Ишембай мәҙәниәте
Ишембай мәҙәниәте (рус. Культура Ишимбая — Башҡортостандың иң ҙур мәҙәни үҙәктәренең береһе булған Ишембай ҡалаһындағы мәҙәни тормоштоң сағылышы.
Ишембай ҡалаһында үҙәкләштерелгән китапхана системаһы эшләй, уның туғыҙ ҡала китапхана филиалы, Балалар сәнғәт мәктәбе бар. Ҡалала тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, халыҡ мәғарифы музейы, картиналар галереяһы һәм башҡа музейҙар урынлашҡан[1]. 1993 йылдан Милли мәҙәниәттәр үҙәге эшләй, ул биш йәмғиәтте (рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм немец) берләштерә. Үҙәк эшмәкәрлеге был халыҡтарҙың мәҙәни үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүгә, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға булышлыҡ итә[2]. Ҡалала «Илһам» әҙәби берекмәһе эшләй[3]. Һуңғы йылдарҙа күп кенә кинотеатрҙар һәм китапханалар ябылған[4]. Билдәле ғалим А. А. Блохин ҡәберендәге һәйкәл-стела һәм ҡәберлек үҙе[5][6], «Ту-104» самолеты һәйкәле һүтелгән[7].
Берҙән-бер мәҙәниәт һарайы булып 1961 йылда Ишембай нефть эшкәртеү заводы башланғысы буйынса төҙөлгән С. М. Киров исемендәге Нефтселәр мәҙәниәт һарайы тора[8]. Совет йылдарында күп кинотеатрҙар эшләй («Союз», «Спутник», «Төҙөүсе», «Йондоҙ», «Пионер», «Филиал»), әлеге ваҡытта «Феникс» киноклубы бар. Күңел асыу учреждениеларынан — «Спутник» йәштәр-күңел асыу үҙәге[9] һәм «Патио» күңел асыу комплексы. Ҡала яны биҫтәләрендә «Союз» мәҙәниәт йорто (эшләмәй, Перегонный биҫтәһендә урынлашҡан), «Нефтсе» мәҙәниәт йорто (Нефтсе биҫтәһендә) һәм «Йондоҙ» мәҙәниәт йорто (Иҫке Ишембай биҫтәһендә) бар[10] . Элек рус драма театры урынлашҡан «Төҙөүсе» мәҙәниәт йорто бинаһы һүтелгән.
Ишембай сәнғәт мәктәбе
Ишембайҙа Сәнғәт мәктәбендә уҡыу платформаһы һәм күргәҙмәләр ойоштороу өсөн майҙансығы булған (шул уҡ Сәнғәт мәктәбендә, Ишембай картиналар галереяһында, Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында) көслө сәнғәт мәктәбе бар. Мәктәпкә нигеҙ һалыусы — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре И. М. Павлов. Ул ҡала тормошоноң тәүге йылдарын күҙ алдына килтерергә булышлыҡ иткән Ишембайҙың нефть тарихы тураһындағы картиналар авторы булып тора. «Ишембай ҡалаһы шулай башланды», «Башҡорт нефтен беренсе асыусылар торағы» картиналарын К. И. Мангушев, В. Н. Поляков һәм Ю. В. Уткин авторлығында төҙөлгән «Мөғжизәле хазина» китабы биттәрендә күрергә мөмкин[11].
Камил Ғөбәй улы Ғөбәйҙуллин хәтергә төшөрә:
Үҙем иһә бишенсе класта ысынлап һүрәт төшөрә башланым. Башта уҡытыусы Иван Иванович Воробьев алып барған һүрәт төшөрөү буйынса түңәрәккә йөрөнөм. Ул, үҙ сиратында, мине Александр Тюлькиндың уҡыусыһы, бер нисә быуын оҫталарын тәрбиәләгән билдәле Ишембай рәссамы Иван Михайлович Павловҡа тәҡдим итте. Әйткәндәй, һуңынан студияға әйләндерелгән Ишембай түңәрәге Өфө сәнғәт мәктәптәренән һуң иң яҡшыһы тип иҫәпләнә. Иван Павловта уҡыған һәр кем рәссам булып китте. Кемдер артабан Өфөлә белем алыуын дауам итте, кемдер — Ҡазанда, мин иһә Ташкентҡа киттем. Урта Азияға Ишембайҙан алты кеше юлландыҡ, конкурс ҙур булыуға ҡарамаҫтан — бер урынға туғыҙ кеше, барыбыҙ ҙа уҡырға индек.— БашВест
Ишембай сәнғәт мәктәбенең лидеры, локомотивы Рафаэль Рәшит улы Ҡадиров — Ишембай картиналар галереяһы директоры һәм унда ҡуйылған урындағы рәссамдарҙың күп кенә күргәҙмәләре ойоштороусыһы, байтаҡ республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы, үҙенең таланты менән Ишембай ҡалаһының художество сәнғәтен пропагандалаусы. Рафаэль Ҡадиров — яҡташ коллегаһы Камил Ғөбәйҙуллин менән бергә Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы (1997, «1995—1997 йылдарҙа ижад ителгән "Юрматы ере" полиптихы өсөн») лауреаты.
Рафаэль Ҡадиров Ишембайға исеме инде билдәле булған И. М. Павлов мәктәбенә килә. 28 йәшендә Ишембайға күсеп килгән һәм И. М. Павловта уҡыған йәш рәссам Александр Иванович Коробицын да шулай эшләй. Ишембайҙа һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәнгәндән һуң Владимир Геннадьевич Кузнецов — Өфөгә, Виктор Семенович Бухаров — Новосибирскиға, Владимир Михайлович Иванов-Әхмәтов Киевҡа китә, унда урындағы арт-берләшмәләрҙең иң сағыу вәкилдәренең береһе булалар.
Ишембайҙың яңы быуын рәссамдарына оҫталыҡ дәрестәрен Фәнил Сафуан улы Шәймөхәмәтов, Геннадий Петрович Немчинов, Виктор Яковлевич Бивняев, Виктор Александрович Шарыгин һәм Ишембай сәнғәт мәктәбенең башҡа вәкилдәре бирә.
Музейҙар һәм галереялар
- Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — 1997 йылда асыла. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы тарихын өйрәнеү буйынса тарихи-ағартыу маҡсатын ҡуйған учреждение. Музейҙы ойоштороусы һәм уның директоры — Владимир Леонтьевич Игнатьев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ишембай ҡалаһының почетлы гражданы. Музей 1997 йылдың 17 майында, Халыҡ-ара музейҙар көнө һәм Ишембай нефтенең юбилейы хөрмәтенә асыла. Әммә Ишембай ҡалаһында төплө тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырыу идеяһы күптән барлыҡҡа килгән. Әүҙемселәр В. С. Воронцов, М. И. Заһиҙуллин һәм В. Л. Игнатьев 1989 йылдан музей ойоштороу менән шөғөлләнә. Музейҙа бер нисә зал булдырылған, даими рәүештә тематик күргәҙмәләр үткәрелә. Йыл һайын учреждение «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһында ҡатнаша[12]. Экспозицияла ҡаланың нигеҙләнеүе, уның социаль-иҡтисади үҫеше, ҡала халҡының көнкүреше, шөғөлдәре, дини инаныуҙары һәм традициялары тураһында бай материал тәҡдим ителгән. Музейҙың бер залы ҡала предприятиелары тарихы ҡарамағына бирелгән, икенсе залы мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау, халыҡ мәғарифы учреждениеларының барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә арналған. Бында Балалар ижады һарайы эргәһендәге авиамоделизм түңәрәгенең 60 йыллыҡ эшмәкәрлеге, «Нефтсе» шашка клубы тарихы тураһында бүлек бар. Башҡа залдары Ишембай сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусы И. М. Павловтан башлап урындағы рәссамдарҙың картиналары өсөн тәғәйенләнә.
- Ишембай картиналар галереяһы — 1991 йылда асыла. 1991 йылда эшҡыуар Н. В. Зубарев һәм рәссам Р. Р. Ҡадиров тәҡдиме менән нигеҙ һалына. 1992 йылдың 10 июлендә асыла. Ҡала үҙәгендә 1957 йылда төҙөлгән өс ҡатлы торлаҡ бинаның беренсе ҡатында урынлашҡан. Галерея коллекцияһында — Башҡортостан Республикаһының хәҙерге заман рәссамдарының, шул иҫәптән урындағы рәссамдарҙың әҫәрҙәре. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, башҡа музейҙар коллекциялары, шәхси коллекциялар йыйылмаһынан Башҡортостан Республикаһының хәҙерге заман һынлы сәнғәт, Рәсәй һәм Башҡортостан рәссамдарының шәхси һәм төркөм күргәҙмәләре күрһәтелә. Экскурсиялар һәр яңы үткәрелгән күргәҙмә өсөн айырым әҙерләнә[13].
- Ишембай халыҡ мәғарифы музейы — 2000 йылда асыла[14]. Был — төбәктең ошондай йүнәлештәге тәүге музейы. Экспозицияла ҡаланың белем биреү учреждениелары тураһында бай материал тәҡдим ителгән. Ишембай ҡалаһының һәм ишембай районының халыҡ мәғарифы музейы 2000 йылдың 6 майында Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайында асыла. Музейҙы асыуға БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Василий Владимирович Бабушкин күп көс һала. Ишембай халыҡ мәғарифы музейы республикала тәүге шундай учреждение була, Республика халыҡ мәғарифын үҫтереү музейы Өфөлә бер нисә айҙан һуң ғына асыла. Василий Владимирович вафат булғандан һуң, уның эшен педагогик хеҙмәт ветерандары Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡолова, Гөлшат Сабит ҡыҙы Тимербаева, Нина Александровна Мельникова дауам итә. Музей фонды 3136 предметтан ашыу берәмек тәшкил итә: 225 уҡытыусы, Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы, 335 тыл хеҙмәтсәне, 257 орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән мәғариф хеҙмәткәрҙәре тураһында материалдар, документтар, хаттар, фотоһүрәттәр, наградалар, совет йылдары атрибутикаһы һәм башҡалар. Шулай уҡ бында ярҙамсы фонд бар. Музей эшләгән йылдарҙа бында 30 меңдән ашыу кеше була: өлкән быуын вәкилдәре, йәштәр, үҫмерҙәр. Ишембай һәм Ишембай районының халыҡ мәғарифы тарихы һәм үҫеше музейында йыл һайын Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы берекмәләре ағзалары, ҡала һәм район мәктәптәре уҡыусылары, шулай уҡ белем биреү учреждениелары педагогтары өсөн 50-нән ашыу экскурсия үткәрелә. Еңеү көнөнә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, Пионерия көнөнә арналған һәм башҡа тематик экскурсиялар үткәрелә. Музей фондтары даими рәүештә экспонаттар һәм китаптар менән тулылана, уларҙы музейға педагогик хеҙмәт ветерандары, Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы халҡы бүләк итә. Архив фотоһүрәттәрен һәм иҫке документтарҙы һанлаштырыу үткәрелә. Шулай уҡ уның экспонаттары менән теләгән һәр кем таныша алһын өсөн виртуаль музей булдырыу өсөн видеоматериалдар әҙерләнә[14].
- «Юрматы» Ишембай йәмәғәт этнография музейы — 2010 йылда асыла[15]. Юрматы ырыуы тарихын өйрәнеү буйынса тарихи-ағартыу маҡсатын ҡуйған мәҙәниәт учреждениеһы. Музей булдырыу башланғысы менән Сергей Николаевич Греков сығыш яһай. Бинаның беренсе ҡатында урынлашҡан «Юрматы» этнографик ижади оҫтаханаһы өлкән класс уҡыусылары менән эшләй. Экспозицияның нигеҙен эске биҙәлеше менән ғәйәт ҙур тирмә, өй фрагменты тәшкил итә[15]. Музейҙа В. В. Бессаренко һәм уның коллегалары — Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, шул иҫәптән урындағы Милли мәҙәниәттәр үҙәгенән һәм Ишембай районы муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән күп йыллыҡ эҙләнеүҙәр һәм табыштар һөҙөмтәләре күрһәтелгән[16].
Дин
Төп мәҡәлә:Ишембайҙа дин (рус.)баш.
Ҡалала төп дини конфессиялар булып православие һәм ислам (сөнни йүнәлеше) тора[17]. Православие ғибәҙәтханаһы һәм йәмиғ мәсеттәре бар.
