Стәрлетамаҡ районы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Стәрлетамаҡ районы флагы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 10 июль 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Стәрлетамаҡ районы

Стәрлетамаҡ районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Стәрлетамаҡ районының флагы 2006 йылдың 10 июлендә Стәрлетамаҡ районы муниципаль советының 7/з-79 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3015, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 034 һаны менән теркәлә. Авторы — Айрат Усманов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өҫкө өлөшө флаг иңенең 4/5 өлөшөнә тиң йәшел, уртаһы — 1/10 өлөш — аҡ, аҫҡы яғы зәңгәр төҫтәге өс горизонталь һыҙаттан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Флаг һабы эргәһендәге өҫкө сирек өлөштә елпеүес рәүешендә ете һары башаҡ һүрәтләнгән.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стәрлетамаҡ районы флагы райондың тарихи, мәҙәни һәм иҡтисади үҙенсәлектәрен күҙаллап эшләнгән гербҡа нигеҙләнә. Район тарихы бәшәнәк-башҡорт ырыу-ҡәбилә төркөмдәренән баш ала. XIII быуат уртаһында был территорияларҙа башҡорт ырыуҙары формалаша, уларҙың береһе булған Юрматы ырыуы вариҫтары әле лә районда йәшәй. Атай-олатайҙар арыш һәм һоло, арпа һәм тары үҫтерә, яландарҙа күп һанлы йылҡы өйөрә һәм эре мал көтөлә. Шуға күрә төп фонды алып торған йәшел төҫ — тормошто, уңдырышлылыҡты, именлекте, муллыҡты символлаштыра.

Үҙәк урынды елпеүес рәүешендәге ете һары башаҡ биләй. Башаҡтар өҫкә ҡарап тора һәм ҡояш нурҙарын хәтерләтә. Был райондың электән республикала иген үҫтереү буйынса алдынғы булыуын, тулы ҡанлы тормош менән йәшәүен һәм динамикалы үҫешеүен аңлата.

Ете һары башаҡ, ҡурайҙың ете тажы кеүек, республикала йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенә нигеҙ һалған ете ырыуҙы символлаштыра.

Аҡ төҫ район территорияһынан аҡҡан, алтын башаҡтарға йәшәү көсө биргән тулы һыулы йылғаларҙы кәүҙәләндерә.

Аҡ — ихласлыҡ, киң күңеллелек, сафлыҡ, иман, тыныслыҡ символы, шулай уҡ ул Юрматы башҡорттарында киң ҡулланыла.

Һары — юғары ҡиммәттәр, байлыҡ, дәрәжә, даимилыҡ, ныҡлыҡ, көс, киң күңеллелек символы.

Зәңгәр төҫ — намыҫ, тоғролоҡ, маҡсатҡа ынтылыш, ихласлыҡ, изгелек сағылышы.

Стәрлетамаҡ районы гербы