Мөнбәр
Тарихы
Вәғәз уҡылған беренсе мөнбәр Мәҙинә мәсетендә финик ағасының сабылған олоно була. 628—629 йылдарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәр ағастан эшләнгән ике баҫҡысы һәм ултырырға урыны булған яңы мөнбәр ҡуя[3]. Был мөнбәр менән шулай уҡ тәүге өс тәҡүәле хәлифә лә файҙалана. IX быуаттан ҡоролма ағас япмалы бейек трибуна формаһында эшләнә башлай. Бындай мөнбәргә яндауырлы һәм ҡапҡалы йәки ишекле баҫҡыстан менәләр[4]. 1256 йылда Мәҙинә мәсетендәге янғын ваҡытында уның мөнбәре янып юҡҡа сыға. Әлеге ваҡытта был мәсеттә төрөк солтаны Морат III бойороғо буйынса эшләнгән мөнбәр урынлашҡан[3].
Мәҙинә мәсетенән тыш ҡуйылған беренсе мөнбәр Амра мәсетендә (Мысыр) урынлашҡан. Артабан ул донъяның бөтә мәсеттәренең атрибуты булып китә[3].
Тәғәйенләнеше
Йома намаҙы ваҡытында имам вәғәз уҡыу өсөн мөнбәргә күтәрелә. Ошо мәлдә мәсеттәге бөтә һөйләшеүҙәр туҡтатыла, һәм диндарҙар үҙҙәренең иғтибарын вәғәз тыңлауға йүнәлтә[3].
Формаһы
Мөнбәр формаһы антик базиликаларҙа хаким тәхете һәм судья креслоһы формаһынан килеп сыҡҡан. Йыш ҡына мөнбәрҙәр ағастан йәки таштан биҙәкләп эшләнгән ҡоролмаларҙан ғибәрәт[3]. Уларҙы аҫыл таштарҙы, мәрмәрҙе йәки ҡиммәтле ағас тоҡомдарын һырлап яһайҙар, алтын, төҫлө фаянс йәки быяла менән биҙәйҙәр[4]. Ҡайһы бер мөнбәрҙәр сәнғәт әҫәре булараҡ ҡиммәткә эйә. Улар бейек тәхеткә оҡшаған, уға биш, ете, туғыҙ һәм унан да күберәк һикәлтәнән торған яндауырлы баҫҡыс илтә[3].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Али-заде, А. А. Минбар // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Власов В. Г. Минбар // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства: В 10 т.. — СПб.: Азбука-классика, 2006. — Т. V. — 768 с: ил. + вкл с.
- Минбар / Стародуб Т. Х. // Меотская археологическая культура — Монголо-татарское нашествие. — М. : Большая российская энциклопедия, 2012. — С. 343. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 20). — ISBN 978-5-85270-354-5.