Дүртөйлө районы флагы

Дүртөйлө районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Дүртөйлө районының флагы 2006 йылдың 11 июлендә Дүртөйлө районы муниципаль советының 71-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2977, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 017 һаны менән теркәлә. Авторҙары — Фәрит Ғәлләмов, Рауил Дәүләтов.

Тасуирламаһы

Дүртөйлө районы гербын йәшел, һары, зәңгәр, ҡара һәм аҡ төҫтәрҙә ҡабатлаған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма.

Нигеҙләү

Дүртөйлө районы флагы райондың тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән гербы нигеҙендә булдырыла. Тарихтан мәғлүм булыуынса, Ағиҙел ярҙарында, мәғрур Торатау тирәләй, шулай уҡ ялан зонаһында, Сарманай ҡалдау ерҙәрендә йылҡы өйөрҙәре, һыйыр көтөүҙәре йөрөгән, ә ҡалын урмандарҙа төрлө ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсегән. Крайҙың уңдырышлы ерҙәре ер эшкәртеүҙе үҫтереүгә, һыу һәм ҡоро сауҙа юлдарында уңайлы географик урынлашыуы яңы ауылдарҙы нигеҙләүгә һәм халыҡтың имен тормошона булышлыҡ итә. ХХ быуат башына Ағиҙел йылғаһы пристаненән миллион бот төрлө йөк, нигеҙҙә иген һәм урман оҙатыла. Шуға күрә үҙәк фигура булып дүрт алтын башаҡ тора, улар байлыҡты, именлекте һәм халыҡтың эшһөйәрлеге, ныҡышмаллығы, атайсалына һөйөүе һәм белемгә ынтылышы менән яуланған абруйын сағылдыра. Халыҡтың юғары рухиәте һәм райондың динамикалы үҫеше билдәһе булараҡ, башаҡ ҡылсыҡтары һауаға ҡарай. Дүрт башаҡ шулай уҡ символик рәүештә райондың атамаһын да сағылдыра — Дүртөйлө, йәки дүрт өйлө.

Йәшел фон крайҙың төп байлығы булған сикһеҙ яландарға һәм урмандарға ишара. Бер үк ваҡытта йәшел төҫ муллыҡты, уңдырышлылыҡты, шатлыҡты, һиллек һәм тыныслыҡты символлаштыра.

Зәңгәр тулҡындар — райондың төп һыу артерияһы булған Ағиҙелде кәүҙәләндерә. Шулай уҡ зәңгәр төҫ — матурлыҡ, бөйөклөк, камиллыҡ, өмөт һәм хыял символы ла. Ҡара төҫ — райондың һутлы ҡара тупрағын, шулай уҡ крайҙың «ҡара алтыны» булған, райондың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән нефтте лә символлаштыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә