Хәнбәли мәҙһәб

Хәнбәли мәҙһәб (ғәр. المذهب الحنبلي‎; мәҙһәб яҡлылар хәнбәлиҙәр тип атала, ғәр. الحنابلة‎; рус. Ханбали́тский мазха́б) — ортодоксаль сөнни исламдағы дүрт хоҡуҡи каноник мәктәптең (мәҙһәб) береһе. Мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы — Әхмәт ибн Хәнбәл — хәҙистәр буйынса иң билдәле белгестәрҙең береһе [⇨].

Тарихы

Ираҡта барлыҡҡа килеп, хәнбәли мәҙһәбе был мәктәптең «икенсе тыуған төйәгенә» әүерелгән Левант территорияһында таралыу ала. Леванттан хәнбәлилек, власты шиғый-исмәғилиҙәр биләгән, ә хоҡуҡ мәктәбе булып шәфиғи мәҙһәб өҫтөнлөк иткән Мысырға үтеп инә. Монголия илбаҫарҙарын ҡабул итмәү арҡаһында хәнбәлиҙәр ислам донъяһында үҙ йоғонтоһон юғалта[⇨].

undefined

Әхмәт ибн Хәнбәл иҫән сағында фиҡһ буйынса бер генә хеҙмәт яҙа, ә уның тәғлимәтен үҫтереү менән улдары һәм уға иң яҡын торған шәкерттәре шөғөлләнә. Хәнбәли мәзһәбе яҡлылар араһында исламдың күренекле белгестәре күп була, улар араһында Әбү Бәкер әл-Хәлләл, Ибн Ғәҡил, Ибн әл-Жәүзи, Ибн Тәймиә һ. б.[⇨][⇨] Хәнбәли мәзһәбе сөнниҙәрҙең дүрт мәҙһәбе араһында иң әҙ һанлы һанала[⇨].

Хәнбәлилектең догматик-хоҡуҡи мәктәбе рәсми рәүештә Сәғүд Ғәрәбстанында һәм Катарҙа теркәлгән, хәнбәлиҙәрҙең күпселеге Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Оман солтанатында һәм Фарсы ҡултығының башҡа дәүләттәрендә йәшәй. Хәнбәли йәмәғәттәре Ираҡ, Сүриә, Мысыр, Фәләстин һәм Афғанстанда бар [⇨].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә