Краснокама районы флагы

Краснокама районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Краснокама районының флагы 2006 йылдың 14 июлендә Краснокама районы муниципаль советының 01-08 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3221, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 024 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө йәшел туҡыма. Уны бейеклеге флагтың киңлегенәң 3/5 өлөшөнә тиң булған, нигеҙе флагтың аҫҡы сите булып торған тиң ҡырҙары тулҡынлы өсмөйөш бүлә. Өсмөйөш эсендә күҙәтеү вышкаһы, уның өҫтөндә ҡыҙыл ялҡын күренеп торған ҡара каса төшөрөлгән. Флаг һабы яғындағы йәшел фонда бағана рәүешендә ике һары икмәк башағы, һул яҡта — һары шыршы һүрәтләнгән.

Нигеҙләү

Краснокама районы флагы райондың иҡтисадын һәм тәбиғәт үҙенсәлеген символик рәүештә сағылдырып эшләнгән герб нигеҙендә булдырылған.

Район территорияһынан ике ҙур йылға: Ағиҙел һәм Кама аға, был флагта ла сағылыш табып, уны өс өлөшкә бүлә. Өҫкө уң яҡта йәшел ҡырҙа ике һары башаҡ һүрәтләнгән, ул райондың тарихи аграр сектор булыуын күрһәтә. Революцияға тиклем районда иген үҫтерелә, ә район үҙәгендә ашлыҡ һаҡлау өсөн ҙур амбарҙар була. Уға бар тирә-яҡтан иген килтерәләр, ә урындағы сауҙагәрҙәр уны баржа менән Кама буйлап һатырға сығара. Флагтың һул өҫкө өлөшөндәге йәшел ҡырҙа һары шыршы — райондың урман байлығын символлаштыра. Петр I заманынан уҡ Рәсәйҙә Кама буйындағы урмандарҙа карап мачталары эшләнгән ҡурсаулы шыршы урмандары билдәле.

Райондың күп милләтле халҡының характерына хас сифаттар янған факел — хаҡлыҡ, белемгә ынтылыш, рухи яныу һәм ижад итеү теләге символы аша бирелә. Каса нигеҙендә нефть вышкаһы урынлашҡан, ул район иҡтисадының нефть секторын — уның именлеге нигеҙен һынландыра.

Йәшел — өмөт, шатлыҡ һәм байлыҡ, азатлыҡ, аҡыл, тормош мәңгелеге символы, ер төҫө.

Аҡ төҫ сафлыҡ, тыныслыҡ һөйөү, асыҡлыҡ, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлек символы булараҡ һайланған.

Ҡыҙыл төҫ — матурлыҡ һәм ерҙең уңдырышлылығы символы, райондың атамаһын аңлата. Кама йылғаһы өҫтөндәге таң төҫө, яңы тормош яралыуы, кешелектең дауамы символы. Ҡара төҫ — аҡыллылыҡ, шулай ук Краснокама ерендә табылған нефть символы. Һары төҫ байлыҡ, ғәҙеллек һәм киң күңеллелекте белдерә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә