Жәғәфәри мәҙһәб

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Жәғәфәри мәҙһәб (рус. Джафари́тский мазхáб) — иснәғәшәриҙәр (ғәр. الشيعة الإثني عشرية‎) һәм исмәғили-низариҙар инанған ислам хоҡуғы мәктәбе (фиҡһ). Жәғәфәри мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы — имам Жәғәфәр ибн Мөхәммәт әс-Садиҡ.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шиғыйлыҡ ҡарашынан жәғәфәри мәктәбенә нигеҙ һалыусы зат гонаһһыҙлыҡ статусына эйә булғас, дин белгестәре һәм хоҡуҡ белгестәре уны мәҙһәб тип атауҙың хаҡлы булыуына шикләнә.

Сөнки мәҙһәб терминологик күҙлектән ҡарағанда — ислам хоҡуғы нигеҙҙәрен уның беренсел сығанаҡтарынан (Ҡөрьән һәм Сөннәт) алыуҙың билдәле бер методологияһын эшләгән мәктәп, ул дөрөҫ йәки хаталы була ала.

Әммә, шиғый теологтары һәм ҡанун белгестәренең дөйөм фекере буйынса, 12 Имамдың барыһы ла гонаһһыҙ һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Сөннәтенә бер ниндәй ҙә субъектив баһалар бирмәй, төп нөсхәлә һаҡлап ҡалғандар.

Икенсе яҡтан, жәғәфәри фиҡһында ике төп йүнәлеш — ысулиәт һәм әхбәрилек — сиктәрендә Ҡөрьән һәм Сөннәттән хоҡуҡ нормаларын сығарыу өсөн төрлө методологик алымдар эшләнгән.

Ижмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шиғый дин әһелдәренең дөйөм ижмәһе нигеҙендә теге йәки был дөрөҫ хәҙискә йәки Ҡөрьән аятына һылтанма ята. Әммә ҡайһы берҙә шиғый ғалимдары хәҙистең сәхихлек дәрәжәһенә йәки уның ялған булыуы мөмкинлегенә ҡарата төрлө фекерҙә булғанлыҡтан, шулай уҡ аят һәм хәҙистәрҙе төрлөсә шәрехләй һәм уларҙан төрлө һығымта яһағанлыҡтан, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса дин белгестәренең фәтүәләре айырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡулланылған әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мөхәммәт Бәкер әс-Садр. Тарихы 'илм әл-усул. М.," Исток", 2009.
  • И. И. К. А. Ховард Мостафа Авлийа ' и. Хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилеме. М.," Исток", 2010.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]