Әүлиә
Ҡөрьәндә
Билдәләмә
Ҡөрьәндә үәли тигән һүҙ, күрәһең, Аллаһҡа һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ҡарата «ҡурсыусы», кешеләргә ҡарата «Аллаһ ҡурсалауында булған» тигәнде аңлаталыр. Суфый шәйехе Ҙүн-Нүн әл-Мисриҙа (IX быуат) үәли термины асыҡ теософик төҫ ала. Хәҙистәрҙә, тәүге шәрехләүҙәрҙә, мөхәддистәрҙә һәм заһиттарҙа ул Аллаһтың «яҡыны», «дуҫы» һәм хатта «һөйгәне» (үәли Аллаһ) тип аңланыла[4].
Әүлиәләр культы
Исламда әүлиә ғәҙәттән тыш һәләттәргә (кәрәмәт) эйә була, улар — Аллаһтың рәхмәтенә (бәрәкәткә) ирешеүселәр . Улар йыш ҡына төрлө хөрәфәттәр объектына әүерелә, ҡәберҙәренә зыярат ҡылалар; кешеләргә төрлө ауырыуҙарҙан һауығырға ярҙам итә алыуына ышаналар[3]. Улар йыш ҡына «рәсми» ҡаҙыйҙарға һәм фаҡиһтарға ҡарағанда ҙурыраҡ абруй ҡаҙаныусан. Шуның менән бергә әүлиә йыш ҡына милли-азатлыҡ хәрәкәттәре башында тора, колонизаторҙарға ҡаршы әүҙем көрәшә (Алжирҙа Әбд әл-Ҡадир, Ливияла — санусия (суфыйҙар тәриҡәте) һ.б.)[1]
«Әүлиәләр» культы һәм уларҙың кәшәнәләре Афғанстанда, Иранда, Йеменда, Пакистанда, Төньяҡ Африкала, Төркиәлә һәм башҡа ислам илдәрендә киң таралған[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Йунус 10:62—64
- ↑ 1 2 3 Али-заде, 2007
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 45
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 46
Әҙәбиәт
- Али-заде, А. А. Авлия // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Кныш А. Д. Вали // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 45—46. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.