Хатип
Тарихы
Урта быуаттарҙа хөтбә, нигеҙҙә, Аллаһтан хәлифәгә, батшаларға, хандарға һаулыҡ һорап уҡыла торған доға булған. Ғәскәргә еңеү һорап, халыҡты ҡоролоҡ, аслыҡ, эпидемия кеүек афәттәрҙән һаҡлауҙы ялбарып, хөтбә уҡылған.
Хөтбә
Ғәҙәттә, хөтбә 5 өлөштән тора:
- Аллаһты маҡтау,
- Мөхәммәт Пәйғәмбәр, хәлифәләр рухына доға ҡылыу,
- Аллаһтың берлеген раҫлау,
- вәғәз
- мосолмандарҙың именлегенә доға ҡылыу
Хөтбәләге вәғәз (өгөт-нәсихәт, өйрәтеү) мәсеткә ғибәҙәткә килгән мосолмандарҙың туған телендә һөйләнелә һәм, дин талабы буйынса, фәҡәт дингә, дини йолаларға бәйле мәсьәләләргә ҡағылырға тейеш.
Йома хөтбәһенән тыш хатип дини байрамдарҙа, мәҫәлән, Ҡорбан йәки Ураҙа байрамдарында (Ид әл-Фитр) телмәр тота.
Әҙәбиәт
- Хатиб // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Encyclopaedia of Islam, том IV, стр. 1141—1142