1947 йылда Ишембай ҡалаһында ағас сиркәү асыла (Тәйрүк йылғаһы районындағы Азатлыҡ урамында урынлашҡан). Ул шәхси йортто үҙгәртеп ҡорола, уға алтарь өлөшө һәм манара төкәтмәһе төҙөлә. 1988 йылда өлкән рухани Валерий ата етәкселеге ваҡытында Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы Анатолий Тәйрүк йылғаһы ярында яңы ғибәҙәтхана төҙөү өсөн һайланған урынды изгеләндерә. Әммә был һайланған урын уңышһыҙ була: ташҡын ваҡыттарында һыу нигеҙгә бик яҡын килә. Өлкән рухани Сергий ата үтенесе буйынса һәм Өфө менән Стәрлетамаҡ епискобы Никон фатихаһында 1993 йылдың майында Бульвар һәм Совет урамдары киҫешкән урында сиркәү төҙөү өсөн яңы урын изгеләндерелә. Шул уҡ йылдың йәйендә протоиерей Сергий тарафынан сиркәү нигеҙенә таш һалына. Сиркәү проекты Троица Сергий Лавраһына заказ биреп эшләнелә. Архитекторы — Д. С. Сколов. Нигеҙ итеп XVI—XVII быуаттарҙағы Новгород стиле алына[18].
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдә үткәрелгән сәйәси һәм иҡтисади реформаларға бәйле, сиркәүҙе 2000 йылда ғына, ҡала предприятиелары һәм ҡала башлығы ярҙамында, мәхәллә кешеләренең иғәнәләренә төҙөй башлайҙар. Ғибәҙәтханала ҡатмарлы төҙөлөш эштәре башҡарыла. Ҡала мәхәлләһе кешеләре һәм меценаттары иғәнәләренә яңы ғибәҙәтханаға тәреләр һәм көмбәҙҙәр заказ бирелеп эшләтелә һәм урынлаштырыла. 2004 йылда Ишембайҙың Изге Троица ғибәҙәтханаһы мәхәллә кешеләре өсөн ишектәрен аса[18]. Ҡаланың беренсе сиркәүе бинаһында хәҙер православие йәкшәмбе мәктәбе урынлашҡан[19][20]. 2011 йылдың декабрендә сиркәү Салауат епархияһына инә.
Ишембайҙа йәмиғ мәсеттәре төҙөлә. Ишембай йәмиғ мәсете ҡаланың үҙәк өлөшөндә ― Тыныслыҡ урамында, 16-сы йортта урынлашҡан, 1990—1994 йылда төҙөлгән, етәксеһе — имам-хатиб Илнур Марат улы Ғиниәтуллин[21], тағы ла икәүһе — Иҫке Ишембай (1948 йылда асылған, Ворошилов урамы, 33-сө А йорто)[22] һәм Нефтсе (1995 йылда асылған, Чайковский урамы, 15-се йорт)[23] биҫтәләрендә.
Ишембай йәмиғ мәсете – кирбестән төҙөлгән бер манаралы, ике ҡатлы бина, көмбәҙе юҡ. Традицион йәшел мосолман стилендә башҡарылган тематик баннерҙарҙы мәсетте әйләндереп алған ҡоймалар периметры буйынса күҙәтергә мөмкин[24]. Ул үҙәкләштерелгән дини ойошма ― Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының «Ишембай ҡалаһы Йәмиғ мәсете урындағы мосолман дини ойошмаһы» ҡарамағында.
1990 йылда Ишембайҙа мәсет төҙөлөшө өсөн ер участкаһы бүленә. Шул уҡ йылдың 29 июлендә Ишембай мәсете имам-хатибы Рәфҡәт Фәрит улы Рафиҡов етәкселегендә иман йортона нигеҙ һалына. Төҙөлөш эштәре мәхәллә кешеләре ярҙамында үҙ көстәре менән алып барыла. Мәсет һалыуҙа «ИМЗ» ААЙ-һы (генераль директоры Г. С. Шәрәфетдинов), «Алтын» ЯСЙ-һы (И. Т. Алтынбаев), «РБУ» ЯСЙ-һы (Э. А. Ҡасимов), «ИФТИ» АЙ-һы (А. З. Саушин), «ИЧФ» АЙ-һы (А. Х. Мәҗитов, А. Т. Яхонтов), «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы (Ю. Н. Йәғәфәров), «Иҙел Нефтемаш» ЯСЙ-һы (Ш. И. Усманов), «Ишембай электр селтәрҙәре» МУП-ы (Н. С. Дурова), «Витязь» машиналар эшләү АЙ-һы (И. Н. Арыҫланов), «Башкирэнерго»ның Ишембай бүлексәһе (Р. Х. Хәмзин), «Ишембайнефть» РМЦ-һы (Р. А. Миһранов) предприятиелары коллективтары, ҡала хакимиәте етәкселеге (В. В. Елепин) ҙур ярҙам күрһәтә. Мәхәллә кешеләренән мәсет төҙөлөшөндә Фәрит Рафиҡов, Миҙхәт Рафиҡов, Ахунйән Усманов, Сәйфетдин Хәмитов, Муллағәли Байгилдин һ. б. әүҙем ҡатнаша[25].
