Ишембай ҡалаһы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай ҡалаһы флагы
Автор Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 14 июль 2006
Юрисдикция таралышы Ишембай
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ишембай ҡалаһы флагы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһенең рәсми символы һәм халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай ҡалаһы гербы 2006 йылдың 14 июлендә Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе советының 10/87 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3238, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 048 һаны менән теркәлә. Авторҙары — Рафаэль Ҡадиров, Сыңғыҙ Яруллин.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай ҡалаһы гербын йәшел, ҡыҙыл, зәңгәр, аҡ һәм һары төҫтәрҙә ҡабатлаған киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай ҡалаһы флагы композицияһы нигеҙенә ҡаланың атамаһы, уның тарихи, географик һәм иҡтисади үҙенсәлектәре һалынған ҡала гербын ҡабатлай. Ишембай ҡалаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше Ишембай районы территорияһында нефть ятҡылыҡтары асылыуға бәйле. Нефть биргән беренсе скважина ҡала территорияһына тура килә һәм гербта символик рәүештә алтын төҫөндәге фонтан итеп һүрәтләнә.

Ҡаланың Ишембай районы территорияһында булыуы йәшел ҡыр һәм Торатауҙың — үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһының — көмөш һыртлы һыҙат аша бирелә. Баштүбән әйләндерелгән көмөш атлама — хәҙерге Ишембай ҡалаһы урынлашҡан боронғо Юрматы ырыуының стилләштерелгән тамғаһы, бер үк ваҡытта улар Ағиҙел һәм Тәйрүк йылғаларын аңлата.

Алтын төҫ ғәҙеллекте, байлыҡты һәм үҙ аллылыҡты символлаштыра. Йәшел төҫ — муллыҡ, шатлыҡ һәм азатлыҡты, зәңгәре — матурлыҡты һәм дәрәжәне, ҡыҙылы — еңеүҙе һәм мөхәббәтте аңлата.

Тау өҫтөндәге алтын ҡурай боронғо башҡорт ырыуҙары ҡоролтайҙарының Торатауҙа үтеүен күрһәтә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай ҡалаһы гербы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]