Музейҙар төнө
«Музейҙар төнө» (ингл. Night of Museums) — музейҙар төнгә тиклем йәки төнөн дә эшләгән халыҡ-ара мәҙәи-мәғрифәт акцияһы[1]. 18 майҙа уҙғарылған Халыҡ-ара музейҙар көнөнә тап килтерелә; ғәҙәттә яҡыныраҡ ялдарҙа — майҙың өсөнсө ял көнөндә үткәрелә. Маҡсаты — музей фондтарын популярлаштырыу, музей һәм мәғрифәт эшмәкәрлегенең мөмкинлектәрен һәм яңы формаларын күрһәтеү[2]. Беренсе тапҡыр акция 1997 йылда үтә[3].
2025 йылда сираттағы сара «Геройҙар» темаһына бағышланып үтәсәк[4].
Акция тарихы
Беренсе «Музейҙарҙың оҙон төнө» (нем. Lange Nacht der Museen)[5] 1997 йылда Берлиндың 12 музейында үтә. Унда инеү бушлай була һәм сара барышында төн буйы экскурсиялар үткәрелә, лекциялар ойошторола, театрлаштырылған тамашалар күрһәтелә[1].
1999 йылда ошоға оҡшаш акцияны Францияның Мәҙәниәт һәм коммуникациялар министрлығы ойоштора[6].
2001 йылда акцияға Европаның һәм Американың 39 иле ҡушыла[4].
2005 йылда Европа берлеге Францияның йыл һайын халыҡ-ара «Музейҙар төнө» акцияһын үткәреү идеяһын раҫлай. Сараны Халыҡ-ара музейҙар көнөнә яҡын датала үткәрергә ҡарар ителәлә[7].
2025 йылға ҡарата, акцияла 40-тан ашыу илдән 3,5 меңдән ашыу музей ҡатнаша[7].
Рәсәйҙә
Рәсәй акцияға 2002 йылдың 20 апрелендә ҡушыла[8][9]. Красноярск музей үҙәге ойошторған сараларҙа 5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша[6].
2006 йылда «Музейҙар төнө» Санкт-Петербургта һәм Ҡазанда үтә[4].
2007 йылда беренсе тапҡыр Мәскәүҙә һәм Екатеринбургта уҙғарыла. Мәскәүҙә ул «Музейҙа төн» тип атала[7]. Акция өсөн махсус рәүештә бик күп учреждениелар балалар һәм ололар өсөн киң күләмле күргәҙмә-экскурсия программалары эшләй.
2015 йылда «Музейҙар төнө» федераль статусҡа эйә була. шул ваҡыттан алып акция Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарыла. Акцияла тотош ил буйынса федераль, дәүләт, муниципаль, ведомство һәм шәхси музейҙар ҡатнаша[2].
Рәсәйҙә «Музейҙар төнө» 2 меңдән ашыу музей ойошмаһын берләштерә[7]. Акцияға шулай уҡ күргәҙмә үҙәктәре, тетарҙар, галереялар, китапханалар, күңел асыу үҙәктәре һәм башҡа учреждениелар ҡушыла[2].
Йыл һайын акция бер темаға бағышлана.
Хронология
- 2016 йылда акция 21 майҙа үтә. Саралар Рәсәй киноһы йылына бағышлана. Күпселек музейҙар «Бер экспонат тарихы» темаһы буйынса саралар үткәрә. Санкт-Петербургта, Екатеринбургта һәм Калининградта акцияла ҡатнашыусы майҙансыҡтар берҙәм билет буйынса эшләй[10]. 130-ҙан ашыу музей һәм бер нисә тиҫтә ҡала экскурсиялары ойошторола, 60 концерт һәм 30 кино күрһәтелә. Мәскәүҙә халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә «Кино һәм мода. Билдәле киноактрисаларҙың Александр Васильев фондынан күлдәктәре» күргәҙмәһе ойошторола[11].
