡатай районы гербынан күсерелгән фигура — һары төҫ менән ҡаймаланған йәшел төҫтәге кирегә әйләндерелгән дуға. Уның эсендә һүрәтләнгән һары мөгөҙлө аҡ башлы мышы флаг һабы яғына ҡарап тора.

Нигеҙләү

Балаҡатай районы флагы герб нигеҙендә эшләнгән. Унда райондың тарихи, географик, тәбиғи үҙенсәлектәре һалынған. Районға ошо ерҙә борондан йәшәгән бала ҡатай (бәләкәй ҡатай) башҡорт ырыуы атамаһы бирелгән. Шуға күрә герб уртаһында тарихи үткәндәргә, ата-бабалар еренә ихтирам билдәһе итеп ырыу тамғаһы урынлаштырылған.

XVIII быуатта был ерҙәргә рус крәҫтиән-күскенселәре килеп ултыра. Шул ваҡыттан алып башҡорттар менән рустар ҡулға-ҡул тотоношоп бер яҙмыш менән йәшәй.

Бала ҡатай ырыуының тотем хайуаны булып мышы һанала, ул ырыуҙың ҡурсалаусыһы, бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыусы, именлек символы булып тора. шуға ла ул гербта ла урын алған. Мөһабәт, түҙемле, изге хайуан геральдикала ҡыйыулыҡты, көстө, сыҙамлылыҡты кәүҙәләндерә. Уның көмөш төҫтә булыуы затлылыҡты, ихласлыҡты, эскерһеҙлекте белдерә.

Мышының мөгөҙө — алтын төҫөндә. Риүәйәт буйынса, «мөгөҙөндә ҡояш алып килгән» тиеү динамикалы үҫешкә, үҙ аллылыҡҡа, халыҡтың именлегенә ынтылышты күрһәтә.

Райондың хайуандар донъяһы ла күп төрлө һәм бай. Урмандарҙа тиҫтәнән ашыу төр, шул иҫәптән Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән йәнлек бар.

Гербта тәбиғәт байлыҡтары йәшел төҫ һәм осонда стилләштерелгән көмөш ҡарағайҙар аша күрһәтелгән. Йәшел төҫ тормош, муллыҡ, уңдырышлылыҡ, һиллек һәм тыныслыҡты белдерһә, көмөш төҫ — сафлыҡты, эскерһеҙлекте һәм затлылыҡты символлаштыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә