Имам
Имам — Исламда мосолмандарҙың бергәләп намаҙ уҡыуына етәкселек итеүсе, намаҙҙы алып барыусы. Мәҙинәлә мосолман йәмғиәте ойошҡан ваҡытта (622—632 йылдар) имам вазифаһын Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙе башҡарған.
Шәриғәт буйынса имам вазифаһын намаҙ тәртибен белгән бәлиғәт йәшенә еткән мосолман башҡара ала.
- Сөнниҙәрҙә имам мосолман мәхәлләһенең һәм мосолман дәүләтенең етәксеһе;бер ук ваҡытта ул имам да, хәлифә лә.Мәзһәбтәрҙе нигеҙләүселәрҙе бөйөк имам дип атағандар.
- Шиғыйҙарҙа имам һүҙе мосолман мәхәлләһенең, мосолман дәүләтенең Мөхәммәт һәм уның кейәүе Ғәли нәҫеленән килә торған башлығы.
- Мәсет имамы, йәғни мәсет муллаһы. Йәмиғ мәсеттәрҙә имамдар итеп тәғәйенләнгән, дин буйынса әҙерлеге, абруйы булған мосолмандар.
Титулдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сөнни исламда иң ҙур дини абруйға эйә булған шәхестәрҙе имам тип атайҙар: улар — мәҙһәбтәргә (Әбү Хәнифә, Мәлик, әш-Шәфиғи, Әхмәт) һәм дини тәғлимәттәргә нигеҙ һалған (Әл-Әшғари, әл-Матуриди), оло ғалим-фаҡиһтар (әл-Бохари, Мөслим, ән-Нәүәүи, Ибн Кәсир), тәриҡәт башлыҡтары, оло дини-сәйәси эшмәкәрҙәр һ.б.[1]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ислам белешмә һүҙлеге. 53-54-се биттәр
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |