Ишембай районы флагы
Ишембай районы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ишембай муниципаль районы символы.
Тарихы
Ишембай районы флагы Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 15 июнендәге 9/130-се ҡарары менән раҫланған. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт геральдика регистрына — 3218, Башҡортостан Республикаһы символдары Дәүләт регистрына 047 һаны менән теркәлгән.
Флаг тасуирламаһы
Иңенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте 2:3 булған тура мөйөшлө туҡыма, ул ике горизонталь һыҙаттан тора: өҫкө яғы һары һәм түбәнгеһе — йәшел, һары һыҙат эскә табан бөгөлөп ике сусаҡлы тау түбәһен барлыҡҡа килтерә; бөгөлдөң ситенән нәҙегерәк аҡ һыҙат үтә. Йәшел һыҙаттың киңлеге туҡыма ситтәрендә 3/5 нисбәтендә һәм уртаһында 4/5 нисбәтендә тәшкил итә. Йәшел һыҙат уртаһында — флаг тотҡаһына табан осоп барған ыласын.
Символиканы нигеҙләү
Флагтың аҡ һыҙат үткән бөгөлө — Торатауҙың символик сағылышы. Һыҙаттың аҡ булыуы тауҙың уникаль булыуын һәм эзбизташтан тороуын ғына түгел, ә тыныслыҡта һәм үҙ-ара килешеп йәшәгән халыҡтарҙың уйҙарының яҡты, намыҫтарыны таҙа булыуына ышанысты ла аңлата.
Йәшел, ҡылғанлы яландың һарғылт-аҡ фонында Юрматы ырыуы башҡорттарының символы — шоңҡар кәйелеп оса. Ҡош — ирек, азатлыҡ символы ла, уның ирекле осошта ҡанаттарын йәйеп барыуы төбәктең сәскә атыуы, халҡының эшһөйәр һәм ирекле булыуы тураһында һөйләй. Йәшел төҫ тормоштоң мәңге-мәңге яңырып тороуын, тыуған төбәгебеҙҙең бай һәм матур булыуының сағылышы ул.