Шаран районы флагы
Шаран районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Шаран районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Шаран районының флагы 2006 йылдың 12 июлендә Шаран районы муниципаль советының 105-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3234, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 064 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Өҫкө яғы флаг иңенең 4/5 өлөшөнә тиң йәшел һәм аҡ төҫтәге горизонталь һыҙаттарҙан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Йәшел ерлектә олоно башҡорт милли «ҡусҡар» биҙәге менән ситләнгән өс аҡ ҡарағай ағасы, өҫ яҡтан асамайлап һалынған һары йөҙлө ике аҡ һабан төрәне һүрәтләнгән.
Нигеҙләү
Шаран районы флагы райондың тарихи, мәҙәни, иҡтисади һәм тәбиғәт шарттарының үҙенсәлеген иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдырыла.
Районы күркәм тәбиғәтле, уңдырышлы һәм уңайлы ерҙә урынлашҡан. Тәбиғәте бай: ылыҫлы урмандар иркен яландар менән сиратлаша, күп һанлы күлдәр, шишмәләр һәм йылғалар күркәмлек өҫтәй. Убалы үҙенсәлекле ландшафты менән дә һоҡландыра. Бында йырҙарҙа йырланған Сөн йылғаһы аға.
Йәшел төҫө һәм «ҡусҡар» биҙәге рәүешендә һүрәтләнгән өс ҡарағай ағасы Шаран ерҙәренең матурлығын һәм үҙенсәлеген, тыуған ерен яратҡан халҡының ғорурлығын, киләсәккә оптимизм менән ҡарауын сағылдыра, шатлыҡ, ирек, яңырыу символы булараҡ ҡабул ителә.
Элек-электән ҡарағай — һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм көс символы, торлаҡ төҙөлөшө өсөн төп материал булып тора, йылылыҡ һәм йәм булдырырға ярҙам итә. Бынан тыш, шарандарҙың хәстәрлекле ҡулы менән ултыртылған ҡарағайҙар райондың һөрөнтө ерҙәрен һаҡларға мөмкинлек бирә.
Ағастарҙың аҡ төҫө ышанысты, уй-ниәттәрҙең сафлығын, шатлыҡ һәм яңырыуҙы кәүҙәләндерә.
Ике һабан — крәҫтиән хеҙмәте эмблемаһы — тырыш хеҙмәттә үткән шатлыҡлы тормош көсө һәм райондың күп милләтле халҡының татыулыҡ һәм дуҫлыҡ һынланылышы булып тора.
Һары төҫ — муллыҡ, ғәҙеллек, ныҡлыҡ, үҙаллылыҡ һәм бөйөклөк символы.