- 2017 йылда акция 20-се майҙан 21-енә ҡарай төндә үтә. Үҙәк тема — 1917 йылғы Революция[12]. Сарала бер нисә тиҫтә мәҙәни майҙансыҡ ҡатнаша, шул иҫәптән: Третьяков галереяһы, «Царицыно» усадьбаһы, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе, Мәскәү зоопаркы, «Гараж» заманса сәнғәт музейы һәм башҡалар. Лекциялар, экскурсиялар, сәнғәт белгестәре, тарихсылар, фотографтар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм театрлаштырылған тамашалар үтә[13].
- 2018 йылда акция 19 майҙа үтә. Төп тема — «Һаҡлағыстарҙағы шедеврҙар»[14]. Сараларҙа музейҙар, театрҙар, галереялар, арт-үҙәктәр һәм сәнғәт мәктәптәре ҡатнаша. Музейҙар элек ябыҡ фондтарҙа һаҡланған йәки реставрацияла булған һирәк экспонаттарҙы күрһәтә. Мәскәүҙә 800-ҙән ашыу сара үтә, унда 500 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
- 2019 йылда акция 18 майҙа уҙа. Сараның төп темаһы — «Элементтар»[15]. Ил буйынса 100-ҙән ашыу музей төнгәсә эшләй, экскурсиялар, лекциялар, перформансы һәм концерттар ойоштора. «Гараж» музейы килеүселәр өсөн Павел Пепперштейндың «Ландшафт өсөн рамка булараҡ кеше» һәм «Рашид Араин. Ретроспектива» күргәҙмәләренә бушлай экскурсиялар ойоштора. А. А. Бахрушин исемендәге Театр музейында «Софоклдан алып Мейерхольдҡа тиклем театр» театрлаштырылған тамаша күрһәтелә, унда ете театр дәүеренең, антиклыҡтан алып XVII быуатҡа тиклем күңелеңә ятҡанын һайларға була. «Солянка» галереяһы ҡунаҡтары рәссамдарҙың эш барышы менән таныша ала. Үҙәк майҙансыҡ булып Мәскәү музейы тора, унда Drumsfest Russia 2019 халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусыларҙың барабан шоуы күрһәтелә[16].
- 2020 йылда "Музейҙар төнө"нөң төп темаһы — «Символдар»[17]. Covid-19 пандемияһы арҡаһында барлыҡ саралар 16-17 майҙа онлайн-форматта үтә. Акцияла Мәскәүҙең 50 музейы һәм галереяһы ҡатнаша. Онлайн-ваҡиғалар ойошмаларҙың рәсми сайттарында һәм социаль селтәрҙәрҙә үтә. Сарала барлығы 800 мең кеше ҡатнаша[18].
- 2021 йылда акция 15 майҙа уҙа. Төп темаһы — «Музейҙан да артығыраҡ»[19]. Күргәҙмәләр, экскурсиялар, өҫталыҡ дәрестәре, квестар, конкурстар, викториналар, лекторийҙар үткәрелә. Үҙәк майҙансыҡ булып Третьяковка галереяһы тора, унда халыҡ-ара «Мечты о Свободе. Романтизм в России и Германии» күргәҙмәһе ойошторола. Дәүләт тарих музейына килеүселәр һирәк экспонаттарҙы реставрациялау барышы менән танышыу һәм ҡулъяҙма ҡомартҡыларҙы өйрәнеү мөмкинлегенә эйә булды. Бөтә Рәсәй ҡулланма сәнғәт музейы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн программа әҙерләп, һаламдан фигуралар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә[20].
