Зекер

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Зекер
ғәр. ذِكْر‎
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Тәсбих (тиҫбе)
Файл:تسبيح باليد - Tasbih with hand.jpg
Бармаҡ быуындарын хисаплап зекер әйтеү ысулы

Зекер (ғәр. ذکر‎ — иҫкә алыу‎) — Исламда Аллаһы тәғәлә исемен данлап, ҡат-ҡат ҡабатлап салауат әйтеү. Зекерҙе намаҙ һуңынан әйтәләр, Пәйғәмбәрҙең тыуған көнө — мәүлидендә, дини мәжлестәрҙә йәки яйы килгән һәр осраҡта зекер әйтелә. Экстазға инеп зекер әйтеү Исламда башлыса суфыйсылыҡ йолаһы булараҡ үҫешкән.

Ғәрәпсә «Ҙикр» тип яҙылып, шулай әйтелһә лә, башҡорт теленә иҫке төркиҙән «Зекер» тип килеп ингән.

Зекерҙең башҡа мәғәнәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт халҡында нимәнелер ололап, маҡтап әйтеү ҙә «зекер әйтеү» тип аталыуы мөмкин. Мәҫәлән, халыҡ йырында шундай һүҙҙәр бар:

Зекерем һин, Урал, тәсбихем һин, Урал тиермен гүргә кергәндә[1]

.

Зекер төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зекер тауыш менән дә (жәһри йә жәли) йәки үҙ алдыңа ғына(хәфи) әйтелеүе лә мөмкин. Шулай уҡ яңғыҙ ҙә, йәмәғәт менән дә башҡарыла.

Файл:Дервиш руми.jpg
Дәрүиштәрҙең зекерҙә бейеүе

Дини нигеҙҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зекер һүҙе Ҡөрьәндән алынған, ул түбәндәге аяттарҙа телгә алына:
« Һәм әгәр онотһаң, Раббыңды иҫкә төшөр (үзкүр ит), һәм «Ихтимал, Раббым мине туралыҡ яғынан быға ҡарағанда ла яҡыныраҡҡа [юлға] күндерер»,— тип әйт
»

.

« Әй, иманлы халыҡ, Аллаһты һәр ваҡыт иҫкә алы​ғыҙ. (42) Һәм Уны иртә-кис (маҡтап) тәсбих тартығыҙ (үзкүр).
»

.

Аңлашылыуынса, зекер — Аллаһы тәғәләне иҫкә алып, ҡат-ҡат әйтеү,ҙурлап, данлап доға уҡыу. Бындай зекер әйткәндә тәсбих (тиҫбе) ҡулланалар.

Әҙәби әҫәрҙәрҙә лә сағылыш тапҡан был. Мәҫәлән, «Ҡайһы бер кеше ҡиблаға ҡарап ултырып зекер әйтә» (Мәжит Ғафури)[2]

Тәнҡитле сығыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауышланып, хәрәкәтләнеп зекер әйтеү суфыйҙарҙа киң таралған. Улар өс стадия бар тип һанай — тел зекере, йөрәк зекере һәм экстаз. Мәүләүиҙәр, мәҫәлән, экстазға бирелеп өйөрөлөп бейей, рифәийә тәриҡәтенекеләрҙе «олоусы дәрүиштәр» тип йөрөтәләр. Быны йыш ҡына суфыйҙарҙың тормош рәүеше итеп ҡабул итә башлайҙар. Саманан тыш ҡыланып, экстазға бирелеп зекер әйтеүҙе Мөхәммәт 'Әбдү һәм Рәшит Риҙа кеүек реформатор-модернистар тәнҡитләп сыҡҡан.

Иҙел-Урал мосолмандары араһына суфыйсылыҡ килеп ингәс, шулай уҡ хәрәкәтләнеп, тауышланып зекер әйтеү таралып китә. Быны шулай уҡ күптәр ҡабул итмәй.

Татар халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡай Ырымбурҙа бер ҡысҡырып зекер әйтеп өйөрөлөп йөрөгәндәрен күреп, дини фанатизмды тәнҡитләп, «Ишан» тигән шиғыр яҙған:

Күҙен йомған, муйын бөккән, башында салма сорналған;

Кәбән салма кәбәк башта: ишан булған имеш хайуан!

[3]

Шағирҙың замандашы Вафа Бәхтийәров хәбәр итеүенсә, шиғыр «ҡамсылы ишан» тип йөрөтөлгән Миңлебай ишан тураһында.

«Ҡамсылы ишан Фатих Әмирхандарға ҡаршы ғына тора ине… 1907 йылдың ахырында бер көндө кис менән Фатихтарҙа булдыҡ. Беҙ сыҡҡанда, ҡапҡа төбөндә байтаҡ егеүле аттар тора ине. Һораштырғас, ҡамсылы ишандың мөридтәре менән ғибәҙәт мәжлесе икәнен белдек. Беҙ ҙә кереп ҡарарға булдыҡ. Беҙ кергәндә өйҙөң залында мөридтәр иҙәнгә түңәрәкләнеп ултырғандар, түңәрәк уртаһында ҙур салма кейгән ҡамсылы ишан ултыра. Шау килеп, „яһу, яһу, яһу“ дип ҡысҡырып ултырыусылар араһынан бер нисәһе һикереп тооп, шул түңәрәк эсендә ҡысҡырып йөрөй башланы… Түбәндәге шиғыр ҙа шул уҡ Миңлебай — ҡамсылы ишан тураһында яҙылды».[4])

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туҡай [2] 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге.1-се том. — Мәскәү, 1993. — 350-се бит
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге.1-се том. — Мәскәү, 1993. — 350-се бит
  3. Туҡай [1] 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.
  4. Вафа Бәхтийәров. Туҡай тураһында ҡайһы бер иҫтәлектәр: замандаштары. Казан : Татар. кит. нәшр., 1960. 90 б.