1994 йылда мәсет бинаһы төҙөлөп бөтә, үҙ көстәре менән биҙәкләү эштәре башҡарыла, шул уҡ йылдың 16 авгусында унда беренсе тапҡыр йома намаҙы уҡыла[26].
2005 йылдың 19 июлендә «Ишембай ҡалаһы йәмиғ мәсете» булараҡ, 2020 йылдың 1 декабрендә «Ишембай ҡалаһының мәркәз мәсете» урындағы мосолман дини ойошмаһы булараҡ Федераль һалым хеҙмәтендә теркәлеү уҙған[21].
Ишембай үҙәк (йәмиғ) мәсетендә Үҙәкләштерелгән дини ойошма — Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Ишембай мөхтәсибәте урынлашҡан булған. 2022 йылдың ғинуарында Ишембай районы хакимиәте тарафынан мөхтәсибәт өсөн Стахановсылар урамы, 42 адресы буйынса (элекке «Горизонт» клубы) майҙаны 152 квадрат метрға тиң булған бина бүленә[27].
Ишембай сәнғәттә
«Ишимбай»
Мне особенно дорог
этот солнечный город,
окрасивший край
краской юности
жаркой, -
молодой Ишимбай.
...
«Ишимбай»
Ишимбай мой родной, город мой нефтяной,
Ты седого Урала краса;
Буровые твои — дети щедрой земли,
Словно стрелы глядят в небеса.
Ишимбай, Ишимбай, нефтяной славный край,
Год от года тебе подрастать.
У твоих сыновей, у твоих дочерей
Ишимбайская гордость и стать.
В годы грозной войны
Был опорой страны
Город мой, Ишимбай нефтяной,
Наступала на смерть
Ишимбайская нефть
Огневой броневою стеной.
Ишимбай, Ишимбай,
Ты цвети, расцветай,
Расцветай, город мой,
Словно сад.
Для твоих сыновей,
Для твоих дочерей
Никаких нет на свете
Преград.
Разрастайся в плечах,
Отражайся в очах
Горожан, что тебя возвели,
И, идя сквозь года,
Будь достоин всегда
Нашей славной
Советской семьи.
Ишимбай, Ишимбай,
В день грядущий шагай,
Нет преград у тебя на пути.
А твоим сыновьям,
А твоим дочерям
Твою славу и дальше нести.
Ишембайҙың гимнын ҡалаға уның данлыҡлы эшмәкәрҙәр: композитор Рафиҡ Сәлмәнов һәм шағир Рауил Ниғмәтуллин бүләк итә. «Ишембай» шиғырының беренсе юлы — «Тыуған Ишембайым минең, нефть ҡалаһы» Ишембай ҡалаһы биләмәһе башланған урындан алыҫ түгел Индустриаль шоссела ҡуйылған стелала мәңгеләштерелгән[28].
Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин — 1941 йылдың 12 майында райондың Ғүмәр ауылында тыуған башҡорт шағиры, ғалим һәм сәйәсмән, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Һигеҙ шиғыр, мәҫәлдәр, йырҙар һәм поэмалар китабы авторы. Рафиҡ Вафа улы Сәлмәнов — 1917 йылдың 15 сентябрендә хәҙерге Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған башҡорт композиторы, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре.
