Әт-Тәхиәт
Тасуирлама
Әт-Тәхиәт — Аллаһты маҡтауҙы, Пәйғәмбәр Мөхәммәткә сәләм еткереүҙе һәм бер Аллаға ышаныуҙы (Шәһәҙәт) үҙ эсенә алған доға[1].
Ул ултырған хәлдә (ҡағдә) уҡыла:
Иртәнге намаҙҙа (фәжр) тәшәһһүд бер тапҡыр уҡыла, ә башҡа фарыз намаҙҙарҙа — ике тапҡыр.[2]
Йөкмәткеһе
Тәшәһһүд тексы «Әт-тәхиййәтү лиллаһи…» һүҙҙәре менән башлана һәм түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
- Аллаһҡа сәләмләүҙәр һәм маҡтауҙар;
- Пәйғәмбәргә сәләм һәм бәрәкәт еткереү;
- тәҡүә бәндәләргә тыныслыҡ теләү;
- шаһитлыҡ: «Алланан башҡа илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт — Уның илсеһе»[1].
Тексттың төрлө варианттары бар, улар хәдистәр аша тапшырылған, әммә дөйөм мәғәнәһе һәм төҙөлөшө һаҡлана[3].
| Тәржемә | Транскрипция | Текст |
|---|---|---|
| Тел ғибәҙәттәре лә, тән ғибәҙәттәре лә, мал ғибәҙәттәре лә — һәр ҡайһыһы Аллаһы тәғәлә өсөндөр. | [Әт-тәхиәтү лилләһи үә салауатү үә тәбиәтү] | التحيات لله والصلوات والطيبات |
| Әй Пәйғәмбәребеҙ, һиңә Аллаһы тәғәләнең сәләме һәм рәхмәте һәм бәрәкәттәре булһын. | [әс-сәләмү ғаләйкә әййүһән нәбиййү үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ] | السلام عليك أيها النبي ورحمة لله وبركاته |
| Сәләм беҙгә лә һәм Аллаһы тәғәләнең һәр бер изге бәндәләренә лә булһын. | [Әс-сәләмү ғаләйкә үә ғалә ғибәдилләһис-салихин] | السلام علينا و على عباد الله الصالحين |
| Күңелемдән гуаһлыҡ бирәмен, тәхҡиҡ, Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Аллаһы тәғәләнең ҡоло һәм илсеһелер. | [Әшһәдү әллә илләһә илләлаһу үә әшһәдү әннә мүхәмәдән ғабдүһү үә рәсүлү] | أشهد أن لا إله إلا الله، وأشهد أن محمدا عبده و رسوله |
Хоҡуҡи статусы
Әт-Тәхиәт ислам хоҡуғындағы статусы мәзһәбкә ҡарап айырылып тора:
- хәнәфи мәҙһәбендә беренсе тәшәһһүд — важиб;
- шәфиғи мәҙһәбендә — сөннәт;
- Хәнбәли мәҙһәбендә — рукн, намаҙҙың мотлаҡ өлөшө;
- мәлики мәҙһәбендә — сөннәт;
- шиә (Жәғәфәри мәҙһәб) традицияһында — намаҙҙың мотлаҡ өлөшө[2].
Мотлаҡ тәшәһһүдте ҡалдырған осраҡта, сәхү сәждәләре (онотолоу сәждәләре) башҡарыла[3].
Сығышы
Тәшәһһүд тексы Ҡөрьәнгә инмәй һәм хәдистәр аша — Пәйғәмбәр Мөхәммәттең һүҙҙәре һәм ғәмәлдәре тураһында риүәйәттәр нигеҙендә тапшырылған. Текстың бер вариантын Ғабдулла ибне Мәсғүд биргән[1].
Әһәмиәте
Әт-Тәхиәт намаҙҙың мөһим өлөшө булып тора, сөнки:
- ул имандың төп ҡағиҙәһен — шаһаданы үҙ эсенә ала;
- Пәйғәмбәргә хөрмәт белдерә;
- намаҙҙың төп өлөштәрен тамамлай[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 А. Али-заде. Исламский энциклопедический словарь / кандидат искусствоведения Е. Кононенко. — М.: Из-дательский дом «Ансар», 2007. — 400 с. — ISBN 5-98443-025-8.
- ↑ 1 2 3 4 Акимушкин О.Ф., Боголюбов А.С., Бойко К.А. Ислам. Энциклопедический словарь / С.М.Прозоров. — М.: Наука, 1991. — 315 с. — ISBN 5-02-016941-2.
- ↑ 1 2 Сюкияйнен Л. Р. Мусульманское право: вопросы теории и практики / Л. Р. Сюкияйнен ; АН СССР, Ин-т государства и права. — М.: Наука, 1986. — 254 с. — ISBN 978-5-7598-4423-5.
Һылтанмалар
- Tas̲h̲ahhud / Wensinck, A.J.; Rippin, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)