Стәрлебаш районы флагы
Стәрлебаш районы флагы | |
---|---|
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Дәүләт | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 17 июль 2006 |
Юрисдикция таралышы | Стәрлебаш районы |
Стәрлебаш районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Стәрлебаш районының флагы 2006 йылдың 17 июлендә Стәрлебаш районы муниципаль советының 9-4 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3013, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 054 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өҫкө, флагтың иңенең 4/5 өлөшөнә тиң зәңгәр төҫтәге һәм аҫҡы һары төҫтәге ике горизонталь һыҙаттан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Зәңгәр ерлектә асыҡ аҡ китап һүрәтләнгән, уның өҫтөнән оҙон һабаҡлы һары башаҡ төшөрөлгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Стәрлебаш районы флагы райондың тарихи, мәҙәни һәм иҡтисади үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдрыла.
Төп фон булған зәңгәр төҫ матурлыҡты, дәрәжәне, тоғролоҡто, ышанысты, шулай уҡ үҫеште һәм алға барыуҙы символлаштыра.
Ошо нигеҙҙә асыҡ китап урын алған, ул Стәрлебашта билдәле мәҙрәсә булыуын күрһәтә. Унда XVIII—XIX быуаттарҙың төрлө милләттән булған билдәле шәхестәре — рухи эшмәкәрҙәр, әҙәбиәтселәр, ғалим-мәғрифәтселәр, уҡытыусылар белем алған. Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлаусылар араһында Мифтахетдин Аҡмулла — башҡорттарҙы белем алыуға саҡырған шағир, философ, мәғрифәтсе — ла бар.
Китап уртаһында һүрәтләнгән һары башаҡ халыҡтың йәшәү көсөн, хеҙмәт менән булдырылған именлеген сағылдыра.
Һары төҫ — райондың алтын иген яландары символы.