Ишембай нефтен асыу башҡорт әҙәбиәтенә яңы һулыш бирә[29]. Башҡорт шағиры Дауыт Юлтый, ҙур булмаған Ишембай ауылы янындағы тәүге нефть фонтанынан илһамланып, «Нефть тураһында әкиәт» поэмаһын яҙа (1932)[30]. Икенсе Баҡы районының индустриялаштырылыуы, күп быуатлыҡ дала күсмә көнкүрешен үҫешкән сәнәғәт төбәгенә әйләндереү, эшсе синыфтың формалашыуы 1930—1940 йылдарҙағы бер нисә әҫәрендә сағылыш таба. Был — Али Карнайҙың «Ишембай» очеркы (1935)[31][32], Халиҡ Заимовтың «Ишембай» романсы (1940)[33]. Бөйөк Ватан һуғышынан Ишембайға ҡайтҡас, күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимов нефть техникумында инглиз телен уҡыта башлай, нефтселәрҙең, төҙөүселәрҙең тормошон өйрәнә, улар тураһында очерктар, хикәйәләр яҙа[34]. Совет яҙыусыһы Мариэтта Шагинян, Ишембайҙа булып ҡайтҡас, былай тип яҙа: «Ишембайҙың тарихы ҡыҫҡа, әммә был ваҡыт — ысын, ҙур роман, уның һуңғы битендә ләззәтләнеп "дауамы бар..." тигәнде уҡыйһың» (1946).
Ҡаланың нефть үҙәге булараҡ тарихы урындағы шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә[35], Ишембай рәссамдарының картиналарында сағылыш таба. Мәҫәлән, XX быуаттың 80-се йылдары уртаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Рафаэль Ҡадиров яҙған «Ишембай нефте» триптихы. Һул өлөшөндә күренекле геолог, инженер һәм ғалим Алексей Блохин һүрәтләнгән. Үҙәк өлөшө нефть ҡыуыу буйынса ҡоролма рәсеменән ғибәрәт. «Буровойҙа» триптихының уң өлөшө «ҡара алтын» сығарыусыларҙы хөрмәт менән тасуирлай. Камил Ғөбәйҙуллиндың картиналары әүҙем нефть сығарыуҙан һуң барлыҡҡа килгән экологик проблемаларға арналған. Улар араһында — «702-се скважинала урғылыу», «Оя», «Нефть һәм ҡылған» һәм башҡалар. Ишембай һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусы Иван Павловтың эштәре «Башҡорт нефте инештәрендә» темаһына арналған. Мәҫәлән, «Ҙур һыу» картинаһы нефть крайындағы яҙғы ташҡын мәлен һүрәтләй. Александр Саханов «Ишембай. Нефть промыслалары» картинаһын 1958 йылда яҙа.
Ишембай һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иван Павловтың эштәре — «Һыубаҫар туғай», «Өс вышка», «Тәүге күсеп килеүселәр» — геологтар экспедициялары республикала тәүге нефть ятҡылыҡтарын эҙләгән һәм тапҡан героик осорҙо һүрәтләй.
2022 йылда Ишембай картиналар галереяһында Ишембай нефть ятҡылығын асыуҙың 90 йыллығына арналған «Ишембай нефте инештәре башында» күргәҙмәһе үтә. Унда Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары рәссамдарының 39 әҫәре ҡуйыла[36].
Ишембай филателияла
1973 йылда Советтар Союзы граждандарына «Башҡорт АССР-ы нефть сығарыу буйынса СССР-ҙа өсөнсө урынды биләй» тигән мәғлүмәт биргән тейешле һүрәт һәм текст менән беренсе художестволы маркировкалы конверт сығарыла. 2007 йылда сығарылғанын иҫәпкә алмағанда, 1975, 1981 һәм 2000 йылдарҙа Башҡортостан нефтен асыусыларға һәйкәл маркировкалы һәм маркировкаһыҙ конверттарҙа һүрәтләнгән. 1980 йылда Башҡортостанда бер миллиард тонна нефть сығарыла. Был ваҡиға шул уҡ йылда маркировкалы конвертта теркәлгән[37].
Ишембай ауылы эргәһендәге 702-се скважина, унда 1932 йылда беренсе «ҡара алтын» фонтаны бәреп сыға, 1982 йылда башҡорт нефтенең 50 йыллығына арналған конвертта һүрәтләнә. Ә нефттең 70 йыллығы 2002 йылдағы маркировкалы конвертта сағылыш таба[37].
2007 йылда почта бүлексәләрендә «Башҡорт нефтен асыуҙың 75 йыллығына» нәфис маркировкалы конверт барлыҡҡа килә. Ишембай ҡала хакимиәтенең «Марка» нәшриәт үҙәгенә тапшырған фотоһүрәтендә "ҡара алтын"ды асыусыларға сағыу һәм байрамса һәйкәл күренә[37].