- 2022 йылда сара 21 майҙа үтә. Акция темаһы — «Иҫәп нөктәһе»[21]. Килеүселәр өсөн экскурсиялар, концерттар, музыкаль-шиғри перформанстар, ололар һәм балалар өсөн өҫталыҡ дәрестәре, бушлай йәйәүлеләр прогулкалары, лекциялар, кино күрһәтеүҙәр, асыҡ һауала күргәҙмәләр ойошторола[22]. Сарала 300 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
- 2023 йылда 21 майҙа үткән сараның төп темаһы «Тарих һәм тарихтар» була[23]. Күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар, экскурсиялар ойошторола. Акцияла Һиндостан, Сәғүд Ғәрәбстаны, Венесуэла, Катар, Ливан, Камбоджа, Монголия һәм башҡа дәүләттәрҙең дипломатик миссиялары вәкилдәре ҡатнаша. А. С. Пушкин исемендәге Һынлы сәнғәт дәүләт музейында «Пейзаж нисек яңғырай» тип аталған программа ойошторола: килеүселәр телефондар һәм наушниктар менән музей залдары буйлап йөрөп, сәнғәттең ике төрө — музыка һәм һынлы сәнғәт менән бер үк ваҡытта таныша. ВДНХ-лағы Көнсығыш музейы ҡунаҡтар өсөн даими экспозиция буйлап «музыкаль маршрут» ойоштора[24]. Акция сиктәрендә 1300-ҙән ашыу сара үтә, уны ике миллиондан ашыу кеше ҡарай[25].
- 2024 йылдың 18 майында уҙған акцияның төп темаһы «Быуындан — быуынға. Ғаилә реликвиялары» була[26]. Мәскәүҙең мәҙәни майҙансыҡтарында 500 самаһы сара — әҙәби спектаклдәр, театрлаштырылған тамашалар, оҫталыҡ дәрестәре, квестар, викториналар, классик һәм заманса музыка концерттары үтә. Ваҡиғаларҙың федераль майҙансыҡтарында 300 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
- 2025 йылда «Музейҙар төнө» 17 майҙа үтә. Төп тема — «Геройҙар»[27]. Ватанды һаҡлаусылар йылында программа тарихи хәтерҙе һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәҙе һаҡлауға, ил һәм уның ҡаҙаныштары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо булдырыуға арнала. Сара сиктәрендә экскурсиялар, күргәҙмәләр, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар һәм башҡа саралар планлаштырыла[28].
Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Ольга Любимова билдәләүенсә[29]:
Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылында беҙ илдең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн йән аямай көрәшеп, фашизм бығауҙарын алып ташларға ярҙам иткән батырҙарҙы иҫкә алабыҙ. «Геройҙар» темаһын Рәсәйҙең төрлө мөйөшөндәге музейҙар хуплар, сөнки һәр төбәктең үҙенең батырҙары һәм тарихтың Бөйөк Ватан һуғышы кеүек ил өсөн мөһим булған башҡа ваҡиғалары иҫтәлекле биттәре бар. Беҙ ҡабат үткәндәрҙең ҡаһарман биттәренә мөрәжәғәт итербеҙ, төрлө тарихи осорҙарҙа халҡыбыҙҙың фиҙаҡәр ҡаһарманлығын иҫкә алырбыҙ, батырҙар тураһында һәм батырҙар үҙҙәре һөйләгән тарихты ишетербеҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр яңы осор үҙенең батырҙарын тыуҙыра һәм был тема музейҙарға тарихи нигеҙгә таяныу мөмкинлеген дә, был күренешкә көнүҙәк булған заманса ҡарашты һайлап, бөгөнгө көн геройҙары тураһында һөйләү мөмкинлеген дә бирә.
Сара сиктәрендә экскурсиялар, күргәҙмәләр, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, коецнрттар һәм башҡа саралар үтә[30]. Мәскәүҙең Транспорт музейында комикстар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола, Третьяковка галереяһында ҡунаҡтар мини-лекторийҙа була, Мәскәү Кремле музейында «Александр Невский — рус ерҙәрен һаҡлаусы» һәм «Александр баҡсаһы - ике Ватан һуғышы мемориалы» лекциялары уҙа.
Башҡортостанда
Башҡортостанда Музейҙар төнө 2010 йылдан үткәрелә. Йыл да ул федераль кимәлдә һайланған тема менән бер рәттән төбәк темаһына ла арнала. Сарала республиканың йөҙләгән музейы ҡатнаша.
- 2016 йылда Музейҙар төнө Кино йылына арнала. Унда 100-ләгән дәүләт, муниципаль һәм шәхси музей-галереялары ҡатнаша. Яңы күргәҙмәләр асыла, интерактив экскурсиялар ойошторола, шулай уҡ ҡыҙыҡлы уйындар, әҙәби кисәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Баш ҡалала акция 13 майҙансыҡта ойошторола. Ҡала халҡына музейҙар буйлап йөрөргә уңайлы булһын өсөн түләүһеҙ автобус хәрәкәт итә[31].
- 2017 йылда тематика өс йүнәлеш буйынса билдәләнә. Беренсе тема — «1917 йыл һәм Башҡортостан». Икенсе тема — «Экология һәм айырата ҡурсыулы тәбиғәт территориялары», өсөнсө тема — «Фолькджем: Бөтә донъя Фольклориада-2020-не ҡаршылап»[32]
- 2018 йылда Башҡортостан ҡалаларында акция төп ике тема: «Һаҡлағыстарҙан шедеврҙар» һәм «Башҡортостан Республикаһында ғаилә йылы» буйынса уҙғарыла. Унда 100-ҙән ашыу музей һәм галерея: 23 дәүләт һәм 72 муниципаль музейы, шулай уҡ клуб-ял учреждениелары ҡарамағында музейҙар, корпоратив Почта музейы һәм шәхси «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр интерактив музейы ҡатнаша[33].
- 2019 йылда 18 майында уҙған сарала 100 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, музейҙарға 80,6 мең кеше килә. Сара өс төп тема буйынса үткәрелә: «Музей һәм театр» (Рәсәйҙә иғлан ителгән тетар йылына арнала), «Башҡортостан Республикаһына 100 йыл» (республика тарихы буйынса саралар), «Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл». Барлыҡ темалар буйынса квест-уйындар, балалар өсөн уйын һәм танып белеү программалары, күргәҙмә-йәрминкәләр һәм халыҡ оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, концерт ҡуйыла[34].
- 2020 йылда сара 16 майҙа виртуаль әүештә үтә. Саралар өс тема буйынса ойошторола: Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Хәтер һәм дан кисәһе», музейҙар тарихына арналған «Музейға рәхим итегеҙ!», балалар һәм ололар өсөн музей хеҙмәткәрҙәре һәм халыҡ оҫталары үткәргән видео-оҫталыҡ дәрестәренән торған «Ҡыҙыҡһыныуҙар музейы».
- 2021 йылдың 15 майында Башҡортостанда акция саралары өс төп темаға арнала — Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологиялар йылы сиктәрендә «Музейҙар артығыраҡ», VI Бөтә донъя Фольклориадаһын алдынан «Фольклориаданы ҡаршылап» һәм республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙайлы ғүмер йылы сиктәрендә «Һаулыҡ барыһынан өҫтөн».
- 2022 йылдың 21 майында үткән сараның төп темалары: «Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы», «Быуындар хәтере», «Үткәндәрҙе эҙләп үҙеңде тап»[35].
- 2023 йылдағы (20 май) сара бер генә темаға арнала: «Тарих һәм тарихтар»[36].
- 2024 йылдың 18 майында «Быуындан — быуынға. Ғаилә реликвиялары» темаһы буйынса ойошторолған сарала республиканың 100-ҙән ашыу музейы ҡатнаша[37].
- 2025 йылдың 17 майында Башҡортостан йылдың иң киң күләмле мҙәни ваҡиғаһына — "Музейҙар төнө"нә ҡушыла. Сара (төп темаһы — «Геройҙар») Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм республикалағы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған саралар программаһын тәҡдим итә[38].
Бәле даталар
- Бөтә донъя экскурсоводтар көнө (21 февраль)
- Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө (25 март)
- Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө (18 апрель)
- Халыҡ-ара музейҙар көнө (18 май)
- Кино төнө (датаһы йыл һайын үҙгәрә)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Что известно о всероссийской акции "Ночь музеев" (17 май 2024). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Всероссийская акция "Ночь музеев" (18 май 2024). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Денис Сидоров. Музей подготовился к грядущей ночи (15 май 2021). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Когда пройдет «Ночь музеев» в 2025 году? (5 февраль 2025). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Всероссийская акция «Ночь музеев» 2024, Аскинский район — дата и место проведения, программа мероприятия.. 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 История акции "Ночь музеев". 14 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 История акции. Ночь музеев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2025.
