Дийә
Дийә (ғәр. دية; рус. вира, дия) ) — ислам хоҡуҡиәтендә: аңһыҙ рәүештә ҡылынған енәйәт өсөн ғәйепләнеүсе түләргә тейешле компенсация. Енәйәттәргә үлтереү, яралау йәки имгәтеү инә. Кеше үлтерелгән осраҡта уның туғандары һәм яҡындары яза талап итергә хоҡуҡлы (Ҡысас), йәки кеше үлтереүсенән компенсация талап итеүҙәре ихтимал. Шәриғәт судьяһы (ҡаҙый) үлтерелгән кешенең яҡындарына дийә менән ризалашырға тәҡдим итә ала.
Әгәр кеше үлтереү йәки имгәтеү аңлы рәүештә эшләнмәһә, ул саҡта ҡысас ҡулланылмай, ә бары тик дийә ғына түләнелә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Дийә» ғәрәпсә «үәдә» ҡылымынан килеп сыҡҡан (ғәр. وَدَى), ул ҡон ҡайтарыу, үлтерелгән өсөн түләү тигәнде аңлата[1].
Дийә исламға тиклемге осорҙа киң таралған булған, ислам ҡабул иткәс, Ҡөрьән менән раҫланған:
« Иман килтергән кешенең иманлы кешене үлтереүе ярамай, әгәр яңылышлыҡ менән генә булмаһа инде. Әгәр кемдер иман килтергән кешене яңылышлыҡ менән үлтерһә, иман килтергән бер ҡолдо иреккә ебәрә һәм ҡан йоломон үлтерелгән кешенең ғаиләһенә тапшыра, әгәр ғаиләһе уны хәйер итеп таратмаһа. Әгәр ул иманлы һәм һеҙгә дошман халыҡтарҙан булһа, ул саҡта иман килтергән бер ҡол иреккә ебәрелә. Әгәр ул кеше һеҙҙең арала килешеү яһалған халыҡтан булһа, ул саҡта йоломдо ғаиләһенә тапшырырға һәм иман килтергән бер ҡолдо иреккә ебәрергә тейешле. Әгәр үлтереүсе кеше быларҙы тапмаһа, ул саҡта, Аллаға тәүбә итеп, тотош ике ай ураҙа тоторға кәрәк. Аллаһ белә, хикмәтле!» |
Түләү тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әгәр ҙә ғәйепле үҙе дийә түләй алмаһа, етмәгән аҡсалар уның яҡын туғандарынан йыйыла. Әгәр ҙә енәйәт ҡылған кешенең дийә түләүгә һәләтле туғандары һәм аҡсаһы булмаһа, ул саҡта дәүләт ҡаҙнаһы тарафынан түләнә[3].
Дийя түләгәнгә йәки уны түләү тәртибе тураһында килешеү төҙөлгәнгә тиклем енәйәтсе бер ниндәй ғибәҙәт тә рөхсәт ителмәй, сөнки ул ритуаль бысраҡ хәлдә тип иҫәпләнә (йөнөб). Килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң ғәйепләнеүсе кәффара ҡылырға һәм тәһәрәталырға тейеш, бынан һуң ул бурысҡа ингән кеше булараҡ ҡына ҡарала[4].
Дийә алдан уйлап уйлап үлтереү, яралау йәки имгәтеү өсөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә түләнә, ә осраҡлы рәүештә булһа — 3-5 йыл эсендә түләнә ала. Дийәне яраланған йәки йәрәхәтләнгән зыян күреүсе үҙе йәки уның ышаныслы кешеһе ала, ә үлтерелгән кеше өсөн дийә уның вариҫтары араһында (мираҫ) сифатында бүленә [5].
Дийә түләү менән бер рәттән мосолманға ниндәй ҙә булһа йолом ғәмәле башҡарырға кәрәк (кәффара). Атап әйткәндә, бер ҡолдо азат итергә йәки 2 ай ураҙа тоторға кәрәк[6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Боголюбов А. С. Дийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 69—70. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. [250 Дийа] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- А. Я. Сухарев, В. Е. Крутских, А.Я. Сухарева. Дийя // Большой юридический словарь. — М.: Инфра-М, 2003.
- Дия, дийя. hutba.org (5 апрель 2013). Дата обращения: 12 август 2013. Архивировано 7 август 2013 года. 2013 йылдың 7 август көнөндә архивланған.
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |