Фәҡир (дәрүиш)

Фәҡир (ғәр. فقیر‎ — ярлы; рус. Факир) — башта суфыйлыҡ инанысындағы кеше булған, һуңыраҡ термин (һөйләштә) индуизмда өйһөҙ аскетты аңлата башлаған. Фәҡирҙәр шулай уҡ Һиндостандағы суфый дини фәҡирҙәр, берәҙәк монахтар — дәрүиштәр төрө.

Хәҙерге күҙаллау

Хәҙерге заман телмәрендә фәҡир (факир) — фокус күрһәтеүсе, йог, хайуандарҙы дрессировкалаусы, ауырыуҙарҙы дауалаусы, төш юраусы. Күсмә мәғәнәлә — ғөмүмән, теләгән бер фокуссы, күҙ бәйләүсе, маг.

undefined

Башҡорт телендә

Башҡорт теленә ғәрәпсәнән мохтажлыҡта йәшәгән, ярлы кешене аңлатҡан һүҙ булып ингән, һәм, һүҙлектәрҙән күренеүенсә, фокуссы, күҙ бәйләүсе, маг мәғәнәһендә ҡулланылмай (ундайҙар өсөн «факир» термины телгә ингән). Шулай уҡ түбәнселек менән һөйләгәндә «мин фәҡирегеҙ» тигән һүҙбәйләнеш бар. Ул «мин» тигәнде белдерә[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит; 523-сө бит

Категориялар