- ↑ «Ночь в храме», возможно, пройдет в Москве // Православие и мир. — 22.09.2015.
- ↑ Красноярский музейный центр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2010. Архивировано из оригинала 20 май 2010 года.
- ↑ Акция "Ночь музеев", посвященная Году кино, стартует по всей России (21 май 2016). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Волкова, С.. «Ночь музеев» - 2016: Хотите увидеть редкие коллекции, торопитесь зарегистрироваться (13 май 2016). 14 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Ночь музеев»-2017 посвятили русской революции (19 май 2017). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ "Ночь в музее" в Москве: Куда пойти, что посмотреть, и как добраться. 14 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Шедевры из запасников» станут главной темой «Ночи музеев-2018» (7 май 2018). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Когда проведут "Ночь музеев" в 2019 году? Тема акции была объявлена в конце мая прошлого года | Санкт-Петербург Центр. peterburg.center (11 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2025.
- ↑ «Ночь музеев» в Москве 2019: куда идти и что смотреть. 14 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Участие в «Ночи музеев — 2020». www.artnight.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2025.
- ↑ Онлайн-мероприятия акции "Ночь в музее – 2020" посетили более 800 тыс. человек. 14 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Анонс пресс-конференции «Ночи музеев — 2021». old.artnight.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2025.
- ↑ Ночь музеев - 2021. nazaccent.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025.
- ↑ Как пройдет акция "Ночь музеев" в России в 2022 году (20 май 2022). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Что и где посмотреть в Москве в «Ночь музеев-2022»?. 14 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Ночь музеев: когда будет в 2023 году, участники акции, программа (5 май 2023). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Экскурсия по бункеру, рок-концерт и закулисье театра: куда пойти на «Ночь музеев» в Москве. 14 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Министр культуры рассказала о рекордах "Ночи музеев" в России. Вести.ру (25 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025.
- ↑ Объявлены дата и тема «Ночи музеев» 2024 года - Год Литературы (13 март 2024). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Ночь музеев» пройдет по всей России 17 мая. Публикации СМИ. Первый канал (5 февраль 2025). 27 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Ночь музеев — 2025. Официальный сайт акции. museumnight.culture.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025.
- ↑ Ольга Любимова: Всероссийская акция «Ночь музеев» в 2025 году будет посвящена теме «Герои». Министерство культуры РФ (17 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025.
- ↑ Ночь музеев — 2025. Официальный сайт акции. museumnight.culture.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025.
- ↑ «Музейҙар төнө — 2016»
- ↑ Международная музейная акция «Ночь музеев-2017» в Республике Башкортостан 2018 йылдың 11 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Музейҙар төнө Ғаилә йылына арналасаҡ
- ↑ В Башкирии к акции «Ночь музеев-2019» присоединились более 100 тысяч человек
- ↑ В Башкортостане пройдет акция «Ночь музеев-2022»
- ↑ Как в Башкортостане пройдет «Ночь музеев-2023»
- ↑ В Башкирии участниками акции «Ночь музеев» станут более 100 музеев и галерей
- ↑ Музеи Башкортостана приглашают на Всероссийскую акцию «Ночь музеев-2025»
Әҙәбиәт
- Казакова, О., Кошелева, С. Ночь музеев во Франции как пример современной международной кооперации и общественно-государственного партнёрства // Вестник Кемеровского государственного университета культуры и искусств. — 2023. — № 63.
- Малафий, А. Туризм впечатлений : ресурсы и перспективы развития в Тульской области // Современные проблемы сервиса и туризма. — 2019. — № 2.
- Петрунина, Л. Два лица одного музея. "Ночь музеев" в Третьяковской галерее // Телескоп: журнал социологических и маркетинговых исследований. — 2012. — № 6.
- Черткова, М. А., Аксенова, Л. В., Каримова, Э. Т. Международная акция «Ночь музеев» в Учебном ботаническом саду им А.Г. Генкеля ПГНИУ // Ботанические сады в современном мире. — 2024. — № 6.