Манара

Манара (ғәр. منارة ‎, минарет, «маяҡ»), ми‘зана (ғәр. مئذنة‎) йәки са́ума’а (ғәр. صومعة‎) — ислам архитектураһында мәсеттә мосолмандарҙы намаҙға саҡырыу өсөн аҙан ҡысҡыра торған бейек махсус ҡоролма. Аҙанды мөәзин ҡысҡыра. Манара мәсеткә терәлеп тә, айырым да эшләнергә мөмкин. Ул мәсеттең архитектура төҙөлөшөн йәмләп тора. Боронғо манаралар эстән бормалы баҫҡыслы йәки тыштан пандуслы булған (спираль рәүешендәге манара), һуң төҙөлгәндәрендә — улар башняның эсендә.

Манараның ике төп төрө бар: дүрт ҡырлы (Төньяҡ Африка) һәм йоморо нигеҙле (Яҡын һәм Урта Көнсығыш). Улар биҙәкле кирбес, һырлы, ялтыратылған керамика, уратып алған һырлы балкондар — шәрәфә (шурфэ) менән биҙәлә[1], шурфе), намаҙға саҡырған мөәзиндәр ошо балконда тора[2].

undefined

Бәләкәй мәсеттәр, ғәҙәттә, бер генә манаралы була (йәки бөтөнләй булмай), уртасалары — ике, Истанбулдың ҙур солтан мәсеттәрендә 4-6 манара була. Иң күп манара Мәккәләге әл-Харам мәсетендә — 13[3].

Әлеге ваҡытта мөәзин манараға менмәй, уның тауышы унда урынлаштырылған тауыш көсәйткес аша тапшырыла.

Манараларҙы тыйыу

2009 йылдың 30 ноябрендә бөтә халыҡ референдумында Швейцарияла манаралар төҙөүҙе тыйыуҙы хуплайҙар[4].

Галерея

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Башкиров А. С. Памятники булгаро-татарской культуры на Волге. — Казань, 1928. — С. 55.
  2. Адам Мицкевич. Объяснения // Стихотворения. Поэмы. — М.: Художественная литература, 1968. — С. 89. — (Библиотека всемирной литературы. Серия вторая. Том 96). — 300 000 экз.
  3. Installation of golden crescents on the Grand Mosque minarets is complete (31 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2024.
    Makkah Grand Mosque: The most sacred site in Islam (18 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2024.
  4. Lenta.ru: В мире: Европа приподняла паранджу. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2009. Архивировано 17 март 2010 года.
  5. Titus Burckhardt, Art of Islam, Language and Meaning: Commemorative Edition. World Wisdom. 2009. p. 128. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2020. Архивировано 9 ғинуар 2020 года.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар