Важиб

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Важиб (ғәр. واجب‎; рус. Ваджиб) — ([[Фиҡһ|ислам ҡануниәте) фиҡһтағы был термин тәғәйен дини ҡағиҙәне мотлаҡ үтәү кәрәклеген аңлата, фарыз[1]терминының синонимы [2].

Хәнәфи сөнниҙәр мәҙһәбендә «важиб» һүҙе бик яҡшы мәғәнәгә эйә: был «фарыз» менән «сөннәт» араһында урынлашҡан категория. Был — мотлаҡ үтәлергә тейешле, әммә уның йөкмәткеһе Ҡөрьән һәм сөннәттә фарыз категорияһына инмәгән, асыҡ сағылмаған эш[3][1].

«Важиб» төшөнсәһен хәнәфиҙәр аңлатыуынса: важибты үтәү — сауап, ә үтәмәү — гонаһ, важибты үтәү кәрәклеген инҡар итеү исламдан сығармай[1], йәғни, көфөрлөк түгел.

Важибтың миҫалдары: ҡорбан салыу, төндә витр намаҙ уҡыу, намаҙҙа «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡыу[1]. Шуға ярашлы, хәнәфи мәҙһәбтә «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡымайынса намаҙ ҡылыу мәкруһ тип һанала, ә башҡа ағымдарҙың ғалимдары фекеренсә, бындай намаҙ ҡәтғи ҡабул ителмәй (харам)[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. Ваджиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Th. W. Juynboll. Fard // The Encyclopaedia of Islam / B. Lewis, Ch. Pellat and J. Schacht (eds.). — E. J. Brill, 1991. — Т. 2.