Ту-104 самолётына һәйкәл (Ишембай)

«Ту-104 самолёты» — 1979—2005 йылдарҙа Ишембай ҡалаһының иҫтәлекле урыны һәм ғорурлығы. 2005 йылда юҡҡа сыға[1].

Һәйкәлдең тасуирламаһы

Борт һаны 42376 булған Ту-104 (Ту-104А модификацияһы) беренсе ватан граждандар реактив самолеты өлгөһө була[1], 201 дананың береһе. Легендар авиаконструктор Андрей Николаевич Туполевтың улы, депутат Алексей Андреевич Туполевтың ҡалаға бүләге.

Тарихы

1970 йылдарҙа Алексей Андреевич Туполев, Башҡорт АССР-ынан 509-сы Ишембай һайлау округы (Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Күмертау инә) буйынса СССР Юғары Советының Милләттәр советына депутатлыҡҡа кандидат булараҡ, Ишембай башлығы Владимир Поляковтың үтенесе буйынса ҡалаға үҙенең атаһы Андрей Николаевич Туполевтың ижад өлгөһөн бүләк итә[1].

«Тәжрибә» Мәскәү машиналар эшләү заводының генераль конструкторы, Ленин премияһы лауреаты Ишембайға 1978 йылдың 7 февралендә килә. Нефтселәр һарайында ишембайҙар үҙҙәренең депутатлыҡҡа кандидаты менән осраша. Ошо осрашыуҙа ул самолёт бүләк итергә вәғәҙә итә лә инде.

Тиҙҙән Өфө аэропортына «ТУ-104» самолётын килтерәләр. 1979 йылдың 6 апрелендә Д. Б. Иващенко тапшыра, ә Ишембай ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире А. И. Казаретин бүләкте ҡабул итә. Самолёт ҡала советы башҡарма комитетына бушлай тапшырыла[2].

Самолётты ҡалаға һүтеп алып киләләр һәм Пионерҙар һарайы (хәҙерге Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы), Ленин проспектындағы 22-се йорт янында йыялар. Пионерҙар һарайы артында авиация моделдәрен һынау өсөн майҙансыҡ урынлашҡан була (хәҙер ул урында — туғыҙ ҡатлы йорт).

Самолётта балалар кинотеатры, аэронавтика музейы булдырыу планлаштырыла, унда авиаконструктор А. Туполев бюроһы эшмәкәрлеге тураһында һөйләгән материалдарҙы урынлаштырыу тәҡдим ителә, самолетты техник ижад түңәрәктәре эшмәкәрлеге өсөн ҡулланыу идеяһы була, әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм янғын һүндереүселәр рөхсәт итмәй[1].

Оҙаҡ йылдар самолёт ҡала ҡомартҡыларының береһе булып тора, әммә яңы быуат башында Ишембай ҡалаһы башлығы Владимир Давыдов тәҡдиме менән самолетта кафе асыла[1]. Әммә ул да янғын хәүефһеҙлеген боҙоп эшләү сәбәпле ябыла.

26 йыл самолёт бер кемгә лә кәрәкмәй. Ҡала етәкселеге алмашынғандан һуң самолётты тейешенсә һаҡлауға иғтибар бирелмәй, ул даими рәүештә вәхшиҙәр һөжүменә дусар була, ә 2005 йылдың 23 апреленә ҡаршы төндә сираттағы тапҡыр янып китә. Ҡала хакимиәте самолетты тимер-томорға тапшырырға ҡарар итә[1].

Һәйкәл-самолёт урынына Стаханов урамынан Мәжит Ғафури һәйкәле күсерелә. Хәҙер Мәжит Ғафури һәйкәле тирәләй Сик һаҡсылары скверы урынлашҡан, унда эт менән сик һаҡсыһына һәйкәл ҡуйылған[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Хранители истории Ишимбая. nikulochkin.livejournal.com (21 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2025.
  2. Прогулки по улицам Ишимбая: указатель-путешествие / Сост. Вахитова Г.-2011. – Ишимбай: МБУК ИЦБС ИКБ, 48с. ishimbai-cbs.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2025.
  3. Пограничник с собакой: служба продолжается. nikulochkin.livejournal.com (24 май 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2025.

Һылтанмалар