Ҡариҙел районы флагы
Ҡариҙел районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Ҡариҙел районының флагы 2006 йылдың 17 июлендә Ҡариҙел районы муниципаль советының 88 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3220, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 049 һаны менән теркәлә. Авторы — Рауил Кашапов.
Тасуирламаһы
Өҫкө яғы флаг иңенең 4/5 киңлегендә булған йәшел һәм аҫҡы өлөшө зәңгәр төҫтәге, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Йәшел фон уртаһында баштүбән әйләндерелгән тиң ҡырлы аҡ өсмөйөш. Уның нигеҙе туҡыманың өҫкө сите булып тора, ә түбәһе флагтың аҫҡы ситенән иңдең 7/10 өлөшөн ала. Өсмөйөш уртаһында тура нурлы ҡыҙыл ҡояш, ҡояш эсендә алтын ҡулса урынлашҡан.
Нигеҙләү
Ҡариҙел районы флагы райондың тарихи һәм мәҙәни, атамаһының һәм тәбиғәт шарттарының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдырыла.
Төп элемент булып 32 нурлы ҡыҙыл ҡояш тора, ул уяныуҙы, таң атыуын сағылдыра, ерҙәге тормош хаҡына йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағы булып тора. Ҡояш эсендә урынлашҡан ҡулса хәрәкәттең сикһеҙ булыуын, прогресты, кешелектең һәм барлыҡ тереклектең үҫешен аңлата. Ҡояш нурҙарының 32 булыуы Ҡариҙел районының барлыҡҡа килгән йылына тиң: 1932 йылдың феврале.
Герб билбауы көмөш тулҡындар рәүешендә һүрәтләнә һәм
Зәңгәр төҫ район территорияһынан аҡҡан Ҡариҙел йылғаһын, уның сафлығын һәм таҙалығын символик рәүештә күрһәтә, районға һәм уның административ үҙәге булған Ҡариҙел ауылына исем биргән йылғаның атамаһының асылын асып бирә: Ҡариҙел — ҡара Иҙел — ҡара йылға. Йылғаның ҙур һыулы булыуын, унда балыҡтарҙың күплеген һәм бер үк ваҡытта дәрәжәне, ниәттәрҙең сафлығын, рухи камиллыҡҡа ынтылышты, ата-олатайҙарҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғролоҡто, районда йәшәгән халыҡтар араһындағы үҙ-ара ихтирамды аңлата.
Йәшел ҡыр райондың тау-урманлы үҙенсәлеген һәм халыҡтың урман сәнәғәте тармағында мәшғүллеген сағылдыра. Шул уҡ ваҡытта йәшел төҫ — сәләмәтлек, тормоштоң мәңге яңырып тороуы, уңдырышлылыҡ, ер эшкәртеү, край тәбиғәтенең байлығы һәм матурлығы символы.
Аҡ төҫ аяҙ күкте, юғары әхлаҡты, экология таҙалығын, тыныслыҡ һөйөүҙе һәм ғәҙеллекте аңлата.
Һары төҫ — етеш һәм имен тормошҡа ынтылыш.
Ҡыҙыл төҫ — ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек символы, гербта ул ата-олатайҙарға хөрмәт билдәһе булараҡ ҡулланыла.