Тәғзир
Тәғзир (ғәр. التعزير — киҫәтеү, туҡтатыу, ҡамасаулау ; рус. Та‘зир) шәриғәттә — гонаһтар һәм яманлыҡтар өсөн хүдүд буйынса яза биреү, уның төрө һәм һаны билдәләнмәгән осраҡта тәғәйенләнә[1]. Тәғзир йә суд ҡарары, йә хаким, йә мөхтәсиб ҡарары буйынса һалына. Язаны ҡулланыу алымдары енәйәттең составына ҡарап айырыла һәм кешене ҡабаттан енәйәт ҡылыуҙан тыйыуға йүнәлтелә.
Язаны билдәләү
Тәғзир йә суд хөкөмө буйынса, йә хаким йә мөхтәсиб (полиция начальнигы) ҡарары буйынса дәүләт территорияһында ислам ҡануниәте ғәмәлдә булған осраҡта ғына һалына. Ул мосолман хоҡуҡ белгестәре (фаҡиһ) тарафынан ижтиһадтың төрлө ысулдары нигеҙендә билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡ белгесе тәғәйен шарттарҙы һәм мосолман ҡануниәте ғәмәлдә булған дәүләтте иҫәпкә алырға тейеш[2].
Яза биреү ысулдары
Тәртип боҙоуҙың ауырлығына һәм ғәйепләнеүсенең шәхесенә ҡарап, йәмәғәт ғәйепләүе, судьяның (ҡаҙыйҙың) йәки хакимдың иҫкәрмәһе, өгөт-нәсихәт әңгәмәһе һәм башҡа йоғонто яһау саралары булыуы мөмкин. Ауыр енәйәт буйынса 6 айға тиклем төрмәгә ултыртыу, һөргөнгә ебәреү, ҡамсылау йәки 5-39 тапҡыр таяҡлау, штраф һалыу йәки мөлкәтте тартып алыу ҡаралған[3].
Айырым осраҡтарҙа хатта үлем язаһы язаһы ла бирелеүе мөмкин. Тәғзир ваҡытында ҡамсылау хүдүд язаһындағы кеүек үк башҡарыла[2]. Ауырыраҡ осраҡтарҙа кәффара талап ителә[3].
Гонаһтар һәм енәйәттәр
Иҫкәрмәләр
- ↑ Дисциплинарное наказание “ат-та‘зир” (билдәһеҙ). Статьи Асар Форума (15 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2021. Архивировано 15 июнь 2021 года.
- ↑ 1 2 3 Али-заде, 2007
- ↑ 1 2 3 Боголюбов, 1991
- ↑ Encyclopaedia of Islam, 1960—2005
Әҙәбиәт
- Боголюбов А. С. ат-Та’зир // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 221. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. Тазир // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Taʿzīr / Dien, M.Y. Izzi. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Маджму‘ аль-фатауа 35/402.
- Ибн ‘Абидин «Радд аль-мухтар» 4/60
- И‘лям аль-мууаккъи‘ин 2/23