Йәрмәкәй районы флагы
Йәрмәкәй районы флагы | |
Нигеҙләү датаһы | 14 июль 2006 |
---|---|
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Йәрмәкәй районы |
Йәрмәкәй районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәрмәкәй районының флагы 2006 йылдың 14 июлендә Йәрмәкәй районы муниципаль советының 118-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3213, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 018 һаны менән теркәлә. Авторы — Айрат Усманов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ике тигеҙ — йәшел (һап эргәһендә) һәм зәңгәр вертикаль һыҙаттан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Һыҙаттар тоташҡан урындың өҫтөнә һары төҫтәге үрәпсегән ат һүрәтләнгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәрмәкәй районы флагы райондың тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлеген иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдырыла. Үҙәк фигура — ат, сөнки район саф тоҡомло йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә һәм улар халыҡ-ара, Рәсәй, республика ярыштыранда призлы урындар ала. Ат символик рәүештә кешегә юл күрһәткән аҡылды аңлата, шулай уҡ ваҡыт бәйләнешен, халыҡтың быуаттар буйына килгән хәтерен, эшһөйәрлеген, ер эшкәртеүен сағылдыра. Ат — ҡурҡыу белмәҫ ҡаһарманлыҡ, йомартлыҡ, тоғролоҡ, теләһә ҡайһы ваҡытта ла хеҙмәткә әҙерлек символы ла.
Һары, зәңгәр, йәшел төҫтәр райондың Башҡортостан Республикаһына ҡарағанлығын аңлата.
Һары төҫ — ҡояш, иген төҫө, юғары ҡиммәттәр, дәрәжә, ныҡлыҡ, көс, шәфҡәтлелек, тоғролоҡ, даимилыҡ.
Зәңгәр төҫ йәрмәкәйҙәргә хас булған дәрәжәне, матурлыҡты, үҫеште, алға барыуҙы, өмөт һәм хыялды, тыныслыҡ һөйөүҙе, ниәттәрҙең изгелеген символлаштыра.
Йәшел төҫ — үҫемлек һәм хайуандар донъяһының күп төрлөлөгөн сағылдыра, бер үк ваҡытта өмөт, байлыҡ, азатлыҡ һәм мәңгелек тормош символы.