Әҙәбиәт
Бадретдинова, Светлана Анатольевна. Деятельность клубных учреждений Башкортостана в 1985—2005 гг. : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.02 / Бадретдинова Светлана Анатольевна; [Место защиты: Оренбург. гос. пед. ун-т]. — Оренбург, 2010. — 262 с. : ил.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Культура и искусство. Официальный портал города Ишимбая. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 25 август 2011 года.
- ↑ Центр национальных культур г. Ишимбая. culture.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Альманах / Литературное объединение «Вдохновение» г. Ишимбая Республики Башкортостан. — 2-е изд. — Чебоксары: Новое время, 2008. — 207 с. — 300 экз.
- ↑ Кинотеатра.нет, или Мы загружены в магазины (2-я часть). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Сквер имени Блохина: между прошлым и будущим (17 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Куда исчез обелиск с могилы первооткрывателя башкирской нефти? (23 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Хранители истории Ишимбая Часть X. Демонтированные сооружения (21 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Ишимбайский дворец культуры. culture.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ МРЦ Спутник. ishimbai.spravker.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Дома / дворцы культуры в Ишимбае. 2sp.me. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Мангушев К. И., Поляков В. Н., Уткин Ю. В. Чудесный клад. — М.: Советская Россия, 1985. — 144 с. — 20 000 экз.
- ↑ Исторические сведения. ikm-ishimbay.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Ишимбайская картинная галерея. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 Музей народного образования. ddyut.02edu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 Кагиров Р. Я. Уважать свою историю // Подметки+ : газета. — Ишимбай, 2010. — № 52. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ В Ишимбае (Башкирия) открыли музей племени юрматы (20 декабрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Общественные объединение и религиозные организации. Официальный сайт администрации города Ишимбая и Ишимбайского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 25 август 2011 года.
- ↑ 1 2 История появления храма в нашем городе. Свято-Троицкий храм г. Ишимбая. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано из оригинала 7 ноябрь 2010 года.
- ↑ История создания воскресной православной школы Ишимбая. Свято-Троицкий храм г. Ишимбая. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано из оригинала 16 июль 2014 года.
- ↑ Савельев А. Воскресная школа встала на ноги // Чувашская женщина : газета. — 2007. — 19 май.
- ↑ 1 2 Соборная мечеть города Ишимбай. ishimbay.dumrb.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Местная мусульманская религиозная организация Махалля № 2 г. Ишимбай. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 14 ғинуар 2020 года.
- ↑ Местная мусульманская религиозная организация «Нурлы» городского поселения г. Ишимбай. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 18 июль 2022 года.
- ↑ Соборная мечеть, г. Ишимбай, Мира, 16, Ишимбай — 2ГИС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Местная мусульманская религиозная организация «Соборная мечеть» г. Ишимбай. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 18 июль 2022 года.
- ↑ Мы из династии священнослужителей (10 ноябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Мөхтәсибәт өсөн яңы бина (башҡ.) (21 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Мангушев К. И., Поляков В. Н., Уткин Ю. В. Чудесный клад. — М.: Советская Россия, 1985. — С. 127. — 144 с. — 20 000 экз.
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 20 июль 2014 года.
- ↑ Даут Юлтый | История и Культура Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 24 ғинуар 2012 года.
- ↑ Башкирская литература // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М. : Советская энциклопедия, 1962—1978.
- ↑ Карнай // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М. : Советская энциклопедия, 1962—1978.
- ↑ Займов Халик Шакирович | История и Культура Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 24 ғинуар 2012 года.
- ↑ Литературный календарь - Гали Гизетдинович Ибрагимов. education.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Поэтическая пятница “Мой Ишимбай – любовь моя!” (9 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ У истоков ишимбайской нефти. .ishnk.ru (31 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 На конверте – ишимбайский памятник. Инфо-выставочный портал «UfaExpo.ru». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. Архивировано 26 июнь 2015 года.
Һылтанмалар
- «Неизвестный Губайдуллин». Открылась выставка художника
- Не каждому дано затронуть струны наших душ...
- В Башкирии Ишимбайский историко-краеведческий музей участвует в федеральном проекте
- «Ночь музеев» по-ишимбайски
- Башкиры из рода юрматы
- В Ишимбае отметили 75-летие первой мечети
- В Ишимбае верующие отмечают Ураза-байрам
- Верховный муфтий выступил на 75-летии Соборной мечети № 2 в Ишимбае
- Ишимбайская мечеть выиграла грант Фонда